Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
16 Июль 2022, 12:45

Ә һеҙ беләһегеҙме?

Бал ҡорттары тураһында бер нисә факт

Ә һеҙ беләһегеҙме?
Ә һеҙ беләһегеҙме?
  • Бал ҡорттары – «математиктар». Уларҙың кәрәҙҙәре тигеҙ яҡлы, ифрат ныҡлы төҙөлөштө хәтерләтә һәм яҡтарының мөйөштәре 109,28 градусҡа тиң.
  • Бал ҡорттары еҫ һиҙеү буйынса чемпиондар. Улар төрлө еҫте кешегә ҡарағанда 1 мең тапҡырға көслөрәк һиҙә, ә сәскә еҫен бер 1 саҡрымдан тоя.
  • Инә ҡорттоң ҡарышлауығы (личинкаһы) биш көн эсендә 1500 тапҡырға ҙурайырға өлгөрә.
  • Бал ҡорттарының кешегә билдәле булмаған тағы бер серле сифаты бар: улар ғәҙәттән тыш осраҡтарҙа, ғаиләһен һаҡлар өсөн, ғүмерҙәрен оҙайта ала.
  • Бал ҡорто 100 грамм бал әҙерләр өсөн 46 мең саҡрым юл үтә, ул экватор буйлап әйләнеп осоп сыҡҡанға тиң.
  • Эшсе ҡорт бер көндә ете мең сәскәне һеркәләндереп өлгөрә. Ҡайһы берәүҙәре үҙенән бер нисә тапҡыр ҙурыраҡ йөк менән оса ала.
  • Йөкһөҙ ҡорттоң тиҙлеге сәғәтенә 65 саҡрым булһа, йөк менән ул ике тапҡыр әкрен оса.
  • Бер ҡорт бер осоуҙа 40-50 мг һут килтерә.
  • Осоп барған бал ҡорто үҙе тирәһендә электр майҙаны ҡора һәм уның һүлпәнәйә башланған заряды 1,5-1,8 вольтҡа етергә мөмкин.

Интернет селтәренән.

Читайте нас: