Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
11 Июнь 2022, 08:10

«Һабантуй-2022» байрамы программаһы

(11 июнь, «Аҡ сатыр» паркы)

«Һабантуй-2022» байрамы программаһы
«Һабантуй-2022» байрамы программаһы

– Балалар һабантуйы – 10.30;

– Һабантуйҙы асыу тантанаһы – 11.00;

– ат сабышы – 11.30;

– халыҡ уйындары һәм спорт ярыштары – 12.00.

Көрәш (12.00-дә башлана). Ике төрлө йәш категорияһы ҡатнаша: үҫмерҙәр һәм ҡыҙҙар (12-18 йәшлек) һәм ир-егеттәр (18 йәштән өлкән). Ҡатнашыусыларҙы теркәү – 11.00.  Ауырлыҡ категориялары: үҫмерҙәр – 35, 40, 50, 60-ҡа тиклем һәм 60 кг-дан юғары; ҡыҙҙар – 40-ҡа тиклем һәм 40 кг-дан юғары; ир-егеттәр 60, 70, 80 кг-ға тиклем һәм 80 кг-дан юғары ауырлыҡ категориялары.

Ат сабышы, өс төрҙә: 1-се төр – 3 әйләнеш, (3,6 км), ҡатнаш тоҡомло аттар ҡатнаша; 2-се төр – 2 әйләнеш (2,4 км), тик урындағы эш аттары һәм башҡорт тоҡомло аттар ғына ҡатнаша; 3-сө төр – 2 әйләнеш (2,4 км), саф тоҡомло аттар ҡатнаша. Бәйге 11.00-дә баш­лана. Ҡатнашыусыларҙы теркәү – 08.00 сәғәттә.

Белешмәләр өсөн тел: 8-347-852-12-63.

Армспорт (12.00-дә башлана). 17 йәш­лектәр һәм унан өлкәндәр ҡатнаша. Ауырлыҡ категориялары: ир-егеттәр – 60, 70, 80 кг-ға тиклем һәм 80 кг-дан юғары; ҡатын-ҡыҙҙар – 50 кг-ға тиклем һәм 50 кг-дан юғары;

Гер спорты (12.00-дә башлана). 14 йәшлектәр һәм унан өлкәндәр ҡатнаша. Ауырлыҡ категориялары: ир-егеттәр (гер ауырлығы 24 кг) – 60, 70 кг-ға тиклем һәм 70 кг-дан юғары; үҫмерҙәр (гер ауырлығы 16 кг) – 50, 60 кг-ға тиклем һәм 60 кг-дан юғары; малайҙар (гер ауырлығы 10 кг) – 40 кг-ға тиклем һәм 40 кг-дан юғары; ҡатын-ҡыҙҙар (гер ауырлығы 12 кг) – 50, 60 кг-ға тиклем һәм 60 кг-дан юғары.

Волейбол (11.30-ҙа башлана).  Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар командалары ҡатнаша. Теркәлеү – 09.00.

Футбол (11.00-дә башлана). Ир-егеттәр командалары ҡатнаша. Теркәлеү – 09.00.

Традицион халыҡ уйындары (12.00-дә башлана). Уйындарҙа бөтә теләүселәр ҡатнаша, йәш сикләнмәй. Программаға түбәндәге ярыштар инә: вертикаль бағанаға менеү, көршәк ватыу, тоҡ кейеп йүгереү, йомортҡалы ҡалаҡ менән йүгереү, бәүелсәк бағанаға менеү, автомобиль һөйрәү, тоҡ менән һуғышыу, 100, 500, 1000 метрға йүгереү, оҙонлоҡҡа һикереү, бура һуғыу спорты, мас-рестлинг, «балыҡ тотоу», дартс, ҡатыҡтан аҡса эҙләү.

Спорт ярыштарында ҡатнашыу буйынса белешмә өсөн телефондар: 8-34785-2-13-19, 8-927-082-73-91 (Рәил Тимерғәле улы Исламов)

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: