Йәмғиәт Общество
16 Июня 2023, 04:35

Рәил ӘБДРӘХИМОВ: “Төп иғтибарҙы ауылға йүнәлтергә кәрәк”

Күптән түгел көҙгә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға үтәсәк етенсе саҡылылыш депутаттарын һайлауҙа “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенән тәҡдим ителәсәк кандидаттарҙы билдәләү маҡсатында, алдан һайлау үтте. Праймеризда ҡатнашыусыларҙың береһе – ейәнсураларға яҡшы таныш булған Рәил Әбдрәхимов. Рәил Рамаҙан улының район һабантуйында ҡатнашыуы менән файҙаланып, уның менән аралашырға ваҡыт таптыҡ.

Рәил Әбдрәхимов: “Төп иғтибарҙы ауылға йүнәлтергә кәрәк”Рәил Әбдрәхимов: “Төп иғтибарҙы ауылға йүнәлтергә кәрәк”
Рәил Әбдрәхимов: “Төп иғтибарҙы ауылға йүнәлтергә кәрәк”

Рәил Рамаҙан улы ихлас, аралашыу өсөн асыҡ кеше. Уны, кеше һәм праймеризда ҡатнашыусы булараҡ иң борсоғаны – ауыл хужалығында кадрҙар ҡытлығы. Уның менән тап ошо хаҡта һәм проблеманы хәл итеү юлдары хаҡында һөйләштек.

 Рәил Рамаҙан улы, әйҙәгеҙ, һөйләшеүҙе һеҙҙең менән танышыуҙан башлайыҡ. Һеҙ – эре предприятие етәксеһе. Һәм көтмәгәндә, һайлау алды программағыҙҙа – ауыл хужалығы. Ни өсөн?

Мин Күгәрсен районы Тәүәкән ауылында тыуып үҫтем. Мәктәпте тамамлағас, 1986-1988 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт иттем. Башҡорт ауыл хужалығы институтын тамамлағандан һуң, хеҙмәт юлымды 1993 йылда тыуған районымда, “Ҡыҙыл Байраҡ” колхозында башланым. Күгәрсен районы минең һәм ғаиләбеҙҙең тормошонда мөһим урын биләй. Мин тыуған районымда йыш булам, шуға ла ундағы проблемаларҙы, райондың перспективаһын яҡшы беләм. Ысынлап та, ауыл хужалығында кадрҙар етешмәүе борсоуға һала. Юғары уҡыу йортон тамамлаған йәш белгестәрҙең бары өстән бере генә һөнәре буйынса эшкә ҡайта.

Был проблеманы хәл итеү юлын нимәлә күрәһегеҙ?

Минеңсә, ауыл хужалығы йүнәлешендәге эшҡыуарлыҡты дәртләндерергә, кадрҙар әҙерләү системаһын үҫтерергә, ә бының өсөн шарттар булдырырға кәрәк. Ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡоролмалар һатып алыуға киткән сығымдарҙы ҡайтарыу буйынса саралар күреү мөһим. Ауылдарҙың киләсәге булһын, йәш белгестәр эшкә ҡайтһын өсөн заманса торлаҡ төҙөүҙе юлға һалырға кәрәк. Ауылда йәшәүселәр өсөн торлаҡ һатып алыуҙы субсидиялау һәм ташламалы кредит шарттарын йомшартырға кәрәк. Газ үткәреү программаһын дауам итеү ҙә мөһим – газ һәр участка сигенә, һәр ихатаға етергә тейеш. Депутат булараҡ, мин ошо һорауҙарҙы ҡануниәт кимәлендә хәл итеүгә сығара алам. Шулай уҡ тауарҙар, эш, хеҙмәт күрһәтеү баҙарында конкуренция үҫешенә лә булышлыҡ итеү кәрәк. Шулай уҡ төбәгебеҙҙең туристик йәһәттән конкуретлығын арттырыу менән шөғөлләнеү мөһим. Минең сәнәғәт өлкәһендә эшләү тәжрибәм, төбәктең проблемаларын һәм мөмкинлектәрен белеүем киләсәктә уға трансформация процесы лидеры булыу мөмкинлеге бирәсәк.

Рәил Рамаҙан улы менән ауыл хужалығын үҫтереү, ауыл халҡына ярҙам итеү кеүек темаларға оҙаҡ һөйләшергә була. Сөнки уны тап ошо темалар борсой. Ә әлегә ул йәмғәт эштәре менән әүҙем шөғөлләнә, халыҡ менән аралаша, уларҙы борсоған проблемалар менән таныша һәм ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Бер туған ағаһы менән 2011 йылдан алып атаһы – күп йылдар “Ҡыҙыл Байраҡ” колхозын етәкләгән талантлы етәксе, Күгәрсен районының почетлы гражданы Рамаҙан Әбдрәхимов иҫтәлегенә хоккей буйынса район-ара турнир ойоштора. 

“Турнирҙа тәүәкәндәр генә түгел, күрше райондарҙан, шул иҫәптән Ейәнсура районынан да йыйылма командалар ҡатнаша. Был турнирҙы үткәреү өсөн яңы хоккей корты төҙөлдө. Унда теләгән һәр кем хоккейҙа уйнай, тимераяҡтарҙа шыуа ала”, – тип һөйләй Әбдрәхимов.
Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас