Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт/Общество
3 Сентябрь 2022, 18:50

Ете сер

Аҡыл эйәләре ете серҙе мотлаҡ һаҡларға кәңәш итә

Ете сер
Ете сер
  • Иң мөһим серҙәрҙең береһе - алдағы йылдарға ҡорған пландар. Ниәтегеҙ бойомға ашмайынса, улар тураһында береһенә лә һөйләмәгеҙ. Уйлап еткерелмәгән, "сей" идеяға ҡаршылыҡ уйлап табыу бик еңел, бөтөнләй тормошҡа ашмаҫлыҡ итеп ауырлыҡтар тыуҙырыуҙары бар.
  • Аҡыл эйәләре сер итеп һаҡларға кәңәш иткән икенсе нәмә - ул һеҙ ҡылған изге эштәр. Яҡшы эш был донъяла бик һирәк күренеш, нәҡ шуның өсөн уны күҙ ҡараһылай һаҡларға кәрәк. Яҡшы эштәрегеҙ менән маҡтанмағыҙ, изгелектәрегеҙгә яуап булып ҡайтарылған яҡшылыҡтарҙы ғорурлыҡ "урлауы" бар.
  • Сер булып ҡала торған өсөнсө нәмә - ул һеҙҙең донъя рәхәтенән ваз кисеүегеҙ тураһында мәғлүмәт. Аҙ туҡланыу, етерлек йоҡламау, шәхси тормош тураһында уңға-һулға хәбәр һөйләп йөрөргә ярамай.
  • Шулай уҡ, батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ күрһәтеү хаҡында ла телгә алмау хәйерле, тип һанай аҡһаҡалдар. Кемгәлер тышҡы һынауҙар бирелә, берәүҙең рух көсөн һынай яҙмыш. Тышҡы һынауҙар күҙгә күренгән эш, шуға бының өсөн кеше бүләктәр ала. Эске кисерештәр сит кешегә билдәһеҙ, көслө рухлы булған өсөн наградалар ҙа бирелмәй.
  • Сер итеп һаҡлай торған бишенсе нәмә - ул рухи, дини белем. Рухи белемдең кимәлдәре төрлө була һәм кеше үҙаллы таҙарынып, аң кимәлен үҫтереп кенә был белемгә эйә булырға мөмкин. Яңы ғына рух һәм дин асылына төшөнә башлаған кеше ашығыс рәүештә бүтәндәр менән ошо белемен уртаҡлашырға теләп хаталана. Изге ниәттән әйтелгән һүҙҙәр был кимәлгә күтәрелеп етмәгән кешенең башын бутай һәм яҡшылыҡ килтерер урынға зыянлы булыуы бар.
  • Бүтәндәр менән бүлешергә ярамаған алтынсы сер - өйҙә ҡупҡан низағтар, ғөмүмән, ғаилә тормошо тураһындағы мәғлүмәт. Ғаилә эсендәге проблемалар хаҡында ни тиклем әҙерәк кешегә һөйләһәң, шул тиклем татыу, тыныс йәшәрһегеҙ. Ыҙғышыу, әрләшеү - аралашыу барышында тупланған негатив энергиянан арыныу.
  • Шулай уҡ аҡһаҡалдар ишетеп белгән насар хәбәрҙе башҡаларға һөйләмәҫкә кәңәш итә. Урамда аяҡ кейемен бысратырға мөмкин булған кеүек, аңды ла бысратырға була. Юл ыңғайында ишеткән бөтә мәғәнәһеҙ хәбәрҙе өйгә ҡайтып һөйләүсе ишек алдында бысраҡ аяҡ кейемен сисмәй үткән кешенән бер ере менән дә айырылмай.

(“Киске Өфө”нән).

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: