

Һүрәм участка ветеринария дауаханаһының баш ветеринар табибы булып эшләгән Рауил Иҙелбаев 30 йылдан артыҡ ғүмерен ошо изге һөнәргә бағышлаған. Рауил Хәлим улы һәм һәм тағы ла өс ветеринар ҡарамағында Һүрәм һәм Бикбау ауыл биләмәләренең 12 ауылы халҡының мал-тыуары. Унан тыш “Маяҡ” хужалығын да хеҙмәтләндерәләр. Шуға ла эш күләме байтаҡ ҡына: малдарҙан ҡан алыу, вакциналау, биркалау, мал хужалары менән килешеү төҙөү һәм һәр бер эште махсус компьютерға индереп барыу күп көс, тырышлыҡ талап итә. Уларҙан тыш саҡырыуҙар буйынса ауырыу малдарға ярҙам күрһәтеү, яһалма ҡасырыу...
Әйткәндәй, Рауил Хәлим улы етәкләгән участка гел алдынғылар рәтендә. Ветеринарҙар эпизоотик ауырыуҙарға ҡаршы сараларҙы ваҡытында башҡара, аттарға чип ҡуйыу, малдарҙы биркалау булһынмы – улар гел беренселәрҙән булып башҡарып ҡуя. Урындағы мал һуйыу цехының документ эшен, белешмәләр яҙыуҙы ла Рауил Иҙелбаев башҡара.
Үҙ эшен белгән тәжрибәле мал табибының эше менән ул хеҙмәтләндергән ауылдарҙа халыҡ ҡәнәғәт. “Беҙҙең Рауил ағай!” тип кенә маҡтап торалар. Үҙенә, бергә эшләгән хеҙмәттәштәренә лә талапсан һәм ғәҙел хеҙмәткәрҙе етәкселек тә тик яҡшы һүҙҙәр менән генә телгә ала. Раил Хәлим улын эшендә яҡшы ойоштороусы, рационализатор итеп тә беләләр. Ул ваҡытты дөрөҫ самалап, алдына ҡуйылған эштәрҙе мәлендә башҡарыуға ирешә. Шуға ла Раул Хәлим улы оҙайлы һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн Ейәнсура районы хакимиәтенең, Башҡортостандың Ветеринария идаралығының Почет грамоталары, Рәсәй Федерацияһының Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.
Эш дәүерендә бик күп йәш белгестәрҙе һөнәренең серҙәренә төшөндөрөп, ысын мәғәнәһендә улар өсөн остаз булған, яҡшы алмаш үҫтереүгә ҙур өлөш индергән. Сөнки белем алыу – бер, ә тере мал эргәһендә йөрөп, уның тышҡы ҡиәфәтенә ҡарап диагноз ҡуйыу һәм дөрөҫ дауалау тик тәжрибә менән генә бирелә. Үҙе белгәндәрҙе аңлатыу, тәжрибәһе менән уртаҡлашыу уның өсөн тик ҡыуаныс ҡына.
Йәш саҡта һайлаған изге һөнәренә тоғро ҡалып, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, Рауил Хәлим улы яратҡан эшен башҡарыуҙы дауам итә. Тырыш, өлгөлө хеҙмәткәр ғаиләһендә лә яҡшы тормош иптәше һәм хәстәрлекле атай. Хәләл ефете Рәйлә Айҙар ҡыҙы менән ике улға ғүмер бүләк итеп, яҡшы белем алырға ярҙам иткәндәр.