Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
2 Декабрь 2022, 07:45

Хәйерле иртә!

Хәйрле иртә, дуҫтар! Изге йома көнө менән һеҙҙе. Бөгөн декабрҙең икенсе көнө булыуын күҙҙә тотоп, аҡъюлайға һынамыштар тәҡдим итәбеҙ.

Хәйерле иртә!
Хәйерле иртә!

Ҡыш көнө бәҫ күп булһа, бал мул булыр.

Мөрйәнән төтөн тура сыҡһа - һыуыҡҡа.

Декабрь йылы булһа, ҡыш оҙаҡҡа һуҙыла, яҙ һалҡын була.

Боҙ ҡытыршы булып туңһа, иген уңыр.

Ҡыш йондоҙ баҙыҡ янһа – һыуыҡҡа, тоноҡ янһа, йылыға тарта.

Ҡоро декабрь – ҡоро яҙ билдәһе.

Декабрҙең 25-тәрендә ағастарҙы бәҫ ҡаплаһа, киләһе йылда иген уңа.

31 декабрь төнөндә күк йондоҙло булһа, ағастарҙа бәҫ ятһа, киләһе йыл ашлыҡ уңыр.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: