Йәмғиәт Общество
2 Декабрь 2023, 04:55

Әгәр фатирҙа биш көндән артыҡ берәү ҙә йәшәмәй икән

Сүп-сар сығарыу өсөн түләнгән аҡсаны яңынан иҫәпләтергә мөмкин

♻️ Әгәр фатирҙа биш көндән артыҡ бер кем дә йәшәмәй икән, сүп-сар сығарыу өсөн түләнгән аҡсаны яңынан иҫәпләтергә мөмкин. Бының өсөн фатирҙа йәшәмәүҙе раҫлаусы документ кәрәк.

Ҡайтанан иҫәпләтеү өсөн һеҙ үҙегеҙҙең төбәк операторына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Шул уҡ ваҡытта үҙегеҙ менән:

 

1. паспорт һәм уның күсермәһен;

2. ИНН;

3. торлаҡ бинаһына ҡарата хоҡуҡ билдәләүсе документ;

4. торлаҡта кемдәрҙең теркәлеүе тураһында белешмә;

5. ҡулланыусының ваҡытлыса юҡлығын раҫлаған документтар.

 

Икенсе адрес буйынса ваҡытлыса теркәлеү, әгәр дачала йәшәһәгеҙ, коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәтенән белешмә раҫлаусы документ була ала. Әгәр һеҙҙең фатирҙа ваҡытлыса йәшәмәүегеҙҙе раҫлаһа, ниндәй документ булһа ла ярай. Мәҫәлән, поезға йәки самолетҡа билет, дауаланыу урынынан белешмә, командировка таныҡлығы һәм башҡалар.

 

📌 Шуныһы мөһим: ҡайтанан иҫәпләтеү мөмкин булған осраҡта, аҡса кире ҡайтарылмай — киләсәк түләүҙәр иҫәбенә бүленә.

 

Шул уҡ ваҡытта икенсе урында йәшәгәндә милексе үҙенең мөлкәтен ҡарауҙан азат ителмәй. Ә икенсе урында даими йәшәү сүп-сар сығарған өсөн түләнгән аҡсаны ҡайтанан иҫәпләтеүгә нигеҙ булып торған торлаҡтан ваҡытлыса китеү тип таныла алмай.

 

Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар буйынса чат-ботта һәм республиканың Экология министрлығы сайтында башҡа һорауҙарға яуап табырға мөмкин.

 

Төбәк операторҙарының бәйләнештәре — беҙҙең карточкала

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас