Йәмғиәт Общество
1 Сентябрь 2023, 09:57

Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!

Бөгөн һәр белем усағында яңы 2023-2024 уҡыу йылы башланды. Тантаналарҙа яңғыраған тәүге ҡыңғырау менән Башҡортостандың - 54 мең, ә Ейәнсура районының 305 беренсе класс уҡыусыһы мәктәп тупһаһына аяҡ баҫты.

Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!
Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!

Н. Кәримов исемендәге мәктәпкә иһә - 85 , шул иҫәптән беренсегә 6 бала уҡырға килде. Гөлләмәләр тотҡан, үҙҙәре лә шул сәскәләрҙәй матур булған ҡыҙҙар-малайҙарҙы белем усағына ата-әсәйҙәре, яҡындары оҙатты. Тантаналы линейкала мәктәп директоры Фәнил Юлдашбаев, район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов, Һүрәм ауыл биләмәһе башлығы Мәүлит Шәрипов ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе, уҡыуҙа һәм спортта алдынғы булғандарҙы Маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләне.

Тәүге ҡыңғырау... Уҡыу алдынғыһы, 11-се класс уҡыусыһы Азалия Садиҡова менән 1-се класс уҡыусыһы Әмирә Хоҙабәндина биргән ҡыңғырау сыңы барыһын да мәктәпкә, яңы уҡыу йылындағы тәүге дәрескә саҡырҙы. Беренселәр, апай-ағайҙары оҙатыуында, класс етәкселәре менән уҡыу бүлмәһенә инде. Әйткәндәй, Әмирәне тәүге дәрескә район башлығы үҙе алып инде.

Дәмин Марат улы әле кисә генә уйнап йөрөгән, бөгөндән 1-се класҡа килгән ҡыҙҙар-малайҙарға "уҡыусы" исеме ҙур яуаплылыҡ өҫтәүе хаҡында әйтеп, уларҙы  Белем тауының беренсе баҫҡысына аяҡ баҫыуҙары менән ҡотланы. Барыһына ла уңыштар, тырышып уҡыуҙарын, тәртипле булыуҙарын теләне. 

Район башлығы шулай уҡ 9-сы, 10-сы, 11-се кластар менән дә осрашты. Дәмин Марат улы белемле, һөнәрле булыуҙың тормошта ни тиклем мөһим булыуына баҫым яһап, уҡыусыларға киләсәктәрен бөгөндән аныҡ билдәләргә, маҡсаттар ҡуйып, шуға ирешеү өсөн бар көстәрен һалырға кәңәш бирҙе. Киләсәктә уларҙы районға эшкә ҡайтҡан йәш белгестәр итеп күрергә теләүен әйтте.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас