Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
1 Март 2023, 08:40

Яҙ ҡасан башлана?

Ниһайәт, март айына ла аяҡ баҫтыҡ. Календарь буйынса 1 март яҙҙың беренсе көнө булып иҫәпләнһә лә, был шартлы, әлбиттә. Календарь яҙҙан тыш, астрономик, климатик, метеорологик, фенологик яҙҙар бар. Улар ҡасан башлана һуң? Был хаҡта тулыраҡ түбәндә.

Яҙ ҡасан башлана?
Яҙ ҡасан башлана?

Календарь яҙ григориан календары буйынса 1 мартта башлана һәм өс ай дауам итә: март, апрель, май. Иҫке стиль буйынса ул иһә 14 мартта башланып, 14 июндә тамалана.

Астрономик яҙ (Ҡояш буйынса) яҙғы көн менән төн тигеҙләшкән көндән (20, 21 март) алып иң оҙон көнгә (21 йәки 22 июнгә тиклем) дауам итә.

Климатик яҙ – Климатологтар яҙ килеү көнөн үҙҙәре билдәләй. Һәм ул төрлө төбәктә, уның климатына ярашлы, төрлөсә. Ул һуңғы 30 йыл эсендә климатик уртаса тәүлек температура 0 градустан юғары күтәрелгәс башлана. Йәғни ул әлеге ваҡытта һауа торошо ниндәй булыуға түгел, ә һуңғы 30 йылдағы һауа торошона бәйле.

Метеорологик яҙ уртаса тәүлек һауа температураһы 0 градустан артҡас башлана һәм йыл да үҙгәреп тора. Термометр бағанаһы 5 тәүлек нулдән юғары булғанда башлана.

Фенологик яҙ – ярайһы уҡ шартлы төшөнсә. Уның башланыуы йыл һайын ҡабатланыуысы тәбиғәт күренештәренә бәйле, мәҫәлән: йылы яҡтан ҡоштар ҡайтыуы, йәнлектәрҙең ҡышҡы йоҡоһонан уяныуы, ағастарҙың бөрөләнеүе.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: