Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
6 Февраль , 17:10

Эндокринолог ҡан тамырҙары өсөн зарарлы ризыҡтарҙы атаны

...

Эндокринолог ҡан тамырҙары өсөн зарарлы ризыҡтарҙы атаны
Эндокринолог ҡан тамырҙары өсөн зарарлы ризыҡтарҙы атаны

Табип-эндокринолог Екатерина Янг, ҡыҙырылған аҙыҡты саманан артыҡ ҡулланыу йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы эшенә кире йоғонто яһай, тип белдерҙе. Был хаҡта Росбалт хәбәр итте.

Эксперт әйтеүенсә, ҡурылған аҙыҡта гидрогенизацияланған үҫемлек майҙары формаһындағы трансмайҙар күп. Бындай төрҙәге майҙар атеросклерозға, шулай уҡ организмда хроник ялҡынһыныуҙарға килтерергә мөмкин.

Трансмайҙар шулай уҡ чипсыларҙа, торттарҙа һәм печеньеларҙа бар. Эксперт билдәләүенсә, был ризыҡтарҙы күп ашау йыш ҡына организмға майлы колбасанан да нығыраҡ кире тәьҫир итә. Ул рационды рукола, цитрустар һәм авокадо менән төрләндерергә һәм шулай уҡ скумбрия, һарымһаҡ өҫтәргә кәңәш итте.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: