Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт/Общество
27 Май 2022, 11:34

ШЫРАУ Гөлсирә Ғайсарова-Ғиззәтуллина

“Шул ғына етмəгəйне”, — тип уйланы Сəлимйəн Сəлмəн улы. Һағайып үҙенə ҡолаҡ һалды. Үткəн айҙа бер иптəшенең ҡапыл ғына вафат булып киткəнен иҫенə тɵшɵрɵп арҡаһына һалҡын тир бəреп сыҡҡанын тойҙо. Шунан бер нисə кɵн генə алдан улар бер банкетта йəнəш ултырғайны. Был булды йома. Шишəмбе кɵнɵ “Киске Ɵфɵ”нɵ асһа, бер тɵркɵм иптəштəре ҡайғы уртаҡлашып маташа. ”Ҡыҙыҡ, миңə ҡара рамка эсенə фотомды ҡуйып некролог бирерҙəр инеме икəн, əллə “бер тɵркɵм иптəштəре” тип ҡайғы уртаҡлашыу менəн сиклəнерҙəрме?” — тип уйланы Сəлимйəн Сəлмəн улы.

Тɵшкɵ аштан һəр саҡ кəйефе бɵтɵп килə Сəлимйəн Сəлмəн улының. Үҙ-үҙенə йəне кɵйə. Сɵнки ул күптəн инде саҡ ҡына артығыраҡ ашаған һəр бер киҫəкте организмы “ҡара кɵндəр килə ҡалһа-бəлəн” тип ҡалъяға əйлəндерə торған йəшкə еткəн. Əгəр ҙə ул арҡырыға ғына түгел, буйға ла тейешле рəүештə үҫкəн булһа, запасы, бəлки, күҙгə бик үк ташланып та бармаҫ ине. Əммə Хоҙай, шул тиклем аҡыл янына саҡ ҡына буйҙы йəллəгəн шул.

Һəр кɵндɵ йоҡларға ятыр алдынан, тын алырға еңелерəк булырҙай итеп уңайлап ятҡансы байтаҡ боршаланған саҡта, “инде артыҡ ашамам” тип анттар əйтə. Хатта иртəнсəк бер сынаяҡ сəй менəн сиклəнгəне бар. Əммə эшкə килеп ултырыу менəн хас та кɵнɵ буйы сабып йɵрɵгəн эттəй асыға ла, тɵшкɵ ашты еткерə алмайынса, əйлəнгəн һайын сəғəтенə ҡарап ултыра башлай.

Был мəсьəлəнең тағы бер ҡатмарлы яғы бар. Сəлимйəн Сəлмəн улының хəлəл ефете Мəликə ханым бына бер нисə йыл инде хаҡлы ялда. Шуға күрə йəшəүенең тɵп маҡсатын ирен тəмле итеп ашатыуҙа күрə. Кɵн һайын тормош иптəше менəн бергə сыға, уның “Волга”һында эшенə алып барып ташлай ҙа, шофер менəн Үҙəк баҙарға юллана. Тɵшкɵлɵккə Сəлимйəн Сəлмəн улын һимеҙ һарыҡ итенəн тоҙлоҡло итеп бешерелгəн ҡуллама, тултырма, йəки ауыл тауығының ауыҙ һыуҙарың ҡойолорлоҡ һимеҙ бото, бик булмаһа, ɵс-дүрт тɵрлɵ боролған итте ҡатнаштырып, ювелир оҫталығы менəн бармаҡ башындай ғына эшлəнгəн билмəндəр, сəйгə ҡушып эсергə ҡабарып бешкəн бəлеш, торт, ҡоймаҡ кɵтə.

Ихтыяр кɵсɵ юҡлыҡҡа зарлана-зарлана Сəлимйəн Сəлмəн улы алдына ҡуйылғандың барыһын да һыпырып ашап бɵтə. Шунда үҙенең астан ҡырҡылып үҫкəн ауыр баласағы менəн аҡланып ҡуя ла дошман яуы кеүек баҫып алып килгəн йоҡо менəн алышырға тотона. Йоҡо уны тɵшкɵ аштан һуң эшкə алып китеп барған машинаһы эсендə барыбыр еңеп һала. Ундай ваҡытта шоферы хужаһын офисҡа барып етəрəк, машинаны туҡтатып уятып ала. Тəмле тɵшɵн, ə Сəлимйəн Сəлмəн улы шул тиклем рəхəтлəнеп, тɵштəр күрə-күрə йоҡлай, кабинетының тɵпкɵ яғында, китап шкафтары аратына ҡуйылған йəтеш диванда күреп бɵтɵп ҡуя.

Əммə был кɵндɵ Мəликə ханым артыҡ шаштырып ебəргəйне. Сəлимйəн Сəлмəн улы ҡарҡ кикереп, əллə ҡайһылай һутлы итеп бешерелгəн йəш тай итен йотоп, эсен кирə биреп аш бүлмəһендəге бəлəкəй диванға ҡайҡайып ятмаҡсы ине, хəлəле серле йылмайып духовканан ике шешлек шашлыҡ килтереп сығарҙы.

Сəлимйəн Сəлмəн улы сараһыҙлыҡтан хатта ыңғырашып ҡуйҙы. Əммə бер нисə минуттан тəмлəп кенə ҡарарға риза булһа, ун минуттан лəззəтлəнеп йыуантыҡ бармаҡтарына тиклем ялап ултыра ине инде.

“Бисəне берəй ял йортона ебəрергə тура килер инде, — тип уйланы Сəлимйəн Сəлмəн улы эшенə килеп ултырғас.— Үҙебеҙҙең ашханала ашап йɵрɵһəм, ул ҡайтҡансы бер ун килограмм ташлармын, — тип үҙен тынысландырҙы ла, күңеле булыңҡырап, ɵҫтəлдə ятҡан бɵгɵнгɵ гəзиттəргə үрелде. “Башҡортостан” гəзитенең дүртенсе битен асыуға эре хəрефтəр менəн яҙылған ”Артыҡ ашау инфарктҡа килтерə” тигəн юлдарҙы уҡыны. Бер белгес мɵмкин тиклем иттəн баш тартырға, йəшелсə-емешкə күсергə ɵгɵтлəй ине.

Сəлимйəн Сəлмəн улы йəне кɵйɵп гəзитте ситкə ырғытты ла, “Һəнəк” журналын алып, кинəнес менəн ауыҙ йырырға йыйынып, йəтешлəп ултырмаҡҡа ҡымшанғайны, һул ҡалаҡ һɵйəге аҫтында ныҡ итеп сəнсеп алмаһынмы.

“Шул ғына етмəгəйне”, — тип уйланы Сəлимйəн Сəлмəн улы. Һағайып үҙенə ҡолаҡ һалды. Үткəн айҙа бер иптəшенең ҡапыл ғына вафат булып киткəнен иҫенə тɵшɵрɵп арҡаһына һалҡын тир бəреп сыҡҡанын тойҙо. Шунан бер нисə кɵн генə алдан улар бер банкетта йəнəш ултырғайны. Был булды йома. Шишəмбе кɵнɵ “Киске Ɵфɵ”нɵ асһа, бер тɵркɵм иптəштəре ҡайғы уртаҡлашып маташа. ”Ҡыҙыҡ, миңə ҡара рамка эсенə фотомды ҡуйып некролог бирерҙəр инеме икəн, əллə “бер тɵркɵм иптəштəре” тип ҡайғы уртаҡлашыу менəн сиклəнерҙəрме?” — тип уйланы Сəлимйəн Сəлмəн улы.

Уны күрə алмай, ғүмер буйы кɵнсɵллɵктəн урттарын сəйнəп йɵрɵгəн ҡайһы бер бəндəлəрҙең, үлгəс хɵрмəтлəп күмергə ирек бирмəй аяҡ салырға маташыуҙарын күҙ алдына килтереп ҡаны ҡарайып китте.

Əммə ауыртыу ебəрмəне. Сəнсеп-сəнсеп алыуҙан туҡтап, бер туҡтауһыҙ һулҡылдауға күсте. “Күптəн диетаға ултырырға кəрəк булған”. — тип уйланы Сəлимйəн Сəлмəн улы. — Ҡайһылай алйоттарса килеп сыҡты”.

Ул үҙенең йəшел бəрхəт менəн ҡаймаланған табут эсендə ҡулдарын күкрəгенə ҡаушарып, кəңəшмəлəр залында ятҡанын, һəр ҡайһыһы берəр ҡəнəфер тотҡан хеҙмəткəрҙəренең моңһоу сырай менəн уның янынан үткəнен күҙ алдына килтерҙе.

“Ə кемдəр генə моңайыр икəн һуң? — тигəн күңелһеҙ уй килде башына.

Ана, Хəниф Харисычҡа ҡыуанысынан ауыҙын йыйып алыуҙары ауыр булыр инде. Ул бит минең ҡасан дɵмɵгɵп, ошо уңайлы кəнəфигə ҡасан килеп ултырырын нисек еткерергə белмəй аптырана. Эшкə ашмаған урынбаҫар инде ул дɵрɵҫɵн генə əйткəндə. Тик ҡайныһы ҙур урында ултыра. Кəрəкле кеше. Йоғоноп ҡара кейəүенə, ыржайған тешеңде бик тиҙ һындырыр. “Мин генə булмайым, эште бɵлдɵрə инде, — тип əрнене Сəлимйəн Сəлмəн улы. — Күпме тырышлыҡты юҡҡа сығарасаҡ. Тыуған-тыумасаһына ҡарамайынса, күптəн инде ултырышына тибеп сығарып ебəрергə кəрəк булған.

Ə бына Хəлимуллин менəн Кəлимуллин ысынтылап кɵйɵр. Быныһында шик юҡ. Сɵнки бер ниндəй яңы директор ҙа ул ата ялҡауҙарҙы шул хəҙəрлем иркəлəп йɵрɵтмəйəсəк. Тик үҙҙəре ярай белə бит, шилмалар. Күңелеңə ни кəрəклеген, ни ишетергə телəгəнеңде тын алышыңдан һиҙеп торалар. Лəстит тə һɵйлəйҙəрҙер, ихлас та түгелдəрҙер. Əммə “айт” тигəнеңə “тайт” тип торған кеше менəн барыбер рəхəт.

Ə Хɵснɵтдинов ни тип кɵйһɵн инде? Баҡыйлыҡтың тупһаһында баҫып торғанда, йəшереп тораһы түгел, уны артыҡ ныҡ ҡыҫтым. Юғиһə, шəплəнеп китер, ҡулынан килмəгəн эш юҡ икəнен үрҙə лə аңлап ҡалырҙар. Шунан мине хаҡлы ялға ебəрə һалып, урыныма уны ултыртырҙар, тип шыртланым. Ə бит ул мине ысынлап та алмаштыра алыр ине. Башы ла йомро, кешегə мɵғəмəлəһе лə яҡшы. Тик был вазифаһында уны һис кем абайламаясаҡ.

Их, егет əрəм була! Хоҙай саҡ ҡына ғүмер бирһə, урыныма əҙерлəп ɵлгɵрɵр инем. Кəрəкле кешелəр менəн дə һɵйлəшер инем. Əйтер инем үрҙəгелəргə: “Урыныма кеше таба алмай йонсоғанығыҙҙы һиҙеп йɵрɵйɵм, — тиер инем. — Эҙлəп башығыҙҙы ҡатырмағыҙ. Бына ул — алмаш, унан да ҡулайырағын таба алмаясаҡһығыҙ. Хɵснɵтдинов — шəп егет, бына тигəн иптəш. Ə мин үҙ телəгем менəн пенсияға ғариза яҙам”, — тип күҙҙəрен ташбайтыр инем”.

Сəлимйəн Сəлмəн улы ҡыбырҙарға маташты, тик ауыртыу кɵсəйерҙəй булғас, баҙнаты етмəне. Хəйерһеҙ, исмаһам, береһе инһəсе, тип йəлке итеп ишек яғына күҙ һирпеп алды. “Ҡайҙа йɵрɵй икəн ул Хɵснɵтдинов? Инһен ине. Бына бит һуңғы минутыңда кемде күрге килə Үлем үкенесле була, тиҙəр ине. Ысынлап та шулай икəн“, — тип кɵрһɵндɵ.

Ҡулын саҡ-саҡ ҡыбырҙатып, ɵҫтəл мɵйɵшɵндəге тɵймəгə үрелде. Секретарь ҡыҙ кɵттɵрмəне.

— Бына нимə, ҡəҙерлем, — тине Сəлимйəн Сəлмəн улы хəлһеҙ тауыш менəн. — Хəлимуллин менəн Кəлимуллинде саҡыр, үҙ телəктəре менəн эштəн китергə ғариза яҙһындар. Шунан “ришүəт алыу менəн мауыҡҡаны, хəмер менəн үтə дуҫ булғаны, эш рəтен белмəгəне ɵсɵн Хəниф Сураҡаевты эшенəн бушатырға” тигəн приказ əҙерлəгеҙ. Хɵснɵтдиновты эҙлəп табығыҙ. Шунан мине министр менəн тоташтырығыҙ. Ошоларҙы эшлəгəс, “ашығыс ярҙам” саҡырығыҙ.

Секретарь ҡурҡыштан күҙҙəрен түңəрəклəндергəн килеш түрəһенə теклəп тора бирҙе.

— Ни булды Сəлимйəн Сəлмəнович? Һеҙ бынау стена кеүек ап-аҡ булғанһығыҙ?

— Ҡурҡыныс юҡ, — тине Сəлимйəн Сəлмəн улы моңһоу йылмайып. — Бар, əйткəнде эшлə.

Ҡыҙыҡай ашығып сығып китте. Тап шул мəлдə Сəлимйəн Сəлмəн улы  ауыртыуҙың ебəргəнен тойҙо. Бармаҡтарын ҡыбыҙатып ҡараны, эшлəйҙəр. Аяғы ла ҡуҙғала. Пульсын ҡапшаны: йɵрəк дəртле, əммə һəлмəк тибə. Аптыраған Сəлимйəн Сəлмəн улы урынынан уҡ тороп китте. Кəнəфиҙең арҡаһына иғтибарлап ҡараһа: бер урынынан осло шырау тишеп сыҡҡан.

— Һай, ҡороғор икəн, — тип һүгенде Сəлимйəн Сəлмəн улы.

Ул арала ҡарһаланып секретарь ҡыҙ килеп инде.

— Бына һеҙгə, Сəлимйəн Сəлмəнович, Хəлимуллин менəн Кəлимуллиндең ғаризалары. Бына Сураҡаевты эшенəн бушатырға тигəн приказ. Хɵснɵтдинов инергə саҡырғанды кɵтɵп ишек тɵбɵндə тора. Ул инһенме, əллə тəүҙə министр менəн һɵйлəшəһегеҙме?

Хəҙер “ашығыс ярҙам” килеп етергə тейеш.

— “Ашығыс ярҙам” кəрəкмəй, ғариза менəн приказды йыртып ырғыт. Ə министрға торараҡ үҙем шылтыратырмын, — тине Сəлимйəн Сəлмəн улы ҡыҙа биреп. — Ə Хɵснɵтдиновҡа əйт. Етəкселəрҙең ишеге тɵбɵндə ышҡынып йɵрɵгəнсе, эшен белһен.

Шулай тине лə эсендə мɵлкɵлдəгəн ҡыуанысына кинəнеп:

“Абзыйығыҙ үҙе эшлəйəсəк əле”, — тип ҡабатланы.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: