Йәмғиәт Общество
27 Ноябрь 2023, 12:18

Әсә көтә улын ҡайтыр тиеп...

“Улым бына-бына ҡайтып инер кеүек... Ышанмайым да, ышана ла алмайым уның юҡлығына...” – был һүҙҙәрҙе әйткәндә әсә йөрәге ниҙәр генә кисерә икән? Ә көн дә тиерлек улының ҡәберенә барған атай унан ниндәй уйҙар менән ҡайта? Уйлауы ла ҡурҡыныс. Шул ваҡытта кинәт: “Ата-әсә балаһын ерләргә тейеш түгел...” – тигән һүҙҙәр иҫкә төшә. Был дөрөҫ түгел дә бит, тик тормоштоң ҡаты ҡануны ҡайһы саҡ киреһенсә эшләп ҡуя.

Әсә көтә улын ҡайтыр тиеп...Әсә көтә улын ҡайтыр тиеп...
Әсә көтә улын ҡайтыр тиеп...

Мәҡәләбеҙ үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юлланып, һәләк булған Иҫәнғол ауылы батыры Рифҡәт Ибраһимовтың әсәһе – герой әсәһе хаҡында булыр.

Роза Хөснөлхаҡ ҡыҙы Әлебай ауылында, һуғыш ветераны Хөснөлхаҡ Дәүләтша улы һәм Шәмсикамал Нәжметдин ҡыҙының ете балалы ғаиләһендә үҫә. Мәктәпте тамамлағас, Үзбәкстандың Ханка ҡалаһына уҡырға инеп, шәфҡәт туташы һөнәре ала. Буласаҡ тормош юлдашын да ошонда осрата ул. Тепловоз машинисы булып эшләп йөрөгән Рәшит Зиннур улы менән дуҫлашып, ғаилә ҡоралар. Бер аҙҙан бәхетле ғаиләне йәмләп, улдары Ришат донъяға килә. Ул бәләкәй сағында йыш ауырығас, әллә климат килешмәйме, тип, ғаилә Иҫәнғолға ҡайтып төпләнә. Роза Хөснөлхаҡ ҡыҙы Иҫәнғол үҙәк дауаханаһының инфекция бүлегенә шәфҡәт туташы булып, ә Рәшит Зиннур улы асфальт заводына эшкә инә. Ғаиләне тағы ла тулыландырып, улдары Рифҡәт, унан ҡыҙҙары Лилиә донъяға килә.

– Эшкә һәр саҡ төнгө сменаға йөрөнөм. Ҡайһы бер хеҙмәттәштәрем теге йәки был эште эшләргә, тип йүгереп ҡайтып килгәндә мин борсолмай ҙа инем. Сөнки беләм: һыйыр ҙа һауыласаҡ, сепарат та үткәреләсәк, ашарға ла бешереләсәк. Ә инде һауыт-һаба, кер, иҙән йыуыуҙы әйтеп тә тормайым. Балаларым эшкә шул тиклем шәп булды. Хәйер, бөгөн дә шулай. Тик Рифҡәтем генә – араларында иң илгәҙәге һәм ябайы әрәм булды... – ти күҙ йәштәре аша Роза апай.

Рифҡәт тураһында һөйләгәндә Роза апай берсә ғорурланды, берсә борсолдо, берсә ҡайғыһы яңырып, йәшле күҙҙәрен һөрттө.

Рифҡәт бәпес булғанда шул тиклем тыныс була, хатта төндә лә уянмай. Мәктәп йылдарында күңелсәк, аралашыусан малайҙың дуҫтары ла күп була. Мәктәптән һуң 116-сы һөнәрселек лицейында уҡый, унан әрме сафына юллана. Краснодар крайында ярты йыл хеҙмәт иткәс, Рифҡәт Чечняға эләгә. Шул ваҡытта Роза апай менән Рәшит ағайҙың улдары өсөн борсолоуҙары...

Армиянан һуң Рифҡәт Салауат ҡалаһындағы милиция бүлегенә эшкә инә. Өйләнә, улы Асҡар тыуа. Эше буйынса Чечня, Һамар, Мәскәү, Ҡазан, Сочи һ.б. командировкаларға ебәрелә. Абруйлы, маҡтаулы хеҙмәткәр була ул.

Былтыр йәй инде пенсияла булған Рифҡәткә элекке хеҙмәттәше махсус хәрби операцияға барырға тәҡдим итә. Күп уйлап тормай: ағаһына һәм һылыуына ғына әйтә лә, контракт төҙөй. Башта Әлкәлә, унан Тоцкиҙа хәрби әҙерлек үтә. Ата-әсәһенә Мурманск өлкәһенә эшкә барам, тип әйтә лә, Украинаға юллана. Ул хеҙмәт итәсәк Шайморатов батальонын Өфөнөң Совет майҙанынан оҙатҡанда Лилиә һылыуы килергә теләй. Тик ағаһы: “Юҡ, телевидение була бит. Һине атай менән әсәй телевизорҙан күрһә, нимә тип аңлатырһың? Килмә!”

Әсә йөрәге барыбер һиҙенә. Рифҡәт шылтыратһа ла, оҙаҡ һөйләшмәй. Хәлдәрен ҡабалан ғына һөйләй, уларҙыҡын һораша ла, шуның менән бөттө. Роза апай хатта телевизорҙан Шайморатов батальонын оҙатыуҙы ҡарағанда ла араларындағы бер яугирҙе, атлауын улына оҡшата. Һиҙгер әсә йөрәген нисек алдайһың инде?!

Сентябрь айында балалары Роза апай менән Рәшит ағайға дөрөҫөн һөйләй. Был хәбәрҙе ҡабул итеүе ауыр була ата-әсәгә... Рифҡәт видео аша һөйләшкәндә әсәһенә виноград үҫкән баҡсаларҙы күрһәтә: “Ниндәй һуғыш ти ул, әсәй, бына бит, тыныс ҡына ерҙә йөрөп ятам, әле бына мунсаға китеп барам...”

Әммә иң ауыры алда булған икән. 5 октябрҙә Ибраһимовтарға шылтыратып, улдарының һәләк булыуын хәбәр итәләр. Ул мәлде иң ҡурҡыныс төш кеүек хәтерләй Роза апай. Ә 7 октябрҙә “Абонент появился в сети” тигән смс-хәбәр килгәс, йөрәгенә йылы йүгерә. Иртәгәһенә Ибраһимовтар ҡорбан салдыра, күңелдәренә өмөт сатҡылары инеп оялай. Тик... һуңынан асыҡланыуынса, телефонды Рифҡәттең яуҙашы алып торған була.

Оҙаҡ эҙләйҙәр уны яҡындары, шылтыратмаған ерҙәре ҡалмай. Мәскәү ҡалаһында хеҙмәт итеүсе Иҫәнғол егете Алексей Юшкин ярҙамы менән табып алалар уны. Яугирҙең кәүҙәһе тик 26 октябрҙә генә тыуған яғына ҡайтарылып, ер ҡуйынына тапшырыла.

– Улым эшкә китәм, тип йөрөгәнендә, минән: “Ҡорбанға һарыҡ күпме тора икән?” – тип һораны. Яуап бирҙем биреүен, тик шул ваҡытта уның һорауына артыҡ мәғәнә бирмәнем. Һуғышҡа китеп барғанын белмәнем бит. Шул ваҡытта һарыҡ һатып алып, ҡорбан салдырһам булған бит инде! Ғүмерлек үкенес булып ҡалды инде хәҙер... Рифҡәттең кәүҙәһен күрҙем, әммә барыбер ышанмайым. “Привет!” – тип килеп инер кеүек... – тип һөйләй Роза апай күҙ йәштәрен тыя алмай.

Роза апай һәм Рәшит ағайҙың терәк-таяныстары – улдары Ришат һәм ҡыҙҙары Лилиә бар. Ришат кәләше Гөлгөнә, балалары Марат, Радмила менән Яңы Павловкала йәшәй, газ хеҙмәтендә эшләй. Лилиә тормош иптәше менән Нагаевола төпләнгән, Камилла, Диана исемле ҡыҙҙар үҫтерәләр, мебель етештереү буйынса үҙ эштәрен асҡандар.

– Рәшит Рифҡәтте айырым бер төрлө итеп яратты. Эш ҡушһам да, унан эшләтмәй, үҙе эшләү яғын ҡарап торҙо. Ғүмере ҡыҫҡа булырын һиҙгәндәй бигерәк ҡурсаланы. Ҡайғыны ауыр кисерҙе. Ярай улыбыҙҙың төҫө булып ейәнебеҙ Асҡар ҡалды. Ул каникулдарҙа килеп йөрөй. Атаһын бик һағына, фотоһына ҡарай ҙа илай... – тип иламһырай әсә йөрәге.

Башҡа бер әсә йөрәге лә улын юғалтыу ҡайғыһынан һыҡтамаһын, егеттәр тыуған яҡтарына еңеү менән, иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар. Ә әсәйҙәр ғәзиздәрен ҡаршы алһын һәм бәхетле, тыныс тормошта йәшәһен.

Айнә ИМАНҒОЛОВА.

Фото шәхси архивтан.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас