Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
17 Декабрь 2023, 13:18

Байрам кәйефе бармы һеҙҙә? Йәки Аллаһҡа ҡайтыр ваҡыт күптән еткән

Мин инде ун өсөнсө йыл Яңы йыл ҡаршыламайым. Байрам итеп тә ҡабул итмәйем. 31 декабрь күптән инде ябай бер дата ғына. Шул уҡ ғәҙәти таңы ата ла, аҙаҡ кис етә. Анда-бында күҙ һалып алыу өсөн стеналағы календарҙе генә алыштырырға кәрәк. Бары шул ғына.

Байрам кәйефе бармы һеҙҙә? Иәки Аллаһҡа ҡайтыр ваҡыт күптән еткән
Байрам кәйефе бармы һеҙҙә? Иәки Аллаһҡа ҡайтыр ваҡыт күптән еткән
Яңы йылдың харамлығы тураһында яҙып тормам. Ул турала күп һөйләнелгән, яҙылған. Аҫҡа хәҙрәттәрҙең аудио һәм видео яҙмаларын ғына беркетеп ҡуйырмын. Аңлағаны аңлар, аңламағаны менән һүҙ көрәштереүҙән фәтеүә юҡ. Аллаһ Тәғәлә йөрәктәребеҙҙе таҙартһын тип теләргә генә ҡала.

Ҡайһы берәүҙәр: “Мин Яңы йылды ҡаршыламаҫ та инем, туғандар алдында нисек булырға?” – тип аптырана. Ниндәйҙер кимәлдә үҙенә аҡланыу табырға тырыша. Беренсенән, туғандарҙан алда Аллаһ алдында нисек яуап тотоу тураһында уйларға кәрәк. Икенсенән, ихласлығың булһа, Раббың еңеллек бирер.

2010 йыл декабрь атай йортона тәүге тапҡыр хиджабта ҡайтыуым. Улар әле минең уранып йөрөүемде ҡабул итә алмай. Миңә етмәһә Яңы йылды ҡаршы алмауымды аңлатыр кәрәк. Ул саҡта әле белем кимәле үтә һай. Хикмәт менән еткерерлек тел байлығы ла, сабырлыҡ та юҡ. Талашырға ла иҫәп тотмайым. Әммә Аллаһтан еңеллек көтәм.

Ҡаланан ҡайтҡас, тура һағындырылған мунсаға инеп китәһең бит инде. Йыуынып, сайынып алғас, хәл бөткәнен тойҙом. Юлда арттырыуына һылтаным инде. Нисек кейенеп сығып, өйгә ингәнем бөтөнләй хәтерҙә түгел. Еҫ тейгән ине. Тиҙ генә иҫемә килтерҙеләр былай. Шулай ҙа Яңы йыл төнөн түшәктә ятып үткәрҙем. Шатлыҡлы хәл булмаһа ла, ата-әсәй, туғандар менән тартҡылашырға тура килмәүенә ҡыуандым.

Бынан ары инде, әлхәмдүлиЛләһ, Яңы йыл ҡаршыларға ла, кемгәлер нимәлер иҫбатларға ла тура килмәне.

Әйтер һүҙем шул ине: быйылғы йылда ла шау-гөр килеп, шайтан туйы ойоштороп, Яңы йылды байрам итер кәйеф бармы һеҙҙә, йәмәғәт? Минең күңел донъям 21 сентябрь селпәрәмә килгәндәй булды былай. Шундай афәт килерен бер кем көтмәне. Ете диңгеҙ аръяғында түгел, ҡул һуҙымы арала ғына ир-егеттәребеҙ ҡан ҡоя. Күргәнһегеҙҙер күҙҙәренә йәш алып доға ҡылыуығыҙҙы һораған һалдаттың видеояҙмаһын? Унда һайтылдап йөрөр кәйеф юҡ.

Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, Аллаһҡа ҡайтыр ваҡыт күптән еткән. Бөгөн барбыҙ, иртәгә - юҡ. Ҡулға шампан шарабы тотоп, тост әйтер заман түгел. Ҡулдарҙы күтәреп Раббыбыҙға доға ҡылыр мәл еткән. Йәшәйешебеҙ именлеге, һаулығыбыҙ, ғүмеребеҙ тик Уның ғына ҡулында бит. Аҡылығыҙға килегеҙ, йәмәғәт.

Нәркәс Алсынбаева.
("Зөһрә Йондоҙ"ҙан).
Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: