

20 йылдан артыҡ дауам итә бит инде өҙгөләнеүҙәре. 20 йыл... Әйтеүе генә анһат. Был ваҡыт эсендә әсә йөрәге нисә ҡанһырап, нисә уңалды икән? Уңалыуы ла ваҡытлыса бит әле. Балаңдың ҡайҙалығын белмәй нисек тыныс йәшәмәк кәрәк?
Ә бит ҡасандыр барыһы ла яҡшы ине. Ибрай ауылынан булған Зәйтүнә инәй ике улы һәм тормош иптәше менән Ҡаҙағстанға күсеп төпләнә. Ғаиләләренә йәм өҫтәп, ике ҡыҙҙары тыуа. Эшләйҙәр, мал да тоталар, йорт һалалар. 1990 йылда икенсе улдары Зәкирҙе әрмегә алалар. Ул Свердловск өлкәһенең Сосьва ҡасабаһындағы хәрби часта хеҙмәт итә, эттәрҙе өйрәтә.


Хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, Зәйтүнә инәй улына:
– Улым, һылыуҙарың ҙурайып килә. Уларҙы ҡаҙаҡтар урлап ҡуйһа, миңә ғүмерлеккә бында ҡалырға тура киләсәк. Әйҙә барыһы ла яҡшы саҡта Башҡортостанға ҡайтып төпләнәйек, – ти. Был ваҡытта ҙур улдары Хәбир тыуған яғына ҡайтып киткән була инде.
– Юҡ, әсәй, минең бында ҡалғым килә. Башҡортостанда һыуыҡ бит, етмәһә бысраҡ, – тип ҡырт киҫә Зәкир.
Ошо һөйләшеүҙән һуң ул ҡапыл һыуға төшкән кеүек юҡ була. Көндәр, айҙар үтә, ә ул юҡ. Зәйтүнә инәй аптырағас уны контракт буйынса хеҙмәт итергә юлланғандыр, тип военкоматтар буйлап йөрөй, эҙләй башлай. Ҡайҙа ғына булмай ул: Таджикистан, Гөлөстан, Һырдаръя... Тик улын бер ҡайҙа ла таба алмай. Инде бер сара ла ҡалмағас, әсә кеше ҡул ҡараусыларға мөрәжәғәт итергә була. Уларҙың береһе: “Улың яҡында түгел ул, Мәскәү яғында бит!” – ти. Икенсеһе: “Таш йортта бер үҙе генә йәшәп ята”, – тип аптырата.
Шулай бер нисә йыл дауам иткән һөҙөмтәһеҙ эҙләүҙәрҙән һуң, ғаилә Иҫәнғолға күсенеп ҡайта. Самаҙынан өй һатып алып, күсереп һалалар, яйлап тормош бөтәйтәләр. Тик балаһы тураһындағы уйҙар, билдәһеҙлек әсә йөрәген һулҡылдатыуын дауам итә. Зәйтүнә Низам ҡыҙы улын артабан нисек эҙләргә белмәй аптыранғас, “Жди меня” йәки “Мужское и женское” программаларына яҙып ҡарарға уйлай, тик тапшырыуҙа төшөү өсөн Мәскәүгә барырға кәрәклеге уны һәр ваҡыт туҡтатып ҡала. Юл оҙон, оло кешегә ауыр булыры көн кеүек асыҡ.
2018 йылдың 8 мартында Өфөнән ҡыҙҙары Әҡлимә менән Альвира шылтыратып: “Әсәй, беҙҙең яңылығыбыҙ бар. Тик тәүҙә ултыр, шунан әйтәбеҙ.” – тиҙәр. “Ағай табылды. Ул чечен һуғышында үлгән икән”, – тип хәбәр итә ҡыҙҙары. “Улым терелер, беҙҙе таба алмайҙыр. Миңә уны табырға кәрәк. Өйләнгәндер, балалары барҙыр”, – тигән өмөт бер нисә секунд эсендә юҡҡа сыға...
Зәйтүнә инәйгә был ҡара хәбәрҙе ҡабул итеүе бик ауыр була, йылдар буйына балаһын күрергә хыялланыуы бушҡа булыуы йәнен өтә. Әсә йөрәге һиҙгер генә түгел, көслө лә шул: 9 май байрамы алдынан үҙендә көс табып, ҡыҙы Альвира менән юлға сыға ул. Улы менән осрашырға...
Свердловск өлкәһенең Сосьва ҡасабаһында, Зәкирҙең ерләнгән ерендә, уларҙы ҙурлап ҡаршы алалар. Зәйтүнә инәй улының ҡәберенә тыуған яҡ тупрағын алып бара, һҺәйкәленә ай ҡуйҙыралар.
Барыһы ла һуңынан асыҡлана. Зәкир юғалған ваҡытында хеҙмәт иткән еренә кире килгән була. Һуңынан 13 егет хәрби комиссариатҡа барып, контракт төҙөп чечен һуғышына юлланалар. Был хәл май айында була. Ә инде 1995 йылдың 20 октябрендә сержант Әмикәсов батырҙарса һәләк була. Ул һуғышҡа китер алдынан башҡа егеттәр ыңғайына үҙен “детдом балаһы” тип яҙҙырған була, шуға туғандарын эҙләмәйҙәр.
– Нишләп кенә миңә әйтмәй китте икән? Шуныһына йөрәгем әрней. Минең ебәрмәҫемде белгән инде... Әрменән ҡайтҡас: “Әсәй, мин кесе улың булғас һине ҡарарға тейешмен. Өй һалам һиңә”,– тип һөйләп ултырғайны бит... – тип һөйләй Зәйтүнә инәй күҙ йәштәрен тыя алмай.
Зәкир мәктәптә бик яҡшы уҡый. “Ҡыҙҙар ҙа улай булмаҫ! Ата-әсәһен күрәйек тип килдек әле!” – тип хатта уҡытыусылары өйгә килә.
Әрменән яҙған хаттарында ул: “Әсәй, бәйләп ебәргән бирсәткәләрең шул тиклем йылы! Дуҫыма ла бәйләп ебәр әле, уға ла йылы булһын!” – ти. Зәйтүнә инәй шулай итеп күп кенә һалдаттарға нәски-бейәләйҙәр бәйләп ебәрә.
Сосьвала һалдаттың ҡәберен быға тиклем хәрби бәрелештәр ветерандары, мәктәп уҡыусылары тәрбиәп торған. Әмикәсовтар ғаиләһе уларға бик рәхмәтле. 2018 йылдан башлап улар һәр Еңеү байрамына Зәкир эргәһенә барырға тырыша. Тик коронавирус ваҡытында ғына юл төшмәгән.
– Аллаһы тәғәлә үлгән кешенең йәне яҡындары янына йә күбәләк, йә ҡош булып килер, тигән. Быйыл Зәкирем янына кейәүем менән барҙыҡ. Шул ваҡытта ҡәбер янындағы ағасҡа ҡош килеп ҡунды ла, эй матур итеп һайрап ебәрҙе инде! Шунда аптырауыбыҙҙың сиге булманы. Зәкир килгәндер, рухы шаттыр, тип аңланыҡ, – ти әсә.


Зәйтүнә инәй улының хаттарын яттан белә, тиерлек. Инде һарғая төшкән ҡағыҙ биттәрен ҡәҙерләп һаҡлай ул: уларҙа балаһының бармаҡ эҙҙәре, күҙ нурҙары ҡалған бит. Бер хатының аҙағында улы: “Миңә кәләш эҙләй тороғоҙ! (шаяртам)” – тип яҙған. Ғүмеренең ҡыҫҡа булырын ҡайҙан ғына белһен инде...
Биш йыл элек Свердловск өлкәһенең Сосьва ҡасабаһында үткән Еңеү байрамының “Үлемһеҙ полк”ында тағы ла бер һалдат өҫтәлде: сержант-уҡсы Зәкир Ильяс улы Әмикәсов. Уның портретын тотоп, күҙ йәштәрен һөртә-һөртә оло инәй бара: күпте кисергән әсә, ысын герой, батыр әсәһе...
Айнә ИМАНҒОЛОВА.