Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
28 Декабрь 2023, 11:05

Күршеңдең ҡарын урларға яраймы?

Юрист ҡышын ҡар урлаған өсөн штраф тураһында һөйләне

Күршеңдең ҡарын урларға яраймы?
Күршеңдең ҡарын урларға яраймы?

Ҡышын баҡсасылар ҡарға ҡаршы көрәшә, йәки, киреһенсә, уның үҫентеләрҙе ҡаплау өсөн аҙ булыуына борсола. Ҡайһы берҙә улар ҡарҙы күршеһенен алырға йәки артығын икенсе ихатаға ташларға ҡарар итә. Бының нимә менән янауы тураһында “Прайм” агентлығына адвокат Надежда Колотович һөйләне.

Ҡар урлаған өсөн яуаплылыҡ ҡаралмаған, әммә бындай эш закон менән проблемаларға килтереүе ихтимал. “Әгәр кеше, ҡар эҙләп, күршеләренең ихатаһына уларҙың рөхсәтенән тыш инһә, КоАП-тың 7.17-се статьяһы буйынса административ яуаплылыҡ сиктәрендә 500 һумға тиклем штраф түләүе ихтимал. Әгәр ҙә был осраҡта зыян килтерелһә – ҡойма емерелһә, ҡыуаҡтар һындырылһа, штраф күләме артырға мөмкин”, – тип аңлата юрист.

Үҙ участкаңдағы ҡарҙы күршеләреңә ташлау ҙа яҡшы идея түгел. КоАП-тың 19.1 статьяһында башбаштаҡлыҡ өсөн иҫкәртеү йәки 100 һумдан 300 һумға тиклем штраф һалыу ҡаралған.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: