Йәмғиәт Общество
12 Октябрь 2023, 11:54

Тигеҙ юлдар яҡшы кәйеф тә, хәүефһеҙлек тә

Бөгөн, 15 октябрь, юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй.      Рәсәйҙә ике бәлә бар, тиҙәр. Шуларҙың береһе – юлдар. Шулай тиһәләр ҙә, беҙ юлдарҙың йылдан-йыл тәртипкә килтерелә барыуын күрәбеҙ. Ҙур трассаларҙа, ҡалаларҙа ғына түгел, ауылдарҙа ла юл япмаларына капиталь ремонттар үткәрелә. Юлдарҙың төҙөк һәм хәүефһеҙ булыуы, һауа шарттарына ҡарамай, юлдарҙы төҙөкләндереү менән мәшғүл булған эшселәрҙең хеҙмәт емеше. Байрам уңайынан Ейәнсура юл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеге тураһында “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәте филиалы Күгәрсен юл ремонт-төҙөлөш идаралығының Ейәнсура участкаһы начальнигы Наил Урал улы Атнағолов менән әңгәмәне "ЕЙӘНСУРА ТАҢДАРЫ" биттәрендә һәм сайтта уҡығыҙ.

Тигеҙ юлдар яҡшы кәйеф тә, хәүефһеҙлек тәТигеҙ юлдар яҡшы кәйеф тә, хәүефһеҙлек тә
Тигеҙ юлдар яҡшы кәйеф тә, хәүефһеҙлек тә

-Наил Урал улы, быйыл ниндәй ҙур объекттарҙы ремонтлауға өлгәштегеҙ?

  • Быйыл Һарыбил-Ҡыуандыҡ юлының 9-12 километрында ремонтты тамамланыҡ. Магнитогорск-Ира юлының Иҫәнғолдан Таҙлар яғына сыҡҡан ерендә 1 км 100 метрға асфальт һалдыҡ, икенсе йылға 1 км-ға түшәйәсәкбеҙ. Абзанда – Мырҙабулатов, Сирғол, Таҙлар һәм Бикбау, Яңы Петровка ауылдарының Үҙәк урамдарына, Яңы Павловкала Зәйнәб Биишева, Тыныслыҡ, Дуҫлыҡ урамдарына асфальт һалдыҡ. Беҙҙең егеттәр күрше райондың Мораҡ урамдарында ла эшләне. Ҡариҙел районында Бөрө–Таштүбә–Сатҡы юлын ремонтлауҙа ҡатнашалар. Әле Үтәғол ауылы янында 1 км 700 метр оҙонлоғондағы юлды асфальт япма түшәүгә әҙерләйбеҙ: торба һалабыҙ,  бер ҡатлам ҡырсынташ һалдыҡ, әле икенсе ҡатты түшәйбеҙ.
  • - Байрам кәйефен боҙғо килмәй, әлбиттә. Әммә, шундай һорауҙы бирмәй булмай: ни өсөн асфальт юлдарға тулыһынса түгел, ә өҙөп-өҙөп, бер нисә саҡырымлыҡ участкаларға ғына түшәлә? Юлдың тигеҙ булыуына шатланып өлгөрмәйһең, ремонтһыҙ ҡалған өлөшө емерелә, водителдәр өсөн проблема тыуҙыра башлай. Тәү сиратта ниндәй юлдарҙы тәртипкә килтерергә, ә ҡайһылары әле көтөргә мөмкинлеген нисек билдәләйһегеҙ?
  • Юлдар – юл хужалығы идаралығы ҡарамағында. Беҙ идаралыҡтан килгән кураторҙар менән бергәләп тәү сиратта ремонт талап иткән участкаларҙы асыҡлайбыҙ. Һәм ул йыл да ҡайһы араны ремонтларға икәнлеген терзаказға индерә. Әлбиттә, халыҡтың һорауын, талабын күҙ уңында тотабыҙ. Мәҫәлән, Үтәғолдар һорауы буйынса быйыл ауыл янындағы юлға асфальт һалына. Беҙ үҙебеҙ ҡайҙа теләйбеҙ, шунда эшләйбеҙ түгел шул. Бөтә нәмә финанслауға барып төртөлә. Беҙ, мәҫәлән, Иҙәш янында асфальт бөткән ерҙәрҙе эшләргә теләйбеҙ, ә идаралыҡтан әлегә унда аҡса етмәй, әйҙә әҙерәк көтөп торһон, тиҙәр.
  •  
  • -Техника паркы йыш яңыртыламы?
  • Мөмкин булғанса яңыртылып тора. Быйыл бер бортлы УАЗ автомобиле алдыҡ. Тағы бер еңел УАЗик алырға планлаштырабыҙ.
  •  
  • -Техника ни тиклем заманса, шәп булмаһын, унда ниндәй кешеләр эшләүе күпкә мөһимерәк. Коллективығыҙға туҡталһаҡ...
  • Мин был ойошманы етәкләгәнсе, ошо коллективта ике йыл баш инженер булып эшләнем. Шуға ла хеҙмәткәрҙәр менән яҡшы таныш. Әлеге ваҡытта участокта 61 хеҙмәткәр эшләй. Барыһы ла тиерлек тәжрибәле, һыналған. Рәфис Рафиҡ улы Искәндәровты айырып билдәләр инем. Уның беҙҙә эшләүенә ғинуарҙа утыҙ йыл була. Башта водитель булып эшләһә, хәҙер диспетчер вазифаһында. Шулай уҡ юл мастеры Рәүеф Рафаэль улы Сәғитов – 28, КамАЗ водителе Михаил Михайлович Новиков 25 йыл эшләй. Руслан Венер улы Әхмәҙуллин ябай эшсенән юл мастерына тиклем күтәрелде, уның да юл хужалығында эш стажы – 25 йыл.

Шул уҡ ваҡытта эш урындары ла бар. Әле КамАЗ водителдәре талап ителә. Эш эҙләүселәр булһа, рәхим итһендәр.

  • -Юлсылар өсөн ҡайһы миҙгел айырыуса көсөргәнешле?
  • Һәр осорҙоң – үҙ ауырлыҡтары, айырып ҡына әйтеп булмай. Ҡыш – ҡар-буран, көҙөн – ҡышҡылыҡҡа әҙерлек. Уйламаған ваҡытта ҡар яуып ебәрергә, боҙлауыҡ булырға мөмкин. Һауа торошоноң сюрприздарына һәр ваҡыт әҙер булырға кәрәк. Яҙғы ташҡында – күперҙәрҙе ҡарарға, ә йәйен, көн торғанда, ремонт эштәрен башҡарып өлгөрөргә кәрәк. Ғөмүмән, ҡышҡы бурандарҙа ла, йәйҙәрен ремонт ваҡытында ла беҙҙең механизаторҙар, водителдәр өйҙә тормай. Һәр ваҡыт эштәләр, көн-төн тимәй юлдалар.
  •  
  • -Беҙҙең эшселәр үҙебеҙҙең юлдарҙы ҡарауҙан тыш, Луганск, Донецк Халыҡ Республикаларына ярҙамға ла өлгөрә...
  • Эйе, беҙҙең егеттәр былтыр ҙа Донбассҡа командировкаға барғайны. Быйыл майҙа механизатор Рөстәм Юлдашбаев тағы барып эшләп ҡайтты. Берәүҙе лә көсләп ебәрмәйбеҙ. Егеттәр ярҙам кәрәк икәнлеген аңлап тора һәм үҙ теләктәре буйынса бара.
  • -Һөнәри байрамығыҙ уңайынан һеҙҙе һәм коллективығыҙҙы ихлас ҡотлайбыҙ һәм ғаилә именлеге, ныҡлы сәләмәтлек, уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ.
Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас