Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
15 Май 2022, 09:15

Бөгөн – Халыҡ-ара ғаилә көнө

Башҡарған эштәре менән Ейәнсура данын юғары күтәреүсе райондаштарыбыҙ бихисап. Иҫәнғол ауылында йәшәүсе Фәнүр һәм Гүзәл Тоҡомбәтовтар шундай хеҙмәттәре маҡтауға лайыҡлылар иҫәбенән. Улар икеһе лә ғүмерҙәрен сәнғәт менән бәйләп кенә ҡалмаған, йәш һәләттәрҙе асыу, уларҙы үҫтереү йәһәтенән һөҙөмтәле эшләгән шәхестәр.

Бөгөн – Халыҡ-ара ғаилә көнө
Бөгөн – Халыҡ-ара ғаилә көнө

Гүзәл Таһир ҡыҙы мәктәптә уҡығанда физика-математика факультетына уҡырға инергә әҙерләнә. Әсәһе лә, уҡытыусылары ла уны киләсәктә фәҡәт педагог итеп күрә. Уҡырға инеү өсөн бөтә документтарҙы ла әҙерләп бөткәс, мәктәпте тамамлаған ҡыҙ ҡапыл ғына кире уйлап, Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһына уҡырға инергә ҡарар итә. Әсәһе ҡаршы килмәй, берҙән-бер ҡыҙының хыялын тормошҡа ашырыуға бар көсөн һала.

1994 йылда ошо белем усағын уңышлы тамамлап, район мәҙәниәт йортонда хеҙмәт юлын башлай. Ике йыл уңышлы эшләгән тырыш хеҙмәткәргә ул ваҡытта мәҙәниәт бүлеге начальнигы Салауат Закиров музыка мәктәбендә хореография класы асырға тәҡдим итә. Шулай итеп, 1996 йылдан Иҫәнғол балалары өсөн бейеү класы асыла. Гүзәл Таһир ҡыҙы уҡыусыларға бейеү сәнғәте серҙәрен асҡан уҡытыусы үҙе лә белемен камиллаштыра – ситтән тороп Силәбе дәүләт педагогия университетын тамамлап, юғары белемгә ирешә.

Яратҡан эшенә 26 йыл ғүмерен бағышлаған педагогтың уҡыусылары араһында тормоштарын сәнғәт менән бәйләп, әлеге мәлдә уңышлы ғына эшләп тә йөрөгәндәр бихисап. Мәҫәлән, Денис Мәхәмәтов, Рәил Хунафин, Алмаз Ишмөхәмәтов илебеҙҙең төрлө ҡалаларында балет артистары булһа, Гүзәл Мырҙабаева Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамблдә бейей. Әлфинә Шәрипова һәм Алина Лавецкая ла ошо һөнәрҙе һайлап, сәнғәт училищеһын тамамлаған.

С. Абдуллин исемендәге сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсында йыл һайын призлы урындар алып ҡайта.  Был, әлбиттә, балаларҙың һәм уҡытыусыларҙың тырышлығы, дөйөм хеҙмәте емеше. Ошо һәм башҡа төрлө конкурстарҙа ла яуланған призлы урындар сәм һәм эшкә дәрт өҫтәйҙер.

– Үҙ эшемде бик яратам. Балалар менән эшләүе бигерәк оҡшай. Йыл да сәнғәт мәктәбенә яңы төркөм йыйғанда талантлы, бейергә әүәҫ балаларҙың килеүе, эшемә тағы ла дәртләнеберәк тотонам. Бейеү өйрәтеп, балаларҙы сәхнәгә сығарып, ата-әсәләрҙең ғорур йөҙҙәрен күреү – үҙе бәхет. Балалар бында үҙҙәрен сәхнәлә тоторға, ҡуйған маҡсаттарына ирешергә өйрәнә, ҡыйыу булып үҫә. Коллективтан да уңдым. Коллегаларым менән бер ҙур ғаилә кеүекбеҙ. Әйткәндәй, бөгөн элекке уҡыусыларым Гөлфиә Искәнйәрова, Анна Короткова менән бергә эшләйбөҙ. Беҙҙең уҡыусыбыҙ Регина Шәрипова ла район мәҙәниәт йортонда уңышлы эшләп ҡыуандыра. Етәксебеҙ ҙә бар башланғыстарыбыҙҙы хуплап, эшебеҙҙә ярҙам ҡулы һуҙып тора, – ти Гүзәл Таһир ҡыҙы.

Фәнүр Ғайса улына килгәндә, ул байтаҡ йылдар Ейәнсура башҡорт гимназия-интернатында йыр дәрестәре алып бара. Район мәҙәниәт йортонда үткән бер концерт та тиерлек уның ҡатнашлығыһыҙ үтмәй. Фәнүр Ғайса улының репертуарындағы йырҙар күңелгә ятышлы, моңлолоғо менән йөрәктәргә үтеп инә. Ә ул етәкләгән “Уралым бөркөттәре” ансамбле бик күп конкурстарҙа сығыш яһап, призлы урындар яулай. Ғөмүмән, Фәнүр Ғайса улының уҡыусылары төрлө йылдарҙа республика, район кимәлендә йыр конкурстарында һәр ваҡыт уңыштары менән һөйөндөрҙө.

Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тиҙәр. Тоҡомбәтовтарҙың улдары Динарҙың исеме лә күп райондаштарға яҡшы таныш. Бөгөн Өфө авиация университетының беренсе курсында уҡып йөрөүсе егетте  беҙ әсәһенәнң юлын дауам итеүсе оҫта бейеүсе тип белһәк, Динар, атаһына оҡшап йырлай ҙа икән. Йырҙарын ул үҙе гитарала уйнап тик ғаиләһе янында ғына башҡара. Ә бына бәләкәйҙән шөғөлләнгән бейеүҙе ташламай.  Уҡыу программаһы ауыр булыуға ҡарамаҫтан, университеттың “Айтуған” ансамбле составында сығыш яһарға ла ваҡыт таба тырыш егет. Спорт менән дә бала саҡтан килгән дуҫлығын өҙмәй.

Татыу, матур ижади ғаилә бер-береһенә терәк-таяныс булып, һәр көндән йәм алып йәшәй. Гүзәл Таһир ҡыҙы ла, Фәнүр Ғайса улы ла ваҡытында йөрәк ҡушыуы буйынса һайланған һөнәрҙәрендә  әлегәсә уңышлы эшләп йөрөйҙәр. Бөгөн улдары Динарың, үҙҙәренең хеҙмәт емештәре булған уҡыусыларының уңыштарына ҡыуанып йәшәй һәм дәртләнеп эшләй Тоҡомбәтовтар.

Зәлиә Байғусҡарова.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: