Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
17 Декабрь 2023, 17:24

Һеҙ нимәнән ҡурҡаһығыҙ?

Үҙегеҙгә оҡшаған төҫтө һайлағыҙ ҙа, һөҙөмтә менән танышығыҙ

1. Һеҙ кеше һүҙенән ҡурҡаһығыҙ. Шуға ла ысын хис-тойғоларығыҙҙы, фекерегеҙҙе әйтеүҙән тартынаһығыҙ. Был һеҙҙе кешеләрҙән ситләшеүгә этәрә.
2. Яҡындарығыҙҙы юғалтыуҙан ҡурҡаһығыҙ. Был тойғо һеҙҙе юғары хәүефлелеккә, мөнәсәбәттәрҙә иплелеккә килтерә.
3. Бейеклектән. Һеҙҙең бейеккә күтәрелгәндә йәки самолетта осҡанда паникаға бирелеүегеҙ бик мөмкин. Аэрофобия һеҙгә ят түгел.
4. Үлемдән ҡурҡаһығыҙ. Үлемгә бәйле билдәһеҙлек һеҙҙе хафаға һала. Был хафаланыу төрлөсә: яҡындарығыҙҙы юғалтыу хәүефе йәки үҙегеҙҙең билдәһеҙ киләсәк хаҡында уйланыу булараҡ сағыла.
5. Уңышһыҙлыҡтан ҡурҡаһығыҙ. Шул сәбәпле ниндәйҙер аҙым эшләүҙән икеләнеүегеҙ һеҙҙе шәхси планда ла, һөнәри өлкәлә лә үҫешеүегеҙҙе тотҡарлай.
6. Үҙгәрештәрҙән. Тормоштағы үҙгәрештәргә әҙер булмауығыҙ яңы мөмкинлектәргә ҡаршылашырға, уларҙы ҡабул итмәүгә алып килә.
Тап киләме?
Эйе
Юҡ
Мин бер нәмәнән дә ҡурҡмайым!
Яуап
Автор:Әлмира Әйүпова
Читайте нас: