Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
1 Март 2023, 09:50

Татыу ғаилә ил күрке

Бөтә нимә ғаиләнән башлана

Татыу ғаилә ил күрке
Татыу ғаилә ил күрке

Яҡыныңа хәстәрлек, телгә һөйөү ҙә, олоно ололау, кесене ҡурсалау ҙа иң тәүҙә ғаиләнән. Был донъяға яңы кешене ғаилә ҡаршы ала, ҙур тормош өсөн, яңы ғаилә өсөн тәрбиәләй. Ғаилә йылыһы кемгә лә бик кәрәк.

Ғаилә мөнәсәбәттәре тураһында мәҡәлдәр:

Татыу ғаилә – ил күрке.

Кесегә мәрхәмәт ит, олоға итәғәт ит.

Ҡартты ҡәҙерләһәң, ҡартайғас ҡәҙер күрерһең.

Ололарҙы ололау – яҡшылыҡтың билдәһе.

Бер олоноҡон тыңла, бер кесенекен тыңла.

Ҡояш янында - йылылыҡ, әсә янында - изгелек.

Малайға тәрбиә биреп - ил тәрбиәләйһең,

Ҡыҙға тәрбиә биреп - милләт тәрбиәләйһең.

Ағаһын күреп, ҡусты үҫер, апаһын күреп, һеңле үҫер.

Ир бала атаһына таяу, ҡыҙ бала өй эсендә буяу.

Бала итәктә һөйҙөрә, итәктән төшһә - көйҙөрә.

Улың булһа, олоҡло менән күрше бул,

Ҡыҙың булһа, ҡылыҡлы менән күрше бул.

Әсәһенә ҡарап ҡыҙын ҡос, атаһына ҡарап улын ҡос.

Ҡыҙы барҙың наҙы бар.

Ҡыҙлы йорт – нурлы йорт.

Ул – һөйөнөс, ҡыҙ – ҡыуаныс.

Ҡыҙҙар ярата йылы һүҙ, ҡаты әйтмә, егет,түҙ.

Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә — ҡатын

Ҡатын теләһә, ишәктән ир яһар, теләһә, ирҙән ишәк яһар.

Ҡатын һәлкәү булһа, ир ялҡау булыр.

Ҡатынды йөҙөк ҡашы иткән дә, муса ташы иткән дә — ир.

Ҡатынынан айырылғандың ҡанаты ҡайырылған

Ҡатын уңғаны иргә яраған, ир уңғаны илгә яраған.

Бала - ата-инәгә алтын бағана.

Бала ҡәҙерен әсә белер, ил ҡәҙерен ир белер.

Бала күрмәгән - балдан ауыҙ итмәгән.

Баланан бәхетең булһа - ҡарт көнөңдә йәш итер,

Баланан бәхетең булмаһа - иртә йәштән ҡарт итер.

Ҡыҙ байлығы - күркәм холоҡ, ир байлығы - тәүәккәл.

Ҡыҙ күңелендә — балалы бишек, ир күңелендә — эйәрле ат.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: