Йәмғиәт Общество
10 Август 2023, 15:10

Башҡортостан мәҙәниәте ҙур юғалтыу кисерҙе

Бөгөн, оҙайлы ауырыуҙан һуң, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Айҙар Зиннәт улы Мөхәмәтйәновтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны...

Айҙар Зиннәт улы МөхәмәтйәновАйҙар Зиннәт улы Мөхәмәтйәнов
Айҙар Зиннәт улы Мөхәмәтйәнов

Айҙар Зиннәт улы Мөхәмәтйәнов 1967 йылдың 3 ғинуарында Ейәнсура районының Байыш ауылында тыуған. 1974 – 1982 йылдарҙа Байыш урта мәктәбендә белем ала. 

   1980 – 1982 йылдарҙа Иҙел Хәлимов тарафынан асылған Иҫәнғол балалар музыка мәктәбенең Байыш филиалында ҡурай класында шөғөлләнә. 1982 -1986 йылдар Өфө сәнғәт училищеһенең ҡурай класында уҡый. 1986 – 1988 йылдар Таджикстанда Совет армияһы сафында хеҙмәт итә. 1988 йылда Иҫәнғол балалар музыка мәктәбендә ҡурай класын асып хеҙмәт биографияһын башлай. Шул уҡ йылдан башлап район мәҙәниәт йортонда халыҡ ҡурайсылар ансамблендә лә етәксе вазифаһын үтәп, ҡыҫҡа ваҡытта өлкән быуын ҡурайсыларға алмашсы, йәштәр һәм балалар ҡурайсылар ансамблдәре ойоштора. 1990-сы йылдарҙа башҡорт мәҙәниәте юғары кимәлдәргә күтәрелеш кисергән мәлдә, Айҙар Мөхәмәтйәнов етәкселегендәге ҡурайсылар ҙа ситтә тороп ҡалмайҙар. Районда, Республикала ойошторолған бик күп төрлө мәҙәни сараларға әүҙем ҡатнашалар, фестиваль конкурстарҙа юғары баһаға лайыҡ булып, лауреат исемдәре алалар. Ул тәрбиәләгән уҡыусыларҙың 20 тиҫтәгә яҡыны сәнғәт юлын һайлайҙар, һәм остазына алмаш булып ССУЗ, ВУЗ-дарҙа белем алып сығалар, тыуған районына ҡайталар.

    А.З. Мөхәмәтйәнов музыка мәктәбендә эшләү дәүерендә “Уландар” балалар өлгөлө ансамбле, балалар өлгөлө ҡурайсылар ансамбле ойоштора. Фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн 2000 йылда уға “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исеме бирелә.

   2001 – 2003 йылдарҙа Иҫәнғол балалар сәнғәт мәктәбендә директор вазифаһын башҡара.

   2003 йылдан район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеген етәкләй.

2012 – 2016 йылдарҙа Байыш ауыл биләмәһенән өсөнсө саҡырылыш Район Советы депутаты.

2016 йылда дүртенсе саҡырылыш район Советы депутатына ҡабаттан һайлана.

2013 йылдан алып Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Ильясова Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙының ярҙамсыһы. Хеҙмәт ветераны.

---------

Тормош иптәше Миңлегөл апайҙың, улдары Азат һәм Азаматтың, барлыҡ туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Айҙар Зиннәт улы менән хушлашыу иртәгә, район мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда, сәғ. 15.00-дә.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас