Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
15 Февраль , 15:02

“Барыһы ла төштә кеүек”

Автомобиль ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән Мөхтәр Ғүмәров ярты Афғанстанды урап сыҡҡан.

“Барыһы ла төштә кеүек”
“Барыһы ла төштә кеүек”

Уҙған быуаттың 80-се йылдарында хеҙмәт иткән күп һалдаттар хәрби конфликтҡа эләгә. 10 йылға яҡын, ә теүәлерәк итеп әйткәндә, 2238 көн дауам иткән Афған һуғышында һәләк булғандар, хәбәрһеҙ юғалғандар, яраланып ҡайтҡандар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, меңәрләп. Иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡандарҙы ла был үткән яу юлын ғүмере буйы оҙата бара. Оноторға ниәтләгәндәрҙең ул төшөнә булһа ла инеп иҫләтә.

Иҙелбәк ауылында тыуған Мөхтәр Мотаһар улы 1986 йылда һалдатҡа алына. Ул хеҙмәткә Украинаға, Брюховичи ҡасабаһында урынлашҡан автобатҡа эләгә. Водитель булып хеҙмәт иткән Мөхтәр часта һирәк була тиерлек, һәр саҡ юлда.

Сираттағы командировканан ҡайтып инеүендә ул бергә хеҙмәт иткән егеттәрен тап итмәй. Баҡһаң, улар Афғанстанға командировкаға ебәрелгән. Мөхтәр үҙен дә ебәреүҙәрен һорап командованиеға рапорт яҙа. Яуап булмағас, тағы яҙа. Тик өсөнсө рапорттан һуң ғына уның үтенесе ҡәнәғәтләндерелә һәм ул 1987 йылдың апрелендә Афғанға юллана.

Ташкентҡа самолет менән алып киләләр. Унан водителдәр үҙ машинаһын ҡабул итеп алғас, руль артында юлын дауам итә. Бына – Термез. Үзбәкстан менән Афғанстанды бәйләгән, Амударья аша һалынған “Дуҫлыҡ күпере” аша үткәс, һалдаттар афғандарҙың Хайратон ҡалаһына аяҡ баҫа.

Мөхтәр Мотаһар улы хеҙмәт итәсәк ғәскәрҙәр Ҡабул ҡалаһында урынлашҡан була. Әммә водителдәр бригадала тормай ҙа тиерлек.

  • Беҙ һәр ваҡыт рейста булдыҡ. Ҡоралдар, аҙыҡ-түлек ташып, Афғанстандың яртыһы үтеп сығылды, – ти Мөхтәр ағай хеҙмәт йылдарын иҫләп.

Ҡырыҫ климат, аҙналап руль артында йөрөү, тирә-яҡтан һағалаған хәүеф, колонна менән тәүге тапҡыр пуля ямғыры аҫтында ҡалыу – бөгөн барыһы ла кино кадрҙары һымаҡ. Ул мәлдә барыһын да “учебка”ла өйрәткәнсә эшләй – кабинанан һикереп төшөп, тәгәрмәс артына боҫа. Әммә бында ла йә уңаһың, йә туңаһың, тигәндәй. Ярай ҙа кузовта аҙыҡ-түлек тейәлһә. Ә әгәр снарядтар булһа...

Мөхтәр Мотаһар улы шундай командировкаларҙың береһендә Төмәндән булған хеҙмәттәшен юғалта, әммә үҙен Хоҙай аралай. Ярты Афғанстанды урап, 1988 йылдың мартында имен-һау Украинаға, хеҙмәтен башлаған частҡа ҡайта. Ә унан инде – ДМБ.

Бөгөн Мөхтәр ағай тормош иптәше Гөлиә Ғиниәт ҡыҙы менән Назарҙа, йәғни 3-сө фермала йәшәй. Ғаилә башлығы вахта менән Себер тарафтарында эшләй, мал-тыуар, хужалыҡ – хужабикә иңендә.Берҙән-бер ҡыҙҙары Эльвина ғаиләһе менән Силәбе ҡалаһында төпләнгән. 11 йәшлек ейәндәре Айрат – ҡартатай менән өләсәй йортонда һағынып көтөп алынған ҡунаҡ.  

Яу юлы үткән бик күптәр кеүек Мөхтәр Мотаһар улы ла аҙ һүҙле: “Онотолдо инде, хәҙер барыһы ла төш һымаҡ”, – ти ул, әммә фотоһүрәттәрҙе ҡарағанда йөҙҙәренә һағыш йүгерә.

Ә. Әйүпова.

Автор фотоһы һәм шәхси архивтан.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: