Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
13 Май 2022, 16:45

Башҡортостандың архив хеҙмәтен үҫтереүсе

Билдәле тарихсы-ғалим һәм архивсы Юлай Юлдашбаев Үрген ауылында Тәрикә һәм Хәйрулла Юлдашбаевтарҙың һигеҙ балалы ғаиләһендә 1962 йылда тыуған.

Башҡортостандың архив хеҙмәтен үҫтереүсе
Башҡортостандың архив хеҙмәтен үҫтереүсе

Уҡыуын Үрген урта мәктәбендә башлап, Өфөләге 1-се республика мәктәп-интернатында дауам итә һәм уны бик яҡшы тамамлай. Мәктәптә уҡығанда уҡ уның күңелендә тарихҡа ҙур ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килә, тарихи романдар, фәнни-популяр китаптар уҡый, олимпиадаларҙа ҡатнаша. Шуға ла ул 1979 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға инә. Студент йылдарында уҡ ғилми-тикшеренеү эштәре менән шөғөлләнә. Өфөлә, Ҡазанда, Әстраханда, Петропавловскиҙа, Мәскәүҙә һәм башҡа ҡалаларҙа республика, Бөтә Рәсәй, Халыҡ-ара конференцияларҙа ҡатнаша.

Юлай Хәйрулла улы шул йылдарҙан әүҙем тормош алып бара. Ул университеттың комсомол комитеты ағзаһы була, йыл һайын студенттарҙың төҙөлөш отрядтары составында республиканың мөһим объекттарын төҙөүҙә ҡатнаша. 1982 йылда ГДР-ҙа хеҙмәт семестры үткәргән БДУ-ның студент төҙөлөш отряды комиссары була. Хатта «Германияның социалистик хеҙмәт ударнигы» миҙалы менән бүләкләнә.

Тарих факультетын тамамлағас, 1984 йылда эшкә йүнәлтмә менән Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының этнография бүлегенә килә. Артабан Мәскәү ҡалаһында Н.Н. Миклухо-Маклай исемендәге СССР фәндәр академияһының Этнография институтында билдәле тарих фәндәре докторҙары, профессорҙар етәкселегендә аспирантурала белем ала, стажировка үтә. Унда уҡыу дәүерендә этносоциология буйынса заманса тикшеренеү ысулдарын камиллаштыра, дүрт ғилми этносоциологик экспедицияла ҡатнаша.

Юлай Хәйрулла улы 1990 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһының Өфөләге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының этнология һәм антропология бүлегендә ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. Ул 1995 йылда «Заман шарттарында Башҡортостанда этнотел процестары» тигән ғилми тикшеренеүе өсөн профессор Әхнәф Харисов исемендәге премияның беренсе лауреаты була. Ә 1997 йылда «Заман шарттарында Башҡортостан Республикаһында милли-рус ике теллелеге» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай.  Юлай Хәйрулла улының фәнни ҡыҙыҡһыныуҙарын формалаштырыуҙа һәм этнолог-тикшеренеүсе булып китеүендә Р.Ғ.Кузеев, Н.В. Бикбулатов, Р.З.Янғужин, Р.М.Йосопов һәм этнография фәненең башҡа күренекле вәкилдәре ҙур роль уйнай.

Ю.Х. Юлдашбаев 1999 йылдың 1 сентябренән дәүләт хеҙмәтенә эшкә күсерелә һәм Башҡортостан Республикаһы министрҙар кабинетының социаль-гуманитар һәм милләттәр бүлеге мөдире урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Был вазифала ул республикала фән, мәғариф, мәҙәниәт, сәнғәт, туризм, архивтар, ижади союздар, йәштәр хәрәкәте һәм башҡа мәсьәләләр буйынса кураторлыҡ итә. Ошо осорҙа миңә мәктәп мәсьәләләре буйынса уға бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итергә тура килде һәм һорауҙарымдың барыһына ла ыңғай яуап алдым. Уларҙың тик берәүһенә генә туҡталам. Үрген мәктәбе уҡыусыларының баш ҡалаға экскурсияһын ойоштороуҙо ул тулыһынса үҙ өҫтөнә алды. Балалар интернат-мәктәптең бөтә шарттары булған дөйөм ятағына бушлай урынлаштырылды. Улар театрҙарҙа, музейҙарҙа, планетарийҙа һәм башҡа мәҙәниәт усаҡтарында булды, ҡала менән танышты. Был сәйәхәт балалар күңелендә яҡты хәтирәләр ҡалдырҙы.

2006 йылда Юлай Хәйрулла улы Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт берекмәләренең Үҙәк архивы директоры итеп ҡуйыла. Был үтә лә яуаплы вазифала ул үҙен яҡшы етәксе һәм намыҫлы хеҙмәткәр итеп таныта. Архив коллективының һәм бүлектәрҙең производство һорауҙарын хәл итеүҙә һөнәри оҫталыҡ күрһәтә. Архив документтарының һаҡланыуын һәм хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә ҙур иғтибар бүлә, шул уҡ ваҡытта ғилми-тикшеренеү һәм нәшриәт эше һорауҙары буйынса ла маҡсатлы эш алып бара. Уның етәкселегендә «Башҡортостан боронғо осорҙан бөгөнгө көнгә тиклем. Төп ваҡиғалар йылъяҙмаһы» тип исемләнгән белешмә әҙерләнә.

2007-2016 йылдарҙа Башҡортостанда һөнәри байрамдар һәм юбилей даталары, байрам һәм иҫтәлекле көндәр календарҙары ла Юлай Хәйрулла улының ҡатнашлығында нәшер ителде. 2009 йылда республиканың архив тарихында беренсе тапҡыр «Башҡортостан Республикаһы йәмәғәт берекмәләренең Үҙәк дәүләт архивы» белешмәһе сығарылды.

Тағы ла бер мөһим хеҙмәткә – 2011 йылда «Хеҙмәт Геройҙары» белешмәһе әҙерләнеп нәшер ителеүенә лә уның тырышлығы һалынған. Был Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә тәүге булып донъя күргән белешмә Социалистик Хеҙмәт Геройҙарына, «Хеҙмәт даны» орденының тулы кавалерҙарына арналған. Китап Мәскәүҙә лә, Башҡортостанда ла һәйбәт баһа алды.

Ю.Юлдашбаев етәкселегендә архивта билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренең шәжәрә фондын булдырыу буйынса ла маҡсатлы эш алып барыла. Үрҙә һаналып киткән эштәр уның ғилми һәм ойоштороу эштәренең бер өлөшө генә, тынғыһыҙ ғалим илленән ашыу күләмле фәнни хеҙмәт авторы.

2015 йылда республиканың бер нисә архивы ҡушылды һәм Юлай Хәйрулла улы берләштерелгән Башҡортостандың Милли архивы Генераль директорының урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнде. Уның күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте бихисап наградалар менән баһаланған. Яҡташыбыҙ коллегаларының да тәрән ихтирамы менән файҙалана. Ошо көндәрҙә Милли архивта бик юғары кимәлдә үткән уның юбилей сараһы ла быға асыҡ миҫал булып тора. 60 йәше уңайынан юбиляр Рәсәйҙең «Бөйөк Петр» ордены һәм Башҡортостан Республикаһының Почет Грамотаһы менән бүләкләнде, хеҙмәттәштәренең күп һанлы ихлас ҡотлауҙарын ҡабул итте. Юбилярҙы «Ейәнсура» яҡташтар ойошмаһы һәм ауылдаштары исеменән ошо юлдарҙың авторы ҡотланы. Ул бөгөн дә туған коллективында – Башҡортостан Республикаһының Милли архивында уңышлы хеҙмәт итеүен дауам итә.

Юлай СОЛТАНБАЕВ.

Читайте нас: