Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
15 Ғинуар , 17:27

Яңы йыл төнө – машинала

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ейәнсура районы буйынса бүлегенең ЮХХДИ бүлексәһе хеҙмәткәрҙәренә юлдарҙағы тәртип һағында булғанда нимә генә күрергә тура килмәй. Байрамдар осоронда уларға икеләтә ҡәтғи режимда эшләргә тура килә.

Яңы йыл төнө – машинала
Яңы йыл төнө – машинала

31 декабрҙән 1 ғинуарға ҡараған төндә ЮХХДИ инспекторы, кесе лейтенант Сулпан Юнысов менән Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген иҫкәртеү буйынса дәүләт инспекторы, өлкән сержант Денис Ишмөхәмәтов дежурҙа булған. Ғәҙәттә, был төндә инспекторҙар сәғәт телдәре 12-не һуғыуға әҙгә генә булһа ла ғаиләһе янына ҡайтып, яңы йылды ҡаршылап, ҡабат эшкә сыға торған булған. Тик был юлы улай килеп сыҡмай.

Төнгө 11-ҙәр тирәһендә инспекторҙар Үрге Һарыбил-Ҡыуандыҡ юлының 1-се саҡрымында бер машинаны туҡтата. Водителдең эскән килеш рулдә йөрөгәне өсөн транспорт менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителгәнлеге асыҡлана. Был юлы ла ул “һуҡтырған” булып сыға. Инспекторҙар уға ҡарата РФ КоАП-ының 264-се статьяһының 1-се бүлеге буйынса протокол төҙөй. Һөҙөмтәлә, хоҡуҡ һаҡсылары яңы йылды патруль автомобилендә ҡаршылай.

– Полицияла эшләүемә ете йыл булып килә. ЮХДДИ-ға тиклем башта водитель булып, һуңынан дежур частә эшләнем. Һуңғыһында яңы йылды бер нисә тапҡыр эштә ҡаршыларға тура килде, тик кабинетта. Ә машинала – тәүгә. Уның ҡарауы, тупаҫ ҡағиҙә боҙоусыны тоттоҡ. Ул юлын дауам итһә, нимә менән тамамланырын кем белә? – ти Сулпан Юнысов.

– Полицияла дүртенсе йыл эшләү осоронда яңы йылда беренсе тапҡыр дежурҙа булдым һәм байрамды патруль машинаһында ҡаршы алдым. Был хәл иҫләп һөйләрлек бер ваҡиға булып тороп ҡалыр инде, – ти Денис Ишмөхәмәтов.

Инспекторҙар байрам төнөндә башлыса район үҙәге буйлап йөрөгән. Улар иғтибарҙы ҡаты ҡағиҙә боҙоусыларға йүнәлткән. Һәм һөҙөмтәлә, яңы йыл төнөндә һәм байрам көндәрендә лә юлдарҙа зыян күреүселәр булманы.

 

Белешмә

Яңы йылдың 1 ғинуарынан алып 9 ғинуарға тиклем ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре эскән килеш рулгә ултырған 11 кешегә протокол төҙөгән. Уларға 30 мең һум штраф һәм 1,5-2 йылға тиклем транспорт саралары менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителеү янай. Башҡа төрлө хоҡуҡ боҙоуҙар һаны - 26.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: