Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
27 Сентябрь 2022, 16:10

Мобилизацияланған граждандарға үҙҙәре менән нимә алырға

Республика хәрби комиссариатының матбуғат хеҙмәте өлөшләтә мобилизацияға эләгеүселәргә үҙҙәре менән нимә алырға кәрәклеге тураһында һөйләне

Мобилизацияланған граждандарға үҙҙәре менән нимә алырға
Мобилизацияланған граждандарға үҙҙәре менән нимә алырға

Хәрби операцияларҙа ҡатнашыу тәжрибәһе булған кешеләр ҙә үҙҙәренең тәжрибәһенән сығып, кәрәкле кәңәштәр бирһә, мобилизацияланыусыларға файҙалы булыр ине

Мобилизацияланған граждандар үҙҙәре менән бер тәүлеккә нимә теләй, шуны алырға мөмкин. Һауа торошона ярашлы кейенергә, үҙең менән йылы кейемдәр алырға кәрәк, уларҙы, тәғәйенләнгән урынға барып еткәс, посылка итеп өйгә ебәрергә мөмкин.

Мобилизацияланыусылар бөтә кәрәкле обмундирование менән тәьмин ителәсәк. Дарыуҙарғ килгәндә, граждандар үҙҙәре менән кәрәкле дарыуҙар алырға мөмкин. Әйтергә кәрәк, хәрби часҡа барғас,  улар аҙыҡ-түлек менән дә медицина кәрәк-яраҡтары менән дә тәьмин ителә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: