Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
20 Ғинуар 2023, 16:50

Бесән бәләһе. Булған хәл

Биктимер ағай төпкөлдәге ауылдарҙың береһендә үҙенсә йәшәп ята ине. Үткән быуатта уҡ тыуған кеше булараҡ, колхоз тормошонда ҡушылғанды эшләп, тегеләй-былай әйбер ятһа, алып ҡайтып өйрәнгән. Бер һүҙ менән әйткәндә, капитализм арбаһына эләгеп китә алмаған умыртҡаһыҙ быуын вәкилдәренең береһе.

Бесән бәләһе. Булған хәл
Бесән бәләһе. Булған хәл

Быға тиклем әштер-өштөр генә кейенеп, ауыҙынан тәмәкеһен төшөрмәй, бик бошонмай ғына йәшәп ятҡан Биктимер ағай, ауылдаштарын аптыратып, ҡапыл теремекләнеп китте, тырышып донъя көтә башланы. Бының сәбәбенә, күпме генә баш ватһалар ҙа, ауылдаштары төшөнә алманы. Ҡарамаҡҡа ябай кеше кеүек булһа ла, ағай үҙе лә серҙе сисмәне.

Йәйҙең матур көндәренең береһе. Бесән ваҡыты. Бындай көндө бошмаҫ йәндәр генә вайымһыҙ үткәрә алалыр. Улар иҫәбенә ҡаланан йылға буйына ял итергә килгән кешеләрҙе лә өҫтәргә була. Улар Ашҡаҙар ярында һыра һемереп, балыҡ ҡармаҡлаған кеше булып ята торған. Ләкин һис кенә лә ауыл кешеһе түгел! Ауылда йәшәгәндәр өсөн йәйҙең һәр көнө иҫәпле – ҡышҡа малға бесән әҙерләргә кәрәк! Биктимер ағай ҙа шулай тырыша. Бүтән ваҡытта бик ыжламаһа ла, бесән ваҡыты етһә, йүнләп йоҡламай ҙа ул хатта.

Бына бөгөн дә, иртән тороп атын екте лә, туғайға сығып китте. Бесән ята, бесән! Үҙенә бүленгән туғайҙағы үлән быйыл матур үҫкән. Исем өсөн көн дә өс-дүрт бакуй сыға Биктимер шунда. Иң мөһиме – кеше күрһен. Иртән барып салғы һелтәй ҙә, төштән һуң йоҡлай ул. Кис, көтөү ҡайтҡас, йәнә китә ул туғайға. Башҡа кешеләр кеүек эҫелә бешеп-янып йөрөмәй, ә киске һалҡында эшләй бесәнде, йәнәһе. Ысынында иһә, бер-ике күбә өйә лә, Ашҡаҙарҙы кисеп кенә сығып, таллыҡтың теге яғына “һунар”ға елдерә. Унда колхоз яланы!

Техника техника инде, салғы менән бөксәңләү түгел. Колхозсылар йөҙәрләгән гектар бесәнлекте аҙна эсендә эш итеп бөтә.

Биктимер йыл да ошо яландан, үҙе әйтмешләй, ”налог” ала. Элек ата-бабаларҙан ҡалған ер, хәҙер генә колхоздыҡы ул. Нишләп колхоз малы күпертеп бесән ашаһын да, минекеләр өйҙә һалам кимерергә тейеш? Әҙер бесәнде төн йоҡламай ташып, ағастар араһында үҙе генә белгән бер бәләкәй аҡланға бер кәбән итеп өйөп ҡуя. Был аҡланға тик ат менән генә инеп була, машинаға юл юҡ. Ауылдан алыҫ, шуға халыҡ та был тирәгә бик йөрөмәй. Килһә лә, балан, муйыл йыйыусылар килеп сыға. Хәйер, улар ҙа һирәгәйҙе хәҙер, бөтә нәмә баҙарҙа һатыла.

Бөгөн иртән Биктимер пайына туҡтап, ваҡыт әрәм итеп торманы. Тура йәшерен аҡланына елдерҙе. Сөнки ул “налогын” етерлек йыйғайны. Кәбән һалып, теүәлләп ҡуйырға кәрәк. Ямғыр яуып китергә күп һорамаҫ. Шунан тағы мәшәҡәт – әйләндер, киптер.

Биктимерҙең бар балаһы ла – ҡыҙҙар. Ҡатыны бер малай табып бирә алманы. Ҡул араһына инеп, үҙ йәме менән йөрөр ине шунда ярҙамсы булып. Юғиһә биш ҡыҙ бит, тфү! Хоҙайҙан күпме ялбарҙы Биктимер малай һорап, тик ул да ҡолаҡ һалманы, биш ҡыҙ бирҙе эшкинмәгән бисәкәйенә.

Шундай уйҙар менән килеп етте ир теге аҡланға. Бесән ҡыштырлашып туҙышып ята. Матур итеп кипкән. Килтерҙе лә ауҙарҙы, килтерҙе лә ауҙарҙы шул мәле сыҡҡанда. Өйөп барһаң ине лә бит, бер үҙе шул. Биктимер йәнә ҡыҙҙарын иҫенә төшөрөп, әсе итеп һүгенеп ебәрҙе. “Тфү, инәгеҙҙең...”

Күк бейәһен туғарып, дилбегәнең бер осон йүгәнгә эләктерҙе, икенсе осон ағасҡа бәйләне. Ашаһын малҡай, ял итһен, аҙна буйына ялһыҙ эшләне бит!

Эш ҡоралдарын барланы хужа: һәнәктәр, балта бында, ҡул бысҡыһын да алған, арҡан да урынында… Их, ҡәһәрең, баҫҡысты онотҡан икән! “Ярай, йән биргәнгә – йүн биргән, бер нәмә уйлармын эш ыңғайы”, – тип үҙен тынысландырып, эшкә тотондо. Эшләһәң, эш ҡарышмай инде ул. Биктимер үҙе ырғыта, шунан үрмәләп кәбән өҫтөнә менеп, күпереп ятҡан бесәнде тапап, йәтешләп һала. Шунан яңынан ергә төшә. Шулай менде лә төштө, менде лә төштө. Бына кәбән яртыһына ла етте. Биктимер саҡ ҡына ял итеп алды, сәй эсте, тәмәке көйрәтеп ебәрҙе. Уйҙары йәнә шул эшкинмәгән бисәһе тирәһендә сыуалды. “Балдыҙҙы ғына алмағанмын бит заманында. Үҙе лә миңә күҙ һалып йөрөй ине шикелле. Ул, ана, алты малай табып бирҙе бажаға, шәп булғас. Бер арба малай-шалай тапһа ла, үҙе һаман төҫ ташламай, ҡыҙҙар кеүек. Ә минеке, тултырылған тауыҡ, япбишмәт! Лырҡылдап әллә ҡайҙа йәйелә, тфү!” Йәнә ҡаты ғына итеп ете ҡырлы итеп һүгенде лә, һәнәгенә йәбеште Биктимер. Көнгә ышанып булмай, әле салт-аяҙ көн булһа, төштән һуң ямғыр яуып ебәреүе бар.

Эш тамамланыуға яҡынлашҡан һайын өҫкә менеүе ауырлашты. Ат арбаһын яҡынайтып йәнә бергилке ырғытты Биктимер. Шунан эргәләге өйәңкене бысып алды ла, йәтешләп баҫҡыс кеүек нәмә әтмәләне. Эштәр тағы ырап китте, ана. Һай, үҙе лә һуң! Йыбытҡы бажа түгел инде, гөрләтеп донъя көтә. Ул йөрөй, аҡса эшләйем тигән булып, сит тарафта. Себерҙә йүнле кеше йөрөймө ни, йыйын кәүшәк шунда саба. Ысын ирҙәр ауылда донъяның артына тибеп йәшәй бына. Һәй, йәнә өс-дүрт һәнәк ырғытып, осларға ла, эш тә бөтә!

Биктимер, түбәһе ҡояшҡа терәлгән кәбән башына менеп, аҙаҡҡы тапҡыр тапаны ла, кире төшә башлағайны, әллә баҫҡыс һелкенде, әллә яҙа баҫты, белмәҫһең, ҡолап китте. Тик ергә барып төшмәне ул, салбарының ни ере менәндер баҫҡыстың сығып торған ботағына эләгеп, баш түбән аҫылынды.

Аңына килгәс, тегеләй боролоп ҡараны ир, былай күҙ һалды. Тик аҡланда үлән уртлап йөрөгән бейәһенән башҡа тере зат күренмәй. Ах, нисек тә балаҡҡа барып етергә лә бит, әммә үрелеп кенә ботаҡҡа йәбешергә хәл етерлек түгел. Ярайһы ғына маташҡандан һуң, Биктимерҙең аҡтыҡ хәле лә бөттө. Былай булмай, ҡысҡырырға кәрәк. “Һә-әй, берәйһе юҡмы шунда? Ярҙам итегеҙ!” Һай, хәйерһеҙ, былай ҡысҡырыуҙан ни фәтүә, ишеткән кеше ҡайҙан булһын инде бында. Килеп тороп шырлыҡ. Күк бейәһе генә, хужам, ни эшләйһең, эш тамаммы, ҡайтабыҙмы әллә, тигән кеүек, Биктимергә мөлдөрәп ҡараны ла, йәнә ашарға тотондо.

Ярты сәғәтләп ваҡыт үтте шикелле, валлаһи, әҙәм заты юҡ. Үәт, халыҡ, нимә эшләп яталарҙыр ул ошондай ҡыҙыу эш ваҡытында өйҙәренән сыҡмай. Биктимер, эленгән килеш тормош юлын барларға кереште. Йә, Хоҙайым, ниңә икән был яза миңә? Бөтә ҡырын эштәре, кемде рәнйеткәне, бөтә ғүмере ап-асыҡ булып күҙ алдынан үтә уның. “Ни малай бирмәнең, эй, Аллам, ошонда янымда булһа, нисек тә ярҙам итер ине хәҙер атаһына. Ҡыҙҙарҙан йүн сығамы ни? Ана бит, эшкинмәгән бажаның ике улы ла хәҙер, аталарына эйәреп, Себергә саба. Минең ҡыҙҙар кейәүгә сығып, бала табыуҙан уҙа алмай.

Ошо бәләнән имен-аман ҡотолһам, бер ҡасан да ҡырын юлға баҫмаҫмын, һинең биргәнеңә шөкөр итеп кенә йәшәрмен, эй, Хоҙайым!”

Аңы томаланды шикелле Биктимерҙең, күҙ алды ҡараңғыланды, башына йылы йүгерҙе, тәне лә хәҙер бер ниндәй ауыртыу тоймай. “Йә, хуш! Бәхил булығыҙ, яландарым, Ашҡаҙарым! Күк бейә, бәхил бул…” Биктимер ҡан һауған күҙҙәрен йомдо.

Тып-тып… тып-тып… Һәй, донъяның хозурлығы! Хәйер, теге донъялалыр әле ул хәҙер. Шулайҙыр, ололар, унда рәхәт икән, тип һөйләй ине. Бына мөғжизә, әхирәттә лә ямғыр яуа икән… Ниндәйҙер мәхлүк битен ялаған да кеүек, әллә хур ҡыҙҙары шулай иркәләйме икән ағаларын.

Тере лә баһа! Күк бейәһе дилбегәнән ысҡынып, эргәһенә килеп, битен ялаған икән. Һикереп тороп, үҙен ҡапшап ҡараны Биктимер. Тере бит, тере! Шатлығынан һылтаңлап бейеп китте! Ул тере! Тере! Хоҙаның хикмәте! Баш ҡына бик ныҡ ауырта, бил тирәһе сәнсеп-сәнсеп ала. Улары ғына пустәк! Иң мөһиме – үҙе тере бит!

Биктимер сатнап килгән башын, һыҙлаған билен ыуа-ыуа әйберҙәрен йыйҙы ла, атын егеп, ҡайтыу яғына елдерҙе. “Ҡайтайым ғына әле, күрмәгәнен күрһәтәм бисәкәйҙең. Ялға ҡайтҡан биш ҡыҙын да туҙҙырам!” – тип һөйләнде ул, тормош тәрән бураҙналар һалған битен йыуған эре ямғыр тамсыларын һөртә-һөртә.

Иншар АСҠАРОВ.

Читайте нас: