Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт/Общество
6 Март 2023, 17:43

Донъяны матурлыҡ ҡотҡарыр

Һеҙ  сәскә яратаһығыҙмы? Яратаһығыҙ, әлбиттә. Әллә ниндәй ҡөҙрәткә эйә бит улар. Матур гөлләмәгә ҡарап күңел нескәрә, тормош мәшәҡәттәре лә юҡҡа сыҡҡандай була. Шуға ла һалҡын ҡышта райондаштарға тере сәскә һатып алыу мөмкинлеге тыуҙырған Зәлиә Зарипова өшөгән күңелдәрҙе йылытып ебәрә алыуы менән ғорурлана.

Донъяны матурлыҡ ҡотҡарыр
Донъяны матурлыҡ ҡотҡарыр

Һеҙ  сәскә яратаһығыҙмы? Яратаһығыҙ, әлбиттә. Әллә ниндәй ҡөҙрәткә эйә бит улар. Матур гөлләмәгә ҡарап күңел нескәрә, тормош мәшәҡәттәре лә юҡҡа сыҡҡандай була. Шуға ла һалҡын ҡышта райондаштарға тере сәскә һатып алыу мөмкинлеге тыуҙырған Зәлиә Зарипова өшөгән күңелдәрҙе йылытып ебәрә алыуы менән ғорурлана.

-Кешегә күп кәрәкме инде?! Яҡынығыҙға байрам уңайынан, йә бөтөнләй сәбәпһеҙ бер генә булһа ла сәскә бүләк итегеҙ әле – ул ҡыуаныр, йөҙҙәре нурланыр, ә һеҙҙең күңелегеҙҙә изгелек тамырланыр, – ти ул. – Ир-егеттәр магазинға инеп, хаҡын да һорамай, иң матур гөлләмәне алһа, һөйгәнен ҡыуандырырға теләүен күреүҙән күңелгә рәхәт булып китә.

Сәскә бизнесы менән Зариповтар 90-сы йылдар аҙағында шөғөлләнә башлай. Башта йылына бер генә – 8 Март байрамына ҡәнәферҙәр һаталар. Унан яйлап раузаларға тотонорға йөрьәт итәләр. Был өлкәнең файҙа килтереүен белгәс, ныҡлап тотоналар. Ер алып, магазин төҙөйҙәр. Инде 13 йыл  уларҙың кибетенән яҡындарына матурлыҡ бүләк итергә теләүселәр өҙөлмәй, бигерәк тә байрам осоронда.

Зәлиә апай эш урынында сәскә менән һатыу итә, ә өйөндә уны күп һанлы гөлдәре ҡыуандыра. Матурлыҡ яратҡан Зариповтар йәй ихатаһында ят-ят, төрлө төҫлө сәскәләр үҫтерһә, ҡыш иһә йорт алдында үҫкән ағастарҙы, ҡапҡа, өй баштарын гирляндалар менән биҙәй.

Ҡасандыр район мәҙәниәт йортонда Земфира Күләйева етәкләгән хорҙа танышҡан Зәлиә Әмир ҡыҙы менән Дауыт Сабит улының быйыл бергә йәшәүенә 38 йыл була. Өс улға ғүмер биргәндәр. Ҙур улдары Вадим Пермдәге Федераль яза башҡарыу хеҙмәте институтын тамамлап, Камчатка крайында һөнәре буйынса эшләй. Өйләнгән, ике ул тәрбиәләй. Артурҙары ла Камчаткала. Мәскәү хәрби институтын бөтөрөп, хәрби оркестрҙа дирижер булып эшләй. Тормош иптәше менән бер ҡыҙ тәрбиәләй. Кесе улдары Руслан Тымыҡ океан флотының Камчатка крайы буйынса балыҡ тотоу судноһында матрос. Балалары алыҫта йәшәгәнгә, йыш осраша алмағанғанға бер аҙ күңелһеҙләнһә лә әсә, уларҙы янда тотоп булмауын аңлай һәм, иң мөһиме – улар бәхетле булһындар, ти.

“Кешеләрҙә ике йөҙлөлөктө: һинең алда бер төрлө һайрап, артыңдан һөйләп йөрөгәндәрен яратмайым. Алдашыуҙы йәнем һөймәй. Үҙемде алдағандары ла, хатта сәскәләремде урлап сығып киткән осраҡ та булды. Һөйләһәң, әкиәт кеүек тарих”, – тип көлә Зәлиә Әмир ҡыҙы.

Донъяны матурлыҡ ҡотҡарыр тиҙәр, кешеләргә ошо матурлыҡты, сәскәләрҙе таратырға ярҙам иткән сәскәсе Зәлиә апайға эшендә уңыштар, теләйбеҙ.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: