Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
3 Ғинуар , 08:30

Аждаһа йылы нимә вәғәҙә итә?

Аждаһа йылы (Лыу йылы) - бик күп Азия илдәре, төрки халыҡтарҙың байтағы һәм монголдар ҡулланған ун ике йыллыҡ  мөсәлдең бишенсе йылы. Башҡа йылдарға хайуандар исеме ҡушылған булһа, Ҡуян йылы менән  Йылан йылы араһында берҙән-бер мифик зат исеме бирелгән йыл. 2024 йыл Йәшел Ағас Аждаһа билдәһе аҫтында үтәсәк. Аждаһа – ҡытайҙар өсөн изге йән, власть һәм император символы. Яңы йылда күп илдәрҙә етәкселек алмашыныуы, властҡа яңы, көслө лидерҙар килеүе көтөлә. 2024 йыл эске торошто, үҙ тормошоңдоң төрлө өлкәләрен баланслау һәм гармониялаштырыу өсөн бик уңайлы. Мәҫәлән, Аждаһа ҡаршы енес менән конфликттарҙан сығырға, эш менән ғаилә араһында баланс табырға, аҡсаға битараф ҡалырға йәки киреһенсә, уларға ихтирам менән ҡарай башларға, баһаларға ярҙам итә. Яңы йылда күптәр батырлыҡ йыйып иң ҡыйыу һәм өмөтһөҙ хыялдарын тормошҡа ашырыу өҫтөндә эшләйәсәк. Берҙәр барыһын да ташлап, ер сигенә йәшәргә китһә, икенселәр үҙ эшен башларға баҙнат итер, ә бәғзеләр, ниһайәт, үҙ һәләттәрен күрһәтеп, ысын йондоҙға әйләнер. Шулай итеп, хәүефтең дә (уйланылған, әлбиттә) һеҙгә иҫ киткес һөҙөмтәләр килтереүе мөмкин. ТУЛЫРАҠ САЙТТА

Аждаһа йылы нимә вәғәҙә итә?
Аждаһа йылы нимә вәғәҙә итә?

 

Ҡомаҡ  (1948, 1960, 1972, 1984, 1996, 2008) өсөн ауыр килгән Ҡуян йылынан һуң уңышлырағы көтә. Аждаһа менән Ҡомаҡ дуҫ билдәләр, шуға уларға үҙ-ара килешеү. Аждаһа йылы Ҡомаҡтарҙы аҡыллыраҡ итә, йомартлыҡҡа өйрәтә. Шуға Ҡомаҡтар үҙҙәренең нимә теләгәнен, етешһеҙлектәрен яҡшыраҡ аңлай башлаясаҡ. Был уларға яҡындары, дуҫтары, партнерҙары менән яҡшыраҡ мөнәсәбәттәр булдырырға ярҙам итәсәк.

 

Йәшел Ағас Аждаһа Үгеҙҙә (1949, 1961, 1973, 1985, 1997, 2009) хас булмаған нәмә – хис-тойғоларҙың ҡыҙыулығын, амбициялыҡты һәм лидерлыҡты уятасаҡ. Был билдәләр төрлө стихияларға ҡараһа ла, бер-береһен ихтирам итә, конфликтҡа инмәй. Шуға күрә Аждаһа үгеҙҙәргә үҙҙәренең сифаттарын файҙаланырға һәм уларға ауыр бирелгән бизнес, карьера, власть, йәмәғәтселек өлкәләрендә уңышҡа өлгәшергә мөмкинлек булдыра. Һеҙ тәүәккәлерәк булырһығыҙ һәм үҙ таланттарығыҙҙы сағыуыраҡ күрһәтә алырһығыҙ.

Юлбарыҫты (1950, 1962, 1974, 1986, 1998, 2010) ваҡиғаларға бай йыл көтә. Аждаһа менән уларҙы ҙур амбициялар, ялҡынлы темперамент һәм ирек һөйөүсәнлек берләштерә. Шуға Юлбарыҫҡа карьера үҫешен, көтөлмәгән сәйәхәттәр һәм сағыу тәьҫораттар көтөргә кәрәк. Әммә был парҙың бергә ҡушылыуында хәүеф тә йәшеренгән. Аждаһа Юлбарыҫтың насар сағылышын: асыуын, үҙһүҙлелеген, эгоизмын, үҙ-үҙенә ышанысын тотҡарламай, киреһенсә көсәйтеп кенә ебәрер. Был Юлбарыҫты, эмоцияға бирелеп, үҙе булдырған нәмәне үҙ ҡулдары менән емереүгә килтереүе мөмкин. Йондоҙҙар Юлбарыҫты бындай яңылыш аҙымдарҙан киҫәтә һәм янындағыларҙың фекеренә йышыраҡ ҡолаҡ һалырға кәңәш итә. Шул саҡта һеҙ үҙегеҙҙә булған нәмәләрҙе һаҡлай һәм арттыра алаһығыҙ.

 Ҡуянға (1939, 1951, 1963, 1975, 1987, 1999, 2011)  үҙ сиктәрен һәм мәнфәғәттәрен яҡлау йәһәтенән ҡатмарлы йылға әҙерләнергә кәрәк. Аждаһа – шәхси һәм эшлекле тормошта сит территорияларға дәғүә итеүсе үҙ һүҙле һәм бер аҙ агрессив билдә. Һәм Ҡуян, деликатлыҡ менән дипломатлығын ситкә ҡуйып, саҡырыуҙы ҡабул итергә әҙер торорға тейеш. Үҙ хоҡуҡтарығыҙҙы яҡлап, көсөгөҙҙө күрһәтергә лә ваҡыт. Әгәр һеҙ “яраҡлашырға һәм үткәреп ебәрергә” тигән ғәҙәти тәртибеҙҙән сыҡһағыҙ, баһағыҙ күтәрелер, үҙ-үҙегеҙҙе хөрмәт тә итә башлаясаҡһығыҙ. 

 Аждаһа (1940, 1952, 1964, 1976, 1988, 2000, 2012), һеҙҙең өсөн йондоҙло сәғәт – ҡурсалаусығыҙ йылы килә. Был иң ҡыйыу теләктәрҙе тормошҡа ашырыу ваҡыты, уңыш коридоры. 2024 йылда һеҙ һуңғы 11 йылда башҡарған бөтә тырышлығығыҙҙың уңыштарын йыйырһығыҙ. Нимәгә ынтылғанһығыҙ, барыһы ла тормошҡа ашасаҡ. Һеҙҙән бары үҙегеҙгә ышаныу һәм тәүәккәллек кенә кәрәк. Һәм юғарыға күтәрелгәндә һаҡ булығыҙ, ғорурлыҡ, түҙемһеҙлек, тәкәбберлек кеүек көсһөҙ яҡтарығыҙға  бирешмәгеҙ. Тирә-яҡтағыларға ҡарата изгелек һәм йомартлыҡ күрһәтегеҙ – шул саҡта хыялдарығыҙ тормошҡа ашыр.

 Йылан  (1941, 1953, 1965, 1977, 1989, 2001, 2013) менән Аждаһа оҡшаш, шуға күрә быйыл икәүһенә уртаҡ үткерлек һәм эске көс кеүек сифаттар тағы ла нығыраҡ үҫәсәк. Был тормоштағы мөһим ваҡиғаларҙың сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен төшөнөргә, элек ҡатмарлы йәки мәғәнәһеҙ булып күренгән нәмәләрҙе аңларға ярҙам итәсәк. Ә характеры Йыланға тормош дауылдарын еңел генә еңеп сығырға мөмкинлек бирер. Әйткәндәй, улар артыҡ күп булмаясаҡ.

Ат  (1942, 1954, 1966, 1978, 1990, 2002, 2014) Ҡуян йылын тыныс һәм ял итеп үткәрҙе, хәҙер уға яңы үрҙәр яулау ваҡыты етте. Аждаһа Ат менән бик яҡшы килешә, шуға ла һәр өлкәләге уңыштарына булышлыҡ итәсәк. Тәү сиратта матди өлкәһенә ыңғай йоғонто яһар: аҡса еңелерәк һәм ҙур күләмдә килә башлар. Был, үҙ сиратында, күберәк буш ваҡыт, үҙ аллы эш итеү мөмкинлеге бирер.  Һеҙҙең бурыс – ваҡытты файҙалы үткәреп, уй-ниәттәрегеҙҙе  тормошҡа ашырыу.

Ҡуйҙар  (1943, 1955, 1967, 1979, 1991, 2003, 2015) өсөн тағы ла бер уңышлы йыл. Тик был юлы ул мөнәсәбәттәргә түгел, ә күберәк үҙен асыуға, ижадҡа ҡағыла. Аждаһа ла, Ҡуй ҙа ярайһы уҡ артистар, был уларҙы берләштерә. Шуға Аждаһа үҙ һәләтендә икеләнгән Кәзәгә “эстә ултырған” тәнҡитсене еңергә, үҙенә ышаныс табырға ярҙам итер. Һөҙөмтә булып үҙеңде, талантыңды донъяға танытыу торасаҡ. Берәүҙәр уңышлы блогер булыр, икенселәр бала саҡ хыялын тормошҡа ашырып, сәхнәгә сығыр, ҡайһыларылыр һөнәрен ижад өлкәһендәгегә алмаштырыр, ә кемдер хатта “ирекле рәссам” булып китер.

2024 йыл Маймылдар (1944, 1956, 1968, 1980, 1992, 2004, 2016) өсөн еңел буласаҡ. Әгәр Аждаһа – тәбиғәте менән юлбашсы, етәксе булһа, Маймыл – илһамландырыусы һәм идеялар генераторы. Аждаһа Маймылдың ижади ниәттәрен үҫтереүгә һәм уңышҡа юлығыуына булышлыҡ итәсәк. Әммә йондоҙҙар ҡарарҙар ҡабул иткәндә ашығыуҙан һәм ваҡ-төйәккә бүлгеләнеүҙән иҫкәртә. Тик бер маҡсатҡа, теләккә, проектҡа иғтибар итегеҙ, ул саҡта һөҙөмтә һеҙҙең бөтә көткәнегеҙҙе алдығыҙға сығарыр.

Ике ҡатмарлы йылдан Һуң Әтәстәр (1945, 1957, 1969, 1981, 1993, 2005, 2017) өсөн, ниһайәт, уңыш һәм үҫеш коридоры асыласаҡ. Ағас стихияһы Әтәс ҡараған металл стихияһы йоғонтоһонда, тимәк, Әтәс 2024 йылда кешеләр, шарттар һәм үҙенең яҙмышы өҫтөнән хакимлыҡ итәсәк. Иң мөһиме – үҙ көсөңдән ҡурҡмаҫҡа, ә уны тәүәккәл файҙаланырға. Сөнки киләсәктә бындай мөмкинлек тиҙ генә килеп сыҡмаясаҡ.

Әгәр Ҡуян йылы Эттәр (1946, 1958, 1970, 1982, 1994, 2006, 2018 ) өсөн тотороҡлолоҡ осоро булһа, Аждаһа йылы – әүҙем эш итеү ваҡыты. Аждаһа Эткә энергияһын йүнәлтергә кәрәк булған иң мөһим нәмәне айырып күрһәтергә ярҙам итәсәк. Был, моғайын, белем, аҡса йәки мөхәббәт булыр. Улар билдә вәкиленең йәше һәм социаль статусына бәйле. Һәр хәлдә, Эттәргә уларҙың үткер аҡылы һәм һиҙгерлеге – хәлде тиҙ баһалау һәм дөрөҫ ҡарар ҡабул итеү һәләте кәрәк.

Ҡабан (1947, 1959, 1971, 1983, 1995, 2007, 2019) һәм Аждаһа туғандаш стихияларға ҡарай, шуға уларға дуҫлашыу еңел буласаҡ. Аждаһа Ҡабанға тәүәккәллек, энергия, лидерлыҡ сифаттары өҫтәйәсәк, был яңы йылда теләгән маҡсаттарға өлгәшергә ярҙам итер. Ҡабандар күпкә харизматик һәм сағыуыраҡ буласаҡ, улар тирә-яҡтағыларҙың ҡарашын һәм иғтибарын үҙенә йәлеп итеп кенә торор. Быны мотлаҡ яңы танышыуҙар һәм бәйләнештәр булдырыу, үҙ идеяларын алға этәреү йәки партнер табыу өсөн файҙаланырға кәрәк.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: