

Бының өсөн үҫмергә СНИЛС, паспорт, телефон һәм электрон адресы кәрәк була. Министрҙар кабинеты бындай еңеләйтеүҙең буласаҡ студенттарға уҡыу йорттарына инеү тураһында мәғлүмәтте табыуҙы, электрон көндәлеккә инеүҙе еңелләштереү өсөн кәрәк тип иҫәпләй.
Ә 14-е тулмаған балаларҙы ата-әсәйҙәре, үҙҙәренең был порталда шәхси кабинеты булған осраҡта ғына, теркәй ала.
Дәүләт порталына килгәндә, Рәсәй Президенты Владимир Путин февралдә төбәктәргә портал аша өйгә табип саҡыртыу мөмкинлеген булдырырға ҡушҡайны. Был йәһәттән эштәр 2022 йылдың 1 июленә тиклем дауам итә.