Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
19 Ноябрь 2022, 08:35

Мутлашыусылар яңы ысул уйлап тапҡан!

Һәр кемдең был ҡапҡанға эләгеүе ихтимал...

Мутлашыусылар яңы ысул уйлап тапҡан!
Мутлашыусылар яңы ысул уйлап тапҡан!

Рәсәйҙә телефондан мутлашыусылар аҡса урлауҙың яңы ысулын уйлап тапҡан, тип яҙа федераль киң мәғлүмәт саралары. Аферистар кешеләргә Рәсәй Банкы хеҙмәткәрҙәре булып шылтырата һәм аҡсаларын инвестицияларға эшләргә тәҡдим итә. Бының өсөн улар аҡсаны үҙҙәренең бер картаһынан икенсеһенә (икенсе банкка) күсереүҙәрен һорай. Һүҙ шәхси иҫәптәргә күсереү хаҡында барғанға күрә, кешеләр бында әмер күрмәй һәм ризалаша.

Ысынында иһә енәйәтселәр быға тиклем уңышһыҙ «клиент» асҡан зарарлы һылтанма аша онлайн-банкка инеү мөмкинлегенә эйә була. Уларға уңайлы картаға аҡса күскәс, уларҙы тиҙ арала урлайҙар.

Мутлашыусылар тоҙағына эләкмәҫ өсөн нимә эшләргә? Белгестәр «һанлы гигиена»ны үтәргә - шикле һылтанмаларҙы асмаҫҡа, шикле программаларҙы күсереп алмаҫҡа, шәхси мәғлүмәттәрҙе, «андроидтар»ҙағы телефондарҙы йышыраҡ вирустарҙы тикшерергә кәңәш бирә.

Банктарҙан, бигерәк тә Рәсәй банкынан шылтыратыуҙары тураһында әйткәс, шунда уҡ трубканы һалығыҙ. Банк хеҙмәткәрҙәре, айырыуса Үҙәк банкта, ил халҡына бындай тәҡдимдәр менән шылтыратмай.

Сығанаҡ: ИА Башинформ

Автор:Ләйлә Ғайсина 
Читайте нас: