+5 °С
Облачно


Комсомолдың данлы үткән юлы, намыҫлы хеҙмәт менән яуланған хәрби һәм хеҙмәт наградалары хәҙер тарихта ғына ҡалды. Әммә комсомол мәктәбен үткән күптәр уны бөгөн йәшлегенең иң сағыу һәм матур осоро тип иҫкә ала һәм уның эшмәкәрлеген, тәрбиәүи әһәмиәтен юғары баһалай. Улар өсөн комсомолдың тыуған көнө бөгөн дә иң матур байрамдарҙың береһе булып ҡала.