Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
18 Апрель 2022, 19:45

Һикәлтәле ғүмер юлдары

Былай ғазапланып ятыуҙар инде 17 йәшлек егетте сикһеҙ уйҙар ҡосағына сумдыра... «Хоҙай ҡулындағы хирургты тағы күпме көтөп сереп ятырға мөмкин. Быйыл да уҡырға йөрөп булмаҫмы? Әле июнь аҙағы, 2 ай бар бит әле. Хирурглы дауахана эҙләп китергә кәрәк, баш һуҡҡан яҡҡа. Аяҡты тубыҡтан түбән ҡырҡтырып, ағас аяҡ менән булһа ла уҡыу башланғансы өлгөрөргә кәрәк!»

Һикәлтәле ғүмер юлдары
Һикәлтәле ғүмер юлдары

Абруйлы педагог, билдәле журналист һәм яҙыусы Аҡъюлов Исмәғил Исхаҡ улы 1938 йылдың 7 мартында Үрген ауылында ғаиләлә өсөнсө бала булып донъяға килә. Атаһы ла, әсәһе лә етем үҫкәндәр. Егет ҡорона еткәс, атаһы Баймаҡ яҡтарында алтын йыуыу эшендә йөрөп ала. Артабан ауылда төпләнә һәм өйләнә, үҙенең хужалығын алып бара. 1930 йылда Үргендә «Ҡыҙыл таң» колхозы ойошторолғас, уның тәүге рәйесе итеп үҙ тырышлығы менән грамотаға эйә булған, халыҡ араһында ла, район етәкселеге алдында ла һүҙе үткән Исхаҡ Аҡъюлов һайлана. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та ул фронтҡа алына һәм 1942 йылдың 16 октябрендә Украинаның Запорожье ҡалаһын фашист илбаҫарҙарынан азат итеү өсөн барған ҡаты һуғыштарҙа батырҙарса һәләк була. Береһенән-береһе бәләкәй 5 малай менән әсәйҙәре яңғыҙ ҡала.

Әсәләре, өлкән абзыйҙары Бабичтың әрһеҙлектәре арҡаһында ғына ғаилә иҫән ҡала. 11 йәшлек абзыйҙары, уҡыуын ташлап, көндәр буйы билбыуарҙан көрт кисеп, урман ҡыҙырып, ағас бөрөләрен йыя, унан өйрә бешереп ашайҙар. Өйрә тиһәң хәтере ҡалыр, торған боламыҡ инде. 1945 йылдың сентябрь башы, Исмәғил уҡыу йәшенә еткән. Өләсәһе мәрхүмәнең сепрәк-сапрағынан күлдәк ишараты әтмәләп кейҙереп, ялан аяҡлы малайын әсәһе мәктәпкә алып бара. 1948 йылдың көҙөндә Бабай ҡасабаһынан (хәҙерге Күмертау ҡалаһы) килеп, 15-16 йәшлек үҫмерҙәрҙе, шул иҫәптән Бабич абзыйҙарын да, машиналарға тейәп, ҡаланы һәм уның предприятиеларын төҙөргә алып китәләр. Өйҙә әсәйҙең төп терәге булып 10 йәшлек Исмәғил ҡала.

Малай алтынсы класта уҡығанда февраль аҙаҡтарына һыйырҙарына бесән бик самалы ғына ҡала. «Булған ғынаһын хәҙер ашатып бөтһәк, быҙауға ҡалмай бит», – тигән уйҙар тынғы бирмәй Исмәғилгә. Берҙән-бер мөмкинлек йәшерәк ҡарама ботаҡтарын ҡырҡып килтереү. Шундай ниәт менән балтаһын биленә ҡыҫтырып, санаһын һөйрәп, үрге остағы ҡарамалыҡҡа йүнәлә малай. Йәш ҡарамаға менеп байтаҡ ботаҡтар ҡырҡып төшөргәс, балтаһын ситкәрәк ырғыта ла, үҙе лә ҡар өҫтөнә һикерә һәм бот төбөнә тиклем бата. Исмәғил ҡышты калуш кейеп үткәрә, был юлы ла аяҡтарында улар була. Тәрән ҡарҙан улайтып-былайтып килеп сыҡҡанда уң аяғындағы калуш булмай, бәйләгән шәлкем йүкә өҙөлөп, ул ҡар аҫтында тороп ҡала. Күпме генә ҡулдары менән соҡоноп эҙләһә лә табылмай калуш, табандары ла өшөй башлай. Ботаҡтарҙы санаға тығыҙлап бәйләп ҡайтырға сығыуҙан башҡа сара ҡалмай. Уң аяғын туңдырып, ҡараңғы төшөүгә генә ҡайтып етә ул йөгөн һөйрәп.

Баштараҡ әллә ни һиҙелмәһә лә, аяҡ түҙеп торғоһоҙ һыҙланыу-ауыртыуҙары менән тәҡәтен ҡорота. Түҙмәй урындыҡтың буйынан-буйына тәгәрәп йөрөгән саҡтары ла әҙ булмай. Аяҡтың бәкәлдән түбән яғы йәй уртаһына ҡара-ҡыҙыл шеш менән ҡаплана. Аяҡҡа бер кейем дә ярамай. Ҡултыҡ таяғы һымаҡ ҡулайлама яһап, Исмәғил уҡырға йөрөүен дауам итә. Ләкин беренсе сиректән һуң мәктәпкә бара алмаҫлыҡ хәлгә етеп, өйҙә генә ултырырға мәжбүр була. Ҡыш айҙарында дауаханала ятып сығыуҙың да файҙаһы теймәй. Ике аҙна тоталар ҙа: «Беҙ терапевтар, был ауырыу врачтары түгелбеҙ. Киләһе йәйгә хирург килергә тейеш. Шуға тиклем түҙ», – тип сығарып ебәрәләр. Йәйгеһен дә ике аҙна тотоп, шул уҡ һүҙҙәр менән ҡайтаралар. Икенсе, өсөнсө йәйҙә лә шул уҡ бер балыҡ башы, ә хирург һаман юҡ. Мәктәпкә йөрөмәгәнгә лә көҙ дүрт йыл буласаҡ.

Былай ғазапланып ятыуҙар инде 17 йәшлек егетте сикһеҙ уйҙар ҡосағына сумдыра... «Хоҙай ҡулындағы хирургты тағы күпме көтөп сереп ятырға мөмкин. Быйыл да уҡырға йөрөп булмаҫмы? Әле июнь аҙағы, 2 ай бар бит әле. Хирурглы дауахана эҙләп китергә кәрәк, баш һуҡҡан яҡҡа. Аяҡты тубыҡтан түбән ҡырҡтырып, ағас аяҡ менән булһа ла уҡыу башланғансы өлгөрөргә кәрәк!»

Һәм Исмәғил бер көндө таң менән юлға сыға. Йөк машиналарында Күмертауға барып етә, унан Өфөгә тиклем - поезда. Башҡалала күргән михнәттәре, бер нисә дауаханала ятып та аяғына бер ниндәй ярҙам ала алмауҙары – үҙе бер тарих. Ул турала ағайыбыҙ «Ер йылыһы» повесында бәйән итә.Һаулыҡ һаҡлау министрлығы кабинеттарын күп тапҡырҙар тапау һөҙөмтәһендә генә, ниһайәт, өс айҙан, октябрь баштарында Нуриман районында яңы асылған Павловка санаторий тибындағы дауаханаға йүнәлтмә алыуға өлгәшә. Бер ни тиклем дауалау курсы үткәс, ауырыуҙарҙы гипс эретмәһенә төрәләр һәм тороп йөрөргә рөхсәт итмәйҙәр.

Исмәғилдең уң аяғы 8 айҙан ашыу таш ҡоршауҙа була. Һәм, ниһайәт, бөтә ауырыуҙарҙан тәүгеһе булып гипстан ҡотола. Врачтар: «Таяҡтарҙы ташламаҫҡа, йыл да килеп тикшерелеп торорға», – тигән тәҡдимдәр менән хушлашалар уның менән. Таяҡтар менән йөрөүҙе Исмәғил өнәп етмәй, яйлап таяҡһыҙ йөрөү күнекмәләренә тотона һәм уҡыу йылы башланыуға үҙ аяҡтары менән ышаныслы атлап китә.

Аяҡтан яҙып ултырғанда, сиренең аяуһыҙ көслө сағында, уҡырға ынтылышы бик ҙур булһа ла, хәҙер инде 7-се класта уҡыуҙан күңеле ҡайта башлай. 4-5 йәшкә кесерәк бала-сағалар менән уҡыуы 18 йәшлек егеткә бик уңайһыҙ булыр тип күҙаллай. Берәй училище-маҙарҙа ниндәй ҙә булһа һөнәр алыу тойғоһо өҫтөнлөк итә башлай. Ләкин яңы ғына хәрби хеҙмәттән ҡайтҡан Бабич абзыһы был теләккә ҡырҡа ҡаршы төшә. «Уҡыуҙы дауам итеүе баштараҡ ауыр булыр, әммә барыһына ла түҙеп, урта белем алырға кәрәк. Артабан кем булыуҙы, һаулығыңа ҡарап үҙең хәл итерһең», - ти ул. Был һүҙҙәр егеттең күңелендәге юшҡындарҙы иретеп ебәрә лә, ул уҡыуын дауам итергә була һәм, мөкиббән китеп, белем алырға тотона. Йәш айырмаһы тураһындағы хафаланыуҙары ла юҡҡа ғына булған икән. Һуғыш осоронда тыуғандар класта 2-3 кенә бала булып сыға. Ҡалғандары тормош ауырлыҡтарынан үҙ ваҡытында уҡый алмағандар, араларында хатта үҙенең элекке класташтары ла була.

1960 йылда мәктәпте уңышлы тамамлаған 22 йәшлек егет документтарын Башҡорт дәүләт университетының тарих-филология факультетына тапшыра. Күп абитуриенттар имтихандарға армия хеҙмәтенән һуң йә хеҙмәт стажы менән киләләр, улар уҡырға ингәндә льготалар менән файҙаланалар. Шул сәбәпле, һынауҙарҙы уңышлы тапшырһа ла, Аҡъюлов конкурстан үтә алмай һәм ирекле тыңлаусы итеп кенә ҡабул ителә, ә был стипендия булмай тигәнде аңлата. Ауылға ҡайтҡас, абзыһы менән кәңәшләшкәндә: «Стипендия әлегә юҡ бит, бәлки, бармаҫҡалыр», – тигән һүҙҙәренә: «Университет һынлы ергә морон төрткәнһең икән, башты байға һалһам да, уҡытам. Артабан үҙең ҡарарһың», – тигән ышаныслы яуап ала. Абзыһынан килеп торған аҙмы-күпме аҡса, ял көндәрендә шәхси йорттарҙа йәшәүселәргә ялланып утын ярыуҙар арҡаһында ғына уҡый башлай Исмәғил. 1-се семестр имтихандарын уңышлы тапшырып, ярты йылдан «ысын» студент булып китә ул һәм уҡып бөткәнсе иң алдынғылар рәтендә була. 1965 йылда университетты тамамлау алдынан факультет деканы Марат Хәләф улы Минһажетдинов һәләтле студентына ике эш урыны тәҡдим итә: Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына ғилми хеҙмәткәр йәки Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡытыусы вазифалары. Аҡъюлов, рәхмәт әйтеп, икеһенән дә баш тарта һәм тыуған районына ҡайтыу теләген белдерә. Ләкин Мәғариф министрлығына Ейәнсуранан һорау булмау сәбәпле, уға Күмертау ҡалаһына ҡараған Маяҡ ҡасабаһындағы интернат-мәктәпкә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы эше тәҡдим ителә. Был осорҙа мәктәптә республиканың көньяҡ райондарынан бик күп балалар белем һәм тәрбиә алалар. Тәрән белемле йәш белгес коллегаларының һәм уҡыусыларҙың уртаһында ҡайнай. Өлкән тәрбиәсе, директор урынбаҫары вазифалары ла уны урап үтмәй. Өй тәрбиәһенән, хужалыҡ эштәренән айырылған балаларҙы тормошҡа әҙерләү өсөн күп көс түгә ул. Яҙ һәм көҙ көндәрендә тәрбиәләнеүселәрҙе баҡса эштәренә, ҡыш интернат малдарын ҡарауға йәлеп итә. Йорт ҡуяндарын аҫырау, штукатур-маляр, быяла ҡырҡыусы һәм башҡа һөнәрҙәр буйынса күнекмәләр биреүҙе юлға һала. 1974 йылда был уҡыу йортонда Мәғариф министрлығы интернат-мәктәптәрҙә дәрестәрҙән тыш эшмәкәрлек буйынса республика семинары үткәрә, ул бик уңышлы килеп сыға. Ошонан һуң Аҡъюловтың исем-шәрифтәре Министрлыҡта билдәлелек ала һәм ул интернат-мәктәптәр бүлегенең штаттан тыш инспекторы итеп тәғәйенләнә. Артабан Исмәғил Исхаҡ улына республика мәктәптәрен тикшереү, бай тәжрибәһен таратыу буйынса байтаҡ эштәр башҡарырға тура килә. Уның хәтирәләренән: «Ғүмеремдең иң матур, эшлекле йылдары Маяҡ интернат-мәктәбендә үтте. Балалар өсөн дә, коллегаларым алдында ла үҙ кеше булдым. Өлкәнәйгән көнөмдә ғүмеремде уҡытыусылыҡ эшенә бөтә булмышымды биреп, эскерһеҙ эшләүем менән бик ҙур ҡәнәғәтләнеү тойғоһо кисереп йәшәйем». Исмәғил Исхаҡ улы Ҡыйғы районы ҡыҙы, шулай уҡ тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы Тәғзимә Хәбибулла ҡыҙы менән бик матур, татыу ғаилә ҡороп йәшәнеләр. Ҡыҙҙары Әнисә менән Рәсимә, юғары белем алып, уңышлы эшләп йөрөйҙәр, улар ата-әсәләрен бер ейәнсәр һәм өс ейән менән ҡыуандырҙылар. Мәктәптә уҡығанда уҡ Исмәғил ағайҙың ауыл хәлдәре тураһындағы мәҡәләләре район гәзитендә күренә башлай. Артабан тормоштоң көнүҙәк мәсьәләләрен күтәргән байтаҡ мәҡәләләре республика баҫмаларында урын алды. Тыуған ауылы проблемаларына арналып, «Башҡортостан» гәзитендә сыҡҡан «Үрген ҡаялары иңрәп ауҙы», «Үрген ни өсөн йоҡлай» һәм башҡа мәҡәләләре лә бик уҡымлы булды.

Ағайыбыҙ хикәйәләр авторы булараҡ та танылыу алды, шиғырҙар ҙа ижад итте, уларға музыка яҙыусылар ҙа булды. Шуларҙың береһен тәҡдим итәбеҙ:

Үрген буйҡайҙары

Үрген буйҙарында олатайҙар

Аҡ тирмәләр ҡороп йәйләгән.

Көмөш сулпы таҡҡан һылыу ҡыҙҙар

Сәхрәләрҙә бейә бәйләгән.

Үрген буйҡайҙары һай сәскәлек

Беҙ бит уны сәсмәнек.

Ризыҡ яҙып ситкә китһәк тә

Мәңгелеккә китмәнек.

Үрген буйҙарында зәңгәр тауҙар,

Алыҫтарҙан бағып ҡараһаң.

Осормаһы, Сусаҡ тауҙары бар.

Баштарында ята аҡ томан.

Үрген буйҙарында бер йырлармын

Урман шаулауына ҡушылып.

Был йырҙарым ҡалыр иҫтәлеккә

Үрген буйҙарына моң булып.

2008 йылда, 70 йәшен тултырғас, Исмәғил Исхаҡ улы ҙур күләмле автобиографик әҫәр яҙыу эшенә тотона һәм уның өҫтөндә 3 йыл ал-ял белмәй эшләй. «Ер йылыһы» повесында төп геройҙың һуғыштан һуңғы йылдарҙағы ауыр тормошо һүрәтләнә. Иңенә ниндәй генә ҡыйынлыҡтар төшмәһен, ул юғалып ҡалмай, киреһенсә, көслө ихтыяры, ҡаҡшамаҫ рухы арҡаһында бөтә ауырлыҡтарҙы ла еңеп сыға. 255 биттән торған повесть 2011 йылда Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә ҙур тираж менән баҫылып сыҡты. «Саҡрым-саҡрым ғүмер юлдары» исемле икенсе повесында автор йәшәү мәғәнәһе, әхләки сафлыҡ, ил һәм халыҡ алдында яуаплылыҡ тойоу кеүек мәңгелек темаларҙы яҡтырта. Был повесын автор ғүмерен шофер һөнәренә арнаған Бабич абзыһына бағышлаған. Шулай уҡ ҙур күләмле был әҫәр ҙә «Китап» нәшриәтендә 2016 йылда донъя күрҙе. Ике китап та күп һанлы уҡыусыларҙың күңеленә хуш килде һәм тиҙ арала таралып бөттө. Бөгөн уларҙы китапханаларҙан алып уҡырға була. Бына шулай, өлкәнәйгән йәшендә Исмәғил Исхаҡ улы Аҡъюлов ҡаһарманлыҡҡа тиң эштәр башҡарҙы һәм әҫәрҙәре менән үҙенә һәйкәл ҡойҙо. Быйыл күренекле яҙыусының «Китап» нәшриәтендә өсөнсө китабын сығарыу күҙаллана. Тик, бик үкенес, үҙе генә был китабын ҡулдарына тотоп ҡарай алмаясаҡ инде. Ул быйыл 31 ғинуар көнө беҙҙең аранан китеп барҙы.

Тыныс йоҡла, ил ағаһы!

Юлай Солтанбаев.

Читайте нас: