Йәмғиәт Общество
24 Ноябрь 2023, 18:15

Улдар үҫтергән әсәй

Бикбау ауылы ҡыҙы Гөлсинә бәләкәйҙән ҙур ғаилә тураһында хыяллана. Хыялы тормошҡа аша: ул хәҙер дүрт балаға ғүмер биргән, татыу ғаилә усағының ҡотон һаҡлаусы бәхетле әсәй. Килен бейем тупһаһынан, тигәндәй, Буранғолға, дүрт ул үҫтергән Зәйтүнә менән Хәсән Ҡаҙаҡбаевтарҙың кесе малайына килен булып төшкәс, Гөлсинә лә тормош иптәше Илдус менән дүрт улға ғүмер бүләк иткән.

Улдар үҫтергән әсәйУлдар үҫтергән әсәй
Улдар үҫтергән әсәй

Әсәй бар ваҡытын, күңелен улдарын тәрбиәләүгә бағышлай. Бынан тыш ул ире өсөн һөйөклө ҡатын, ҡайныһы өсөн яҡшы килен дә. Ғаиләһе менән тормош иптәшенең тыуған нигеҙенең йылыһын, ҡотон һаҡлап йәшәйҙәр.

– Бер-береһенә төҫкә оҡшаш булһалар ҙа, дүртеһенең – дүрт холоҡ. Илъяс – тыныс һәм аҡыллы, Иҙел – шуҡ һәм телдәр, Ислам – тиктормаҫ һәм шаян, бәләкәсебеҙ Заһир еңмеш һәм үҙһүҙле, –Гөлсинә балалары хаҡында яратып һөйләй. – Ҡыҙҙар булмағас, улар минең ярҙамсыларым. Өлгөрмәйерәк китһәм өй йыйыштырыу, һауыт-һаба йыуыу кеүек эштәрҙе лә башҡарып ҡуялар. Манты, билмән эшләшәләр. Ҡамырын әҙерләп бирһәм, Иҙел менән Илъяс ҡоймаҡ та ҡоя. Үҙҙәре лә ярҙам итеп торғас, өсбосмаҡ, бәлештәр кеүек улдарым яратҡан ризыҡтарҙы йыш бешерергә тырышам – ти әсәй.

Илдус Себер тарафтарында вахта менән эшләй. Ҡайтҡан һайын йорт тирәһендә нимәлер йүнәтергә, төҙөргә өлгөрә. Малайҙар атаһының ҡул араһына ингән,ҡулдан килгәнсе ярҙамлашалар. Шулай уҡ мал, ҡош-ҡорт ҡарашалар. Ә йәй баҡса эштәрен яратып башҡаралар: Иҙел – сәскәләр, Ислам менән Ильяс йәшелсәләр үҫтерергә ярата.

Ильяс, Иҙел һәм Ислам мәктәптә белем алһа, бәләкәй Заһир балалар баҡсаһына йөрөй. Малайҙар мәктәптә үткәрелгән сараларҙан, конкурстарҙан ситтә ҡалмай, бар ерҙә лә әүҙемдәр. Әсәләре менән бергәләп төрлө ҡул эштәре эшләйҙәр, һүрәт төшөрөргә яраталар. Ауыл мәҙәниәт йортондағы театр түңәрәгенә лә йөрөргә өлгөрәләр.

Гөлсинә Риф ҡыҙы мөмкин тиклем күберәк ваҡытын бүлеп, улдарының һәләттәрен үҫтерергә тырыша. Атайҙары иһә үҙе менән бергә йөрөтөп ишек алдындағы эштәргә өйрәтә.

Әйтергә кәрәк, Гөлсинә килен булып төшкәне бирле ҡайныһы һәм бейеме менән йәшәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы бейеме мәрхүмә инде. Ул ҡайныһы Хәсән Миңлеғәле улына ҡарата бик ихтирамлы һәм иғтибарлы, шуға күрә әсәйҙәренән күрә малайҙар ҙа ҡарталары өсөн өҙөлөп торалар. Бына ҡайҙа ул дөрөҫ тәрбиә һәм быуындар бәйләнеше. Бөтәһе лә әсәйҙәрҙең ҡулында шул.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас