Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
19 Сентябрь 2022, 10:20

Бешеренеүгә ҡулы оҫта

Бер йыл элек Иҫәнғолда "Колосок" исемле пекарня асылды. Хужалары - Илшат Камил улы һәм Елена Александровна Вәлиевтар.

Бешеренеүгә ҡулы оҫта
Бешеренеүгә ҡулы оҫта

Ғаилә башлығы, "Ҡамыр батыр" пекарняһы һатылыу тураһындағы иғланды күреү менән, ҡатынының күптәнге хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында, был бизнесты һатып ала. "Колосок" тип исем ҡушалар улар уға. Илшат Камил улы үҙе ҡырҙа вахта ысулы менән эшләй. Елена Александровна пекарняла барлыҡ эштәрҙе тиерлек үҙе башҡара - икмәк, бәлеш, ләүештәрҙе үҙе бешерә. Ярҙамсыһы, шулай уҡ һауыт-һаба йыуыусыһы бар. 

- Барыһы ла яҡшы. Һатып алыусыларыбыҙ күп, кискә кәштәләребеҙ бушай, - тип ҡыуана Елена Александровна. 

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: