Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
25 Ғинуар , 12:41

"Еҙ ҡыңғырау сыңлап торған мәктәп онотолмай, сәстәргә сал ҡунһа ла"

Бикбау ауыл китапханаһында шундай исемле осрашыу күңелле лә, тулҡынландырғыс та булды.

"Еҙ ҡыңғырау сыңлап торған мәктәп онотолмай, сәстәргә сал ҡунһа ла"
"Еҙ ҡыңғырау сыңлап торған мәктәп онотолмай, сәстәргә сал ҡунһа ла"

Уҡытыусы! Ул-бөтә кешеләрҙең дә ғүмере буйы күңел түрендә серле моң һымаҡ һаҡланған иң яҡын кешеһе. Мәктәптә уҡып, тормош юлына аяҡ баҫҡан һәр кеше, нисә йылдар үтеп китһә лә, үҙенең тормоштағы уңыштары өсөн арымай-талмай үтә түҙемлелек менән белем, тәрбиә биргән уҡытыусыларына бурыслы һанай, уларҙы хәтеренә алған һайын, «Рәхмәт, һиңә, уҡытыусым!» тиеп ҡабатлай. Бөгөнгө осрашыуыбыҙ – туғандарса һөйләшеп, йыйылып киткән хис тойғолар менән бүлешеп, һағыш кисерештәрен баҫырға теләгән уҡыусы һәм уҡытыусының осрашыуы ул!
Марат Сәйфулла улы ошо осорҙа булған ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрҙө, үҙенең төрлө йылдарҙа үткән юбилей видео яҙмаларын күрһәтте.
“Мин Бикбау мәктәбендә уҡытҡан осорҙа коллективтың, ауыл халҡының, уҡыусыларҙың иҡтибарын тойҙом. Ошо осор юғары вазифаларҙа эшләү өсөн этәргес көс булды. Шулай уҡ ошо йылдарҙа ситтән тороп юғары белем алдым, хатта бер йылда ике курс бөттөм,”- тине Марат Сәйфуллович.
Шулай уҡ уның "Китаптарым булһын иҫтәлек" исемле күргәҙмәһе лә ҡуйылды.
Ә инде уҡыусылары һөйләгән иҫтәлекле ваҡиғалары көлдөрҙө лә, уйландырҙы ла. Осрашыуҙа Тыуған ил, мәктәп тураһында йырҙар яңғыраны, шиғырҙар һөйләнде.
Мәктәбебеҙ бер ҡатлы ағастан һалынғайны, ләкин ул һәммәбеҙ өсөн дә йылы, яҡты, ҡотло, бейек семәрле һарайҙарға биргеһеҙ, алыштырғыһыҙ дан уҡыу йорто булды. Ә уҡытыусылар һәр баланы кеше итеп тәрбиәләне. Улар бөтәһе лә Тыуған илгә, халҡына тоғро хеҙмәт итте. Мәктәбебеҙҙә күренекле фән һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, атҡаҙанған уҡытыусылар һәм врачтар, орден-миҙалдарға лайыҡ ауыл хужалығы эшсәндәре, республика кимәлендәге премияға лайыҡлылар тәрбиәләнде һәм белем алды.
Марат Сәйфулла улы һәр ҡатнашыусыға иҫтәлекле бүләк тә тапшырҙы.

Айһылыу Илтенбаева, китапханасы.

 

Түлегәнова Ләлә апай уҡытыусыһына арнап шиғыр ҙа сығарған.

Беҙ уҡыған ваҡыттарҙа
"Кәрәҙлеләр" булманы.
Йүкә телефондар ғына
Сырмағайны донъяны.
Кемдәр тыуған, өйҙәр һалған,
Кем ярата, кем талаша,
Яңылыҡтар етеп торҙо
Йүкә телефон аша.
Яңы уҡытыусы килгән тип,
Хәбәрҙәр килеп етте.
Эшкә ебәргәндәр икән
Йәп-йәш кенә егетте.
Йәш ҡыҙҙарҙың һушын алды
Ҡара бөҙрә сәстәре,
Буйы -һыны, ҡараштары
Ғашиҡ итте күптәрҙе.
Матур ағай тип йөрөттөк
Ҡыҙҙар үҙ-ара ғына.
Беҙ - уҡыусы, ул - уҡытыусы,
Буй етмәҫлек юғары.
Нисә йылдар үтһә лә,
Һеҙ һаман матур ағай.
Беҙ ҙә бала-саға түгел,
Һеҙҙе ҡыуабыҙ буғай.
Һау булайыҡ, бар булайыҡ,
Тормош ҡәҙерен беләйек.
Матур ағайыбыҙға
Һаулыҡ, ғүмер теләйек.
(Ләлә Түлегәнова)

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: