

Китапта Башҡорт АССР-ында тыуған һәм республиканан Ҡыҙыл Армия сафтарына саҡырылып, ошо дивизия составында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәрҙең биографиялары бирелгән.
Был 78-е – Советтар Союзы Геройы, бишәүһе Дан орденының тулы кавалеры, 3860 һуғышсыһы төрлө орден-миҙалдар менән бүләкләнгән данлыҡлы дивизиябыҙҙың яугирҙәре тураһында ҙур эҙләнеүҙәр нигеҙендә сыҡҡан тәүге документаль тарихи баҫма. Шайморатовсыларҙың ҡаһарманлығы киң билдәле булһа ла, республикала әлегә тиклем дивизияның шәхси составы, яугирҙәрҙең биографиялары буйынса маҡсатлы эш алып барылмаған. Был эш менән күберәк энтузиастар ғына шөғөлләнде. 2019 йылда генерал Шайморатовтың тыуған көнөндә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты 112-се дивизия яугирҙәренең мөмкин тиклем тулы исемлеген төҙөү һәм йыйылған материалдар нигеҙендә йыйынтыҡ сығарыу буйынса «Шайморатовсылар – Шайморатов вариҫтары» исемле проект башланы. Уның етәксеһе – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Айытҡолова Эльвира Ринат ҡыҙы.
Сараны асып, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов сығышында йыйынтыҡты сығарыуҙы ҙур масштаблы халыҡ проекты тип атаны. «Китапты әҙерләүгә беҙҙең данлы яугирҙәребеҙҙең күп һанлы вариҫтары әүҙем ҡушылды. Улар 300-гә яҡын хат, күп һанлы биографиялар, фотолар һәм башҡа документтар ебәрҙеләр. Тарихсылар, республика һәм урындағы хәрби комиссариаттар хеҙмәткәрҙәре өҫтөнә лә ҙур йөк төштө, тыуған яҡты өйрәнеүселәр ҙә күп эш башҡарҙы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Клара Әһлиуллина етәкләгән эшсе төркөмдөң хеҙмәте лә баһалап бөткөһөҙ. Ләкин төп эш Башҡортостан энциклопедияһы һәм З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте хеҙмәткәрҙәре өҫтөнә төштө», – тип билдәләп китте ул.
Йыйылған материалдар нигеҙендә китаптың беренсе баҫмаһы 500 дана тираж менән 2021 йылдың февралендә сыҡты, уға 2700 яугирҙең биографияһы ингән. 2021-2022 йылдарҙа тағы ла 400-ҙән ашыу шәхес тураһында мәғлүмәт килеп, 1000 дана менән сыҡҡан икенсе баҫмала 3100-ҙән ашыу биографик белешмә тупланған. Дивизияның тәүге составында 3823 һалдат булып, артабан был һан күпкә артҡан. Шуға күрә исемлекте төҙөү тамамланған тип һис тә әйтеп булмай.
Юлдаш Мөхәммәт улы йыйынтыҡтың 360 данаһын ҡала һәм райондар китапханаларына тапшырыу маҡсатында Милли китапханаға бүләк итте. Был яуаплы эш тиҙ арала тормошҡа ашырылды, Ейәнсура районы үҙәк китапханаһы ла алты китап алып, уҡыусыларын ҡыуандырҙы. Сарала шулай уҡ Милли китапхана директоры вазифаһын башҡарыусы Л. Ильясова, китапхананың башҡорт әҙәбиәте бүлеге мөдире А. Ибраһимов, Башҡортостандың Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте рәйесе урынбаҫары Л. Йомағужина, «Башҡорт энциклопедияһы» директоры И. Солтанморатов һәм башҡалар сығыш яһаны. Улар китаптың сығыуы менән тәрән ҡәнәғәтлек тойғоһо кисереүҙәрен белдерҙе һәм күп яугирҙәрҙең асыҡланып бөтмәүе сәбәпле, йыйынтыҡтың өсөнсө – өҫтәлмә баҫмаһын әҙерләп сығарыу кәрәклеген яҡлап сыҡты. 112-се Башҡорт атлы дивизияһы яугирҙәре иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса маҡсатлы эште даими алып барырға, мәктәптәрҙә һәм китапханаларҙа патриотик эште дауам итергә: асыҡ дәрестәр үткәрергә, экспозициялар әҙерләргә, был геройҙарҙың балалары, ейәндәре һәм башҡа туғандары менән осрашыуҙар ойошторорға кәрәк. Был тема бөгөн, бығаса булмағанса, бик мөһим.
Районыбыҙҙа 112-се дивизия яугирҙәре тураһында тәүге күләмле мәҡәләне Бөйөк Еңеүҙең 50 йыллығына арнап, Ейәнсура районының Почетлы гражданы Рәшит Ғәлиулла улы Иҙрисов «Ейәнсура таңдары» гәзитендә 2005 йылдың 9 майында баҫтырып сығарҙы. Унда Советтар Союзы геройҙары Ҡәйүм Әхмәтшин менән Ҡотләхмәт Хәйбуллин һәм тағы ла һигеҙ шайморатовсы тураһында тулы мәғлүмәттәр бирелгәйне. Архив материалдарына таянып, автор тәүге саҡырылышта уҡ Башвоенкомат разнарядкаһы буйынса дивизияға Ейәнсуранан 102 ир-егет алыныуы һәм һәр һалдаттың хеҙмәткә ике ат менән китеүен дә билдәләп үтә.
Шул уҡ йылда был мәсьәләгә шулай уҡ районыбыҙҙың Почетлы гражданы Мирсал Исмәғилев тотондо. Ул район гәзите аша яугир-атлыларҙың исем-шәрифтәрен асыҡлау маҡсатында туғандарына мөрәжәғәт итте. Мирсал Зәйнәғәбдин улына беренсе мәғлүмәт Башбармаҡ ауылынан Миңзәлә Кинйәбаева-Мәүлетованан килә. Уның ҡартатайы Дилмөхәмәтов Сөләймән Вәли улы ошо дивизия составында һуғышып һәләк булған. Аҙаҡ уның ғаиләһенә дуҫы Назаров Хәмзә Әфләтүн улынан латинса яҙылған хат килә. Ул Сөләймәнде бер төркөм иптәштәре менән ҡәҙерләп ерләүҙәре, үҙе менән бергә ҡайнағаһы Исхаҡов Һиҙиәттең дә хеҙмәт итеүе тураһында яҙған була. Шулай итеп, Исмәғилевҡа тәү башлап ошо өс шайморатовсы – яҡташтарыбыҙҙың исемдәре билдәле була.
Был турала материал гәзиттә баҫылғас, Сәғит ауылынан Ришат Ҡыуатов егеттәрҙең командиры Таһир Кусимов булған 275-се полкта хеҙмәт итеүҙәрен асыҡлай һәм ошоларҙы Мирсал ағайға еткерә. Артабан да Ҡыуатов уны үҙе тапҡан мәғлүмәттәр менән таныштырып тора. Ныҡлы эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһендә Мирсал Зәйнәғәбдин улы 30 шайморатовсыны һәм уларҙың ҡыҫҡаса биографияһын асыҡлай.
Һуңғы йылдарҙа был мәсьәлә менән Ейәнсура районының Почетлы тыуған яҡты өйрәнеүсеһе Ришат Ҡыуатов бик әүҙем шөғөлләнә. Ул бөгөнгә 30 райондашыбыҙҙың, шулай уҡ Хәйбулла, Йылайыр райондарынан, Ырымбур өлкәһенән 40 шайморатовсының исем-шәрифтәрен асыҡланы. Һәм был юҫыҡта эшмәкәрлеген уңышлы дауам итә. Ришат Рәшит улы 2022 йылда ошо темаға арнап «Данлы һәм ҡанлы юл үтеп» исемле китап әҙерләп сығарҙы, уның менән район музейында танышырға мөмкин.
Был мәсьәлә менән ҡыҙыҡһынған башҡа яҡташтарыбыҙ ҙа бар. Мәҫәлән, отставкалағы майор Ишмөхәмәтов Айрат Хәмит улы һәм Абзан ауыл биләмәһе башлығы Бикбулатов Нурғәле Хажиғәли улы икешәр шайморатовсы тураһында мәғлүмәттәр эҙләп тапты. Бөгөнгә районыбыҙҙан 76 шайморатовсының исеме асыҡланған. Уларҙың 46-һы яуҙа һәләк булған, 30-ы иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡан. 41 яугир «Шайморатовсылар» китабына ингән, ләкин күптәренең биографиялары ярлы һәм хаталы бирелгән, 35-е йыйынтыҡҡа бөтөнләй инмәгән. Әлегә исемдәре билдәһеҙҙәр ҙә күп булырға тейеш. Шуның өсөн уларҙың туғандарынан был мәсьәлә буйынса ҙур ярҙам кәрәк. Әйҙәгеҙ, бергәләп эшләйек, был бөгөн бик мөһим!
Табылған мәғлүмәттәрҙе район музейына йәки район гәзиттәре редакцияларына килтерергә була.
Юлай СОЛТАНБАЕВ.