Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
5 Ғинуар 2023, 14:15

Ә мин уны йәлләмәнем

Бала саҡ хәтирәләре хаҡында һөйләшеп ултырабыҙ

Ә мин уны йәлләмәнем
Ә мин уны йәлләмәнем

– Мин атайһыҙ үҫтем, – тине ауыр һулап Айгиз. – Атайым үлгәндә, биш кенә йәштә булғанмын. Уның эштән ҡайтҡас, ҡулына алып күккә сөйгәнен генә хәтерләйем...

Һүҙгә Ғәзиз ҡушылып:

– Ә мин атайһыҙ кешеләрҙән көнләшә инем, – тимәһенме! – Атайһыҙҙар иң бәхетле кешеләр кеүек күренә торғайны. Хатта, минеке ни эшләп үлмәй икән, тип уйлай торғайным.

Беҙ аптырап ҡалдыҡ. Бығаса берәүҙең дә атаһының үлемен теләгәнен ишеткәнем юҡ ине.

– Нисек инде улай?

– Атайым гел эсте, гел талашты, – тип һөйләй башланы Ғәзиз моңһоуланып. – Ул өйҙә булһа, ҡот осоп тора торғайны. Әсәй менән беҙгә көн күрһәтмәне. Урман хужалығында эшләһә лә, беҙгә лә бер ваҡытта аҡса бирмәне. Эш хаҡын теләһә кем менән эсеп бөтә лә әсәйҙән тағы аҡса таптыра ине. Бахыр әсәйем, балаларға әйбер алырға кәрәк, тип илап-ялбарып ҡарай ҙа, йыртҡыс төҫөнә ингән атайға уны ишетеү ҡайҙа? Йәмһеҙ һүҙҙәр менән йәберләп, уның һуңғы аҡсаһын ала. Ярай әле ҡайһы берәүҙәр эсһә лә, ятып йоҡлай, ә был төнө буйы ҡотороп сыға. Әсәйҙе йыш туҡмар ине, күҙенә нимә күренә, ала ла елгәрә. Ҡыш көндәрендә хатта һарайға инеп йоҡлаған ваҡыттар аҙ булманы.

Әсәйҙең бер саҡта ла йылмайып йөрөгәнен күрмәнем. Бер ваҡыт ултырғысты бәргәйне, ул миңә килеп тейеп, башым тишелде. Атайым өйҙән сығып китһә, рәхәтләнеп ҡала инек. Уның хатта ҡайтмауын теләйбеҙ. Әсәйем, исмаһам, шул урманында ағас та баҫмай бит, тиер ине. Мин дә атайым үлһен дә ҡуйһын ине теләй торғайным. Хатта атайһыҙ кешеләрҙән көнләшә инем. Ҙур үҫкәс, балаларым минең үлеүемде теләмәҫлек итеп йәшәйәсәкмен тип хыялландым. Күршеләрҙә Марат исемле класташым булды. Уларҙың атаһы юҡ, бәләкәй саҡта уҡ үлгән. Үҙҙәренә барһаң, шул тиклем рәхәт. Дуҫым рәхәтләнеп уйнай, берәүҙән дә ҡурҡмайҙар. Мараттың да, һеңлеһенең дә тыуған көнөн гел билдәләйҙәр. Ә беҙгә ҡайҙа ул ундай бәхет...

Ғәзиз һөйләй ҙә һөйләй. Атаһына ҡарата нәфрәте, күрә алмауы хатта йөҙөнә сыҡты. Үҙ атайың шул тиклем ҡанһыҙ булыр икән, тип уйлайбыҙ.

– Иренемдәге ошо йөй нилектән тиһегеҙме? – Ғәзиз һөйләүен дауам итте. – Атай ишаратының иҫтәлеге ул. Өсөнсө класта уҡый инем. Урамда уйнап йөрөп, һуңғараҡ ҡайттым. Һалмыш булған атайым: “Көсөк, әлегәсә һаман нимә эшләп йөрөйһөң?” – тип битемә һуғып ебәрҙе. Иренем йыртылып китте, ҡан аға башланы...

Атайым әсәйемде йыш туҡмай ине. Бер мәл иҫереп ҡайтты ла, сәсен матҡып алып, һуғып ебәрмәһенме! Һеңлем менән мин: “Атай, әсәйҙе үлтерәһең бит, туҡмама!” – тип ҡулына йәбешкәйнек, һеңлемде бер яҡҡа, мине икенсе урынға һелтәп осорҙо. Үҫә төшкәс, әсәйемде йәлләп, яҡлай башлаһам ла, көсөм етмәй ине. Шулай бер мәктәптән ҡайтһаҡ, әсәйемде шау ҡанға туҙҙырып туҡмаған да үҙе сығып киткән. Тиҙ генә табиптарҙы саҡырҙыҡ. Әсәйем дауаханала оҙаҡ ятып сыҡты, ярай әле үлмәне.

– Әле атайың ҡайҙа? – тип һорағанды һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ.

– Мин ун беренсе класты тамамлаған йылда урманда эсеп, быймалары төшөп ҡалып, аяҡтары өшөгән, шунан икеһен дә киҫтеләр.

– Бигерәк йәл булған.

– Ә мин уны йәлләмәнем. Һаман да шулай килеш йөрөһә, әсәйемде үлтерер ине. Бөгөн ҡәҙерлем өсөн күңелем тыныс. Теге аҙнала өйгә һыу үткәреп, бәҙрәф эшләп биреп киттем. Исмаһам, ҡалған ғүмере бәхетле булһын.

Дуҫымдың һүҙҙәре уйға һалды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, арабыҙҙа шундай бәғерһеҙ атайҙар бар шул. Балаларыбыҙҙың бәхетен урламаһаҡ ине...

Рәфинә Насирова.

Читайте нас: