Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
22 Декабрь 2023, 15:25

Тәҙрәләрҙә уттар янһын өсөн

Ябай электромонтер булып хеҙмәт юлын башлаған Илгиз Ғәйзулла улы Бжиков ошо өлкәгә 18 йыл ғүмерен бағышлаған.  Ул иҫәпләү төркөмө технигы, артабан ҡулланыусыларҙы электр энергияһына тоташтырыу бүлеге инженеры булған. Ә 2016 йылдан иһә әйҙәүсе инженеры вазифаһын башҡара.  

Тәҙрәләрҙә уттар янһын өсөн
Тәҙрәләрҙә уттар янһын өсөн

Көнкүреш техникалары халыҡтың йәшәйешен күпкә еңеләйтте. Беҙ уларға шул тиклем өйрәндек, хатта ҡайһы саҡта электр уты ҡыҫҡа ваҡытҡа ғына һүнеп тороуын да ауыр кисерәбеҙ. Беҙҙең районда бындай уңайлыҡ менән ҡулланыу Ейәнсура районы электр селтәрҙәре хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәтенә бәйле. Улар тәүлек әйләнәһенә, ниндәй һауа торошо булыуға ҡарамай, һәр саҡ сафта. Ауыр ҙа, яуаплы ла эштәрен башҡаралар.

Ябай электромонтер булып хеҙмәт юлын башлаған Илгиз Ғәйзулла улы Бжиков ошо өлкәгә 18 йыл ғүмерен бағышлаған.  Ул иҫәпләү төркөмө технигы, артабан ҡулланыусыларҙы электр энергияһына тоташтырыу бүлеге инженеры булған. Ә 2016 йылдан иһә әйҙәүсе инженеры вазифаһын башҡара.  

         – Төп бурысыбыҙ – район халҡын электр энергияһы менән өҙлөкһөҙ һәм сифатлы тәьмин итеү. Кешеләргә уңайлы, яҡты булыһын өсөн тырышабыҙ, – Илгиз Ғәйзулла улы. – Коллективтан уңдым, берҙәмбеҙ. Һәр кем үҙ эшен белеп, намыҫ менән башҡара. Үҙем Күгәрсен районынан булһам да, егерме йылға яҡын Ейәнсурала эшләгәс, районды бик яҡшы беләм. Электромонтер саҡта һәр ауылда булырға тура килде. Был әлеге вазифала башҡарған эшемде күпкә еңеләйтә.

 Мәктәптә уҡығанда физика һәм химия дәрестәрен яратҡан егет тормошон медицина менән бәйләргә уйлай. Әммә яҙмыш икенсе төрлө хәл итә – Күмертауҙағы авиация техникумына алып килә. Техникумда уҡығанда өс йыл рәттән хеҙмәт практикаһын Ейәнсура районы электр селтәрҙәрендә үтә. Тәжрибәле ағайҙар, етәкселек егеттең һәләтле икәнен күреп, диплом алғандан һуң эшкә килергә өндәйҙәр. Тырыш егет эшләп йөрөй, ситтән тороп Башҡорт дәүләт аграр университетында һөнәре буйынса белемен камиллаштыра. Юғары белем тураһындағы диплом һәм эш тәжрибәһе вазифа буйынса үрләргә ярҙам итә лә инде.

-Студент саҡта үткән практика ваҡытында ла, эшләй башлағас та ағайҙар Ринат Аҡҡөбәков, Ринат Әбүбәкеров, Александр Горохов, Геннадий Бибиков һәм әлеге ваҡыттағы етәксебеҙ Валерий Павлов ҙур ярҙам күрһәтте. Улар үҙҙәренең тәжрибәһе менән уртаҡлашты, бар нимәне ентекләп аңлаттылар. Ошондай шәп коллективта эшләүемә бик шатмын, – ти белгес.

Тырыш, башҡаларға ҡарата иғтибарлы һәм ихтирамлы хеҙмәткәрҙе етәкселек тә маҡтап телгә ала. Тармаҡ етәкселегенең Рәхмәт хаттары, Маҡтау грамоталары һәм “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы”исеменә лайыҡ булыуы ла уны үҙ эшенең оҫтаһы булыуын һөйләй.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: