Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
14 Ғинуар 2023, 18:27

"Туғандарым менән араны өҙҙөм, артыҡ хәйерсе ине улар..."

- Эх, ҡырыҡ биш йәшеңдә ошо көнгә ҡал да, туғандарың бар тип тә белмәһендәр инде! Хоҙай Тәғәлә байлыҡты, етешлекте һынар өсөн генә биргәнен алдан уҡыған, дини китаптарҙы ҡулыма тормошом ялт итеп торған саҡта алған булһаммы...  - тине Гөлгөнә, йәштәренә быуыла-быуыла.

"Туғандарым менән араны өҙҙөм, артыҡ хәйерсе ине улар..."
"Туғандарым менән араны өҙҙөм, артыҡ хәйерсе ине улар..."

— Мин үҙемде яратып кейәүгә сыҡтым тип әйтә алмайым, - тип дауам итте ул һүҙен. - Ирем - Азатым ярата ине. Мин көйһөҙ кейәү менән бер - әй йонсотам быны: улай итмә, былай ит, йәнәһе. Параллель рәүештә иптәш ҡыҙҙарға киңәшен дә мулдан бирәм - ирҙе күпме ҡәҙерһеҙләп тотһаң, ул һиңә шул тиклем һәйбәт була. Ғаилә тормошобыҙҙың ете йылы шулай уҙҙы ла. Эшемде ташланым, Азатты икешәр эштә эшләттем. Улым, һуңыраҡ ике игеҙәгебеҙ - ҡыҙ менән малай тыуҙы. Ҡыҙыбыҙҙың тыуыу менән башына ҡан һауҙы. Бер тере бала, бер үле бала алып сыҡтыҡ дауахананан. Шәп йәшәйбеҙ инде үҙебеҙсә - машиналар йөрөп тора, өй хәстәрләне Азат. Мин әле быныһын, әле тегеһен һорап ҡына торам. Алып ҡайта. Әти-әни менән аралашып торһаҡ та, өс туғаным менән араны өҙҙөм. Беҙҙең бай дуҫтар араһында улар артыҡ хәйерсе булып күренәләр ине. Азат оялманы уларҙан, мин оялдым - кейеп киләләр ҡысҡырып торған баҙар аламаһы, ҡустым, йылмайып ебәрһә, алдағы алтын коронкалары ыржайып ултыра. Апайҙарым менән дә аралашыуҙы туҡтаттым тиерлек - береһенең ире мәжлестә һәйбәт кенә ултыра алмай, ике рюмка эсһә иҫерә. Икенсеһенең трамвай йөртөүсеһе нишләп минең ебәк паласым өҫтөндә йөрөһөн тей әле?! Башта улар туған хаҡын хаҡлап ҡунаҡҡа өндәшәләр ине, һуңыраҡ үҙҙәре лә саҡырмай башланы.

Улдарыбыҙ һәйбәт баҡса-мәктәпкә йөрөнө, мин иркә һәм яуыз ҡатын булдым. Иремдең өҫтөмдән йөрөүе тураһында уйлап та ҡараманым. Туғандарым белгән, әммә аралашмағас, миңә ҡайҙан килеп ишетелһен инде ул? Көҙгө менән плитәнән башҡаны күрмәгән, өй хеҙмәтселәренә фарман биреүҙән тыш мәшәҡәттәргә күмелмәгән ҡатын үҙенән дә яҡшырак зат булыуы мөмкин тигән уйлар менән ваҡланамы һуң инде? Сит ҡатын менән йәшәйәсәген ул уртаҡ балалары тыуғас ҡайтып әйтте. Мин тереләй үлдем. Иртәнгә буялған сәсем аҫтынан ап-аҡ йәймә бүртеп сыҡҡан ине. Тыныс ҡына кейемдәрен йыйҙы, «Һин ҡәбәхәт ҡатын. Йәнле булһаң, үҙ туғандарыңды кәм-хур итмәҫ, ағыуыңа быуылып бер үҙең өйҙә ултырмаҫ инең. Мин кешелекле ҡатынды яраттым. Өйҙө бүлешеп тормайым, һиңә ҡалдырам», - тине. Һәм минең өсөн донъя ла, ваҡыт та үҙ күсәренән сығып туҡтап ҡалды.

Бер-ике аҙна илай-илай йүләрләнә яҙғас, бер аҙ айныным шикелле. Иң беренсе өйҙә аҡса бөттө. Азат балаларҙың уҡыуҙарына түләгән, ә коммуналь хеҙмәттәр өсөн килгән һигеҙ мең һум бурысты нишләтергә? Шылтыратам быға. Аҡса кәрәк, тейем. «Аҡса кәрәк кеше эшкә сыға», - тип ҡоро ғына яуап ҡайтарҙы Азат. Иҙән йыуыусы булып эшкә урынлаштым. Һин мине күрһәң - подъезд иҙәне йыуам, үҙемдең йыуған иҙәнгә тып-тып йәшем тама. Бармаҡ һайын алтын йөҙөк, ҡолаҡта һикһән меңлеге «йылмая» - ә мин кеше шаҡшыһы, кеше төкөрөгө йыуып йөрөйөм. Башта апайыма шылтыраттым. Ул, илтифатһыҙ ғына: «Кире ҡайтыр әле, сабыр ит», - тине дә, башҡа аралашҡыһы килмәгәнлеген белдереп, телефонын һүндереп тә ҡуйҙы. Икенсе апайым да, ҡустым да минең ҡайғыға йығылып китмәнеләр. Башың иҫән булһын, имеш. Ашарыңа булмағас, ул баштың нимәгә кәрәге бар? Өйҙә һатырға ҡуйҙым. Кем алды тигән әле һин уны? Уртансы апайым. Баҡһаң, фатир киңәйтергә тип аҡса йыйған булғандар, мин һиңә әйтәйем... Мин ике бүлмәле фатир алдым. Өй һатыуҙан ҡалған ҡулдағы аҡсаға бер йыллап иркен йәшәнем әле. Уныһы бөтөүгә, ҡабат эш эҙләй башланым. Беренселә уҡыусы бәләкәс улым минең менән фатирға күсенде. Ҙурыһы атаһы менән йәшәүҙе хуп күрҙе.

Ауыр миңә, бик ауыр. Азаттың хыянатына ла күндем буғай инде. Туғандарымды ғүмерлеккә юғалтыу йәнде әрнетә. Бер абыстай: «Байлыҡ кешене һынар өсөн генә бирелә», - тине әле үҙемә. Алданыраҡ белһәм, мин дә, бәлки, был көнгә ҡалмаҫ инем. Ирем юҡ, балаларға кәрәгем шул хәтле генә, туғандарым минән йөҙ сира. Аралашыр кешем дә юҡ. Заводтағы бушҡа һөйәркә эҙләп йөрөүсе ирҙәр менән дә ваҡланаһым килмәй. Мин бит хәҙер вахтала ултырам - айына 9 мең 500 һум хеҙмәт хаҡы сыға. Шуға бер ай йәшәйем. Ә ул аҡса, ирле булғанда, минең бер тапҡыр кибеттә ҡалдырып сыға торған «мелочь» ине.

Сығанаҡ: http://arskmedia.ru/

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: