Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
8 Апрель 2022, 10:30

Башҡортостандың балалар хоҡуҡтары буйынса уполномоченныйҙың йәмәғәт ярҙамсылары һәм Балалар йәмәғәт советы ағзаларының беренсе офлайн осрашыуы үтте

Унда Республикаһының балалар хоҡуҡтары буйынса уполномоченныйының Ейәнсура районындағы йәмәғәт ярҙамсыһы Сирен Насирова менән Балалар йәмәғәт советы ағзаһы, Иҫәнғол ауылының М. Бураҡаева исемендәге башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы Азалия Шахмөхәмәтова ҡатнашты.

Башҡортостандың балалар хоҡуҡтары буйынса уполномоченныйҙың йәмәғәт ярҙамсылары һәм Балалар йәмәғәт советы  ағзаларының беренсе офлайн осрашыуы үтте
Башҡортостандың балалар хоҡуҡтары буйынса уполномоченныйҙың йәмәғәт ярҙамсылары һәм Балалар йәмәғәт советы ағзаларының беренсе офлайн осрашыуы үтте

Йәмәғәт ярҙамсылары өсөн төрлө майҙансыҡтар эшләне, аппарат хеҙмәткәрҙәре граждандарҙан килгән мөрәжәғәттәргә анализ яһаны. Ә Балалар йәмәғәт советы ағзалары - Башҡортостандың төрлө төбәгенән йыйылған 70 уҡыусы өсөн аралашыу уйын формаһында ойошторолдо, улар бер-береһе менән танышты, күп ыңғай эмоция алып таралышты.

Осрашыу бүләкләү тантанаһы менән тамамланды. Сирен Наил ҡыҙы Насирова йәмәғәт ярҙамсыһы булараҡ, Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: