

Йәйҙең һуңғы айына ла аяҡ баҫтыҡ. Көндәр эҫе торһа ла, тирә-йүндә көҙ һулышы һиҙелә. Халҡыбыҙ августы “урағай” тип атай. Был айға ниндәй һынамыштар бар икән?
Августың беренсе аҙнаһында тотороҡло һауа торошо һаҡланһа, ҡыш оҙон һәм ҡарлы булыр.
Томан оҙаҡ таралмай торһа - аяҙ көнгә.
Август ямғырһыҙ килһә, көҙ йылы һәм ҡоро булыр.
Августа бәҫ төшһә, иртә ҡышҡа ишара.
Августа бер нисә тапҡыр йәшен булһа, көҙ оҙаҡ булыр.
Ҡайында һары япраҡ күренһә, көҙ иртә килер.
Йылы, ямғырлы август – бәшмәк мул булыр.
Августа торналар туплана башлаһа, ҡыш иртә килер
Йәшен күп булһа, баланды ҡырау алыр.
Һауала һаҙағай уйнаһа, иген уңыр.
7 августа иртән һалҡын булһа, ҡыш иртә килер, оҙон да булыр.
Ашлыҡ урғанда һалам шыртлап һынһа, ямғыр булыр.
16 августа көслө һалҡын ел иҫһә – һыуыҡ ҡышҡа, йылы ел иҫһә – йомшаҡ, ҡарлы ҡышҡа.
19 август ҡоро булһа, көҙ ҡоро була, дымлы булһа – ямғырлы көҙ килә, аяҙ булһа – ҡырыҫ ҡышҡа.