

Өфө Урман хужалығы техникумын тамамлап, механик һөнәрен үҙләштерергә, Рәсәй ҡораллы көстәр сафында хеҙмәт итергә өлгөргән егет 2016 йылда бер туған ағаһы Илгиздең кәңәшен тотоп, хеҙмәт юлын Өфөлә, полицияла башлай. Үтәғолда тыуып үҫкән Илдар ҡаланың ығы-зығыһын өнәп етмәй, 2019 йылда ғаиләһе менән Ейәнсураға күсеп ҡайта. Бөгөн ул ҡатыны Светлана, ҡыҙы һәм улы менән Иҫәнғолда йәшәй һәм эшләй.
Илдар Ғилман улы эске эштәргә осраҡлы ғына килеп эләкһә лә, бөгөнгө тормошон эшенән тыш күҙ алдына ла килтермәй.
-Эштә төрлө хәлдәр була. Тәфтишселәр шик аҫтында тотолғандарҙы ғәйепһеҙ тип таныһа, ҡыуанам. Насар кешеләргә ҡарағанда донъяла яҡшылары күберәк икәнлегенә ышаныс тағы ла арта. Әлбиттә, ғәйеплеләр ҙә була. Улар тейешле язаһын ала. Тимәк, беҙҙең эшебеҙ бушҡа түгел, – ти Илдар Ғилман улы.
Эске эштәр бүлегендәге хеҙмәттәштәре лә, етәкселек тә Илдар Ҡыуатовты ихтирам итә, тик яҡшы яҡтан ғына телгә ала. Ә намыҫлы хеҙмәте Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән билдәләнеп тора.