Бөтә яңылыҡтар

Бөгөн – башҡорт ғаиләһе көнө

Был байрам көнөндә һеҙгә Усан Нури Топбаштың ғаилә тураһында яҙмаһын тәҡдим итәбеҙ:

Бөгөн – башҡорт ғаиләһе көнө
Бөгөн – башҡорт ғаиләһе көнө

Фатихалы ғаилә усағы – Ерҙәге ожмах сағылышы ул

Бөгөнгө көндә никах тураһында күп кенә бәхәстәр тыуа. Ни өсөн кешеләр йәмғиәттә йәшәргә һәм ғаилә ҡорорға тейеш? Улар айырым ғына йәшәй алмаймы?

Яңғыҙлыҡ Аллаһы Тәғәләгә хас, сөнки Ул, бөйөк Яралтыусы, ошо өҫтөнлөклө хоҡуҡты барлыҡ йән эйәләренә биргән һәм барыһын да үҙ ише менән яралтҡан. Шуға күрә лә Аллаһы Тәғәлә яралтҡан бөтә йән эйәләре бер-береһенә мохтаж. Шул уҡ ваҡытта бөтә йән эйәләренең дә тәбиғәттән үҙ етешһеҙлектәре бар. Аллаһы Тәғәлә яралтҡан бөтә йән эйәләренең бер-береһенә, шулай уҡ Аллаһы Тәғәлә яралтҡан башҡа йән эйәләренә лә мохтажлығы бар.

Аллаһы Тәғәләнең бөтә йән эйәләре араһында бигерәк тә кеше үҙ ишенә мохтаж. Сөнки кешенең ихтыяждары һәм теләктәре башҡаларҙың ихтыяждарын күп тапҡырға ашып китә. Ә беҙҙең теләктәребеҙ, ҡағиҙә булараҡ, артҡандан-арта бара һәм бер ваҡытта ла бөтмәй, сөнки кеше һәр ваҡыт рухи яҡтан да, матди яҡтан да етеш йәшәргә теләй. Ә ҡайғы-хәсрәттәр, ярлылыҡ, ғазаптар, ауыр хеҙмәт һәм һөжүмдәр уның тормошон ауырлаштыра ғына. Ундай ваҡытта кеше көслө яурын һәм ҡайнар йөрәк эҙләй.

Ошоға бәйле, «кеше» аңлатмаһы үҙе үк «енес», «эҫенеү» һәм «дуҫлыҡ» яһалма аңлатмаларынан килеп сыҡҡан. Ошо уҡ уның башҡа кешеләр, бигерәк тә үҙенең ҡәрҙәштәре менән аралашырға мохтаж икәнлеген иҫбатлай. Был ихтыяж кешенең иң төп үҙенсәлеге булып тора һәм уның асылын билдәләй.

"Беҙ һәр нәмәне ишле итеп барлыҡҡа килтерҙек, ихтимал, һеҙ ҙә уйлап ҡарарһығыҙ" (аз-Зарийат, 49).

"Ер үҫтергән нәмәләрҙең барыһын да, һәм уларҙың үҙҙәрен дә, һәм улар белмәгән кешеләрҙе лә ишле-ишле итеп барлыҡҡа килтереүселәргә дан!" (Йасин, 36).

Шулай итеп, Аллаһ ике енес яралтҡан, ләкин шуның менән бергә бер генә йән эйәһен дә икенсеһенә оҡшаш итмәгән. Хатта бер йомортҡалы игеҙәктәр ҙә бер-береһенән холоҡ үҙенсәлектәре буйынса ла, бармаҡ эҙҙәре буйынса ла айырыла. Аллаһы Тәғәлә бөтә йән эйәләрен дә үҙ ише менән яралтҡан һәм уларҙың яҡынайыуы өсөн үҙ-ара тартылыу ҡанунын булдырған. Аллаһ артабан бер-береһен тулыландырһындар өсөн уларҙың физик һәм рухи дәрәжәләрен берләштергән.

Хәҡиҡәттә, ир кешенең ҡатын- ҡыҙға, ҡатын-ҡыҙҙың ир-атҡа ихтыяжы кешелек нәҫелен дауам итәсәк. Һис шикһеҙ, был берҙән-бер маҡсат түгел, сөнки ныҡлы ғаилә төҙөү менән рухи һәм дөйөм тыныслыҡ, именлек киләсәк һәм ғаилә ағзалары гармонияла йәшәйәсәк. Был бөтә кешелектең төп маҡсаты булып тора ла инде.

Ә бөтә был бөйөклөктәрҙе тик Аллаһы Тәғәләгә һөйөү аша ғына яуларға мөмкин. Был — ғәҙәти мөхәббәттән Аллаһы Тәғәләгә мөхәббәткә күсеү ул. Тимәк, был юл өсөн ғәҙәти мөхәббәт мәжбүри шарт булып тора, сөнки ир менән ҡатын араһындағы мөхәббәт Аллаһы Тәғәләнең ризалығын алыр өсөн беренсе баҫҡыс ул. Әгәр ҙә мөхәббәт енси теләктәр арҡаһында ғына барлыҡҡа килһә, ул хаҡ тойғоларға әйләнә алмай. Хаҡ мөхәббәт — бер-береһен яратҡан ике иштең бер-береһенә илаһи тартылыуы. Бер-береһенә тойғолар менән бәйләнгән йөрәктәр егет һәм ҡыҙҙың тартылыу үҙәге булып, мөхәббәткә тулылана, һәм шул юл менән Аллаһы Тәғәләне яратыу һәләте бирә. Бала тыуыу менән ғаиләлә был һәләт камиллаша һәм уның абруйына әйләнә.

Кешеләрҙең йөрәгендә Аллаһы Тәғәләгә һөйөү уятыр өсөн Ул ҡушҡан ҡағиҙәләр буйынса никах уҡытырға кәрәк. Ә тик психик һәм физик теләктәр, йән тартыу һәм дәрт буйынса ғына ҡоролған ғаилә, ҡағиҙә булараҡ, тулы мөхәббәт емешен бирә алмай. Бындай ғаиләләрҙән кешенең рухи үҫеше өсөн бер ниндәй ҙә файҙа булмаясаҡ, сөнки ир менән ҡатын ғәҙәттә үҙҙәренең тән теләктәренең ҡоло ғына булып ҡаласаҡ. Әхлаҡи хәле шул уҡ кимәлдә ҡаласаҡ, эске донъяһы ярлыланасаҡ һәм деградацияға биреләсәк. Камиллыҡҡа һәм рухи бейеклеккә ынтылыусы, йәғни имандарын тулыландырып тороусы ғаиләләр ҙур өлгө булып тора.

Хәҡиҡәттә, һөйөү менән нурланмаған йөрәктәр, оҙаҡ ваҡыт эшкәртелмәгән, ташландыҡ ергә оҡшаған. Ир менән ҡатын мөнәсәбәте «тупраҡты» эшкәртеп бөтөргә ярҙам итә. Был бер-береңә булған мөнәсәбәт йүнәлеше Аллаһы Тәғәләгә йүнәлгән булырға тейеш, тигәнде аңлата, сөнки ир менән ҡатындың бер-береһенә булған тойғоһо илаһи мәғәнәгә эйә булғанда ғына Аллаһҡа ҡарата мөхәббәткә әйләнеүе мөмкин. Сабый тыуыуы Аллаһы Тәғәләгә мөхәббәт формалашыуының икенсе этабы булып тора. Шулай итеп, йөрәктәр баҫҡыстан баҫҡысҡа үҫешә килә юғары маҡсатҡа — Аллаһҡа мөхәббәткә өлгәшәсәк һәм Аллаһы Тәғәләнең бәхетлеләре араһында лайыҡлы урын аласаҡ.

Шуға күрә, йәмғиәт күпкә үҫешкән кимәлгә күтәрелһен, ә ғаиләләр илаһи шатлыҡ һәм бәхеткә ҡойонһон өсөн һәр бер айырым ғаиләлә именлек һаҡлау мөһим. Бының өсөн ир менән ҡатын никахҡа кергән саҡта бер-береһенә Аллаһ исеме менән илаһи мөхәббәткә илтеүсе ант бирәләр. Ә бының өсөн, һис шикһеҙ, бер-береңә хөрмәт, ышаныс, ихласлыҡ кәрәк.

Никах шул тиклем мөһим мәғәнәгә эйәме?

Никах — Бәйғәмбәрҙәребеҙҙең юлын ҡабатлау һәм Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәттең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) сөннәте, ир менән ҡатындың намыҫ ҡәлғәһе, кешенең башҡа йән эйәләренән өҫтөнлөгө.

Никахта ике ир кеше шаһит булырға тейеш — улар эргә-тирәләгеләргә ир менән ҡатын араһында яңы союз барлыҡҡа килеүе тураһында хәбәр итә. Бөтә ниәттәр ҙә шаһиттарға мохтаж булмаһа ла, никахта улар мотлаҡ булырға тейеш. Никах булыуы тураһында эргә-тирәләгеләргә хәбәр итеү төп шарт булып тора, сөнки йәмғиәт был ир менән ҡатынды ғаилә иштәре тип ҡабул итергә тейеш. Юғиһә, никахланмаған йәш егеткә йәки ҡыҙға яңы тәҡдимдәр килеүе мөмкин. Ә рәсми рәүештә никахланған осраҡта бындай хәлдәр булмаясаҡ. Шулай итеп, туйҙар яңы ғаилә барлыҡҡа килеү шатлығы менән уртаҡлашыу өсөн генә түгел, шулай уҡ йәмғиәткә хәбәр итеү өсөн дә уҙғарыла.

Бер һүҙ менән әйткәндә, үҙенең бөтә үҙенсәлектәре менән никах Аллаһы Тәғәләнең ҡануны булып тора һәм кешенең өҫтөнлөгөн һәм уның абруйын һаҡлауға тәғәйенләнгән. Шулай итеп, Ислам дине буйынса, никах — ир менән ҡатын араһындағы союздың бөйөк нигеҙе. Ислам был нигеҙгә ҙур әһәмиәт бирә һәм никахһыҙ уҙғарылған башҡа союздарҙан баш тарта. Шуға күрә никахһыҙ булған мөнәсәбәттәр араһында иң ҙуры зина һанала, ул кешелек нәҫелен ҡороторға һәләтле булған, әхлаҡҡа, матурлыҡҡа һәм ғаилә тормошоноң таҙалығына ҡаршы енәйәт һанала. Никах менән килгән бәхетте һәм тыныслыҡты тәртипһеҙ бәйләнештәргә алмаштырыу шул тиклем иҫәрлек булыр.

Һәр бер халыҡ үҙенең иманы һәм әхлағы менән көслө һәм уларҙың һағында никах тора икәнлеген оноторға ярамай. Шуға күрә Мөхәммәт бәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) мосолмандарҙы хаталар ҡылыуҙан һаҡлап: «Иң яҡшы никах — ҡыйын булмағаны», — тип әйткән. Был никахты ҡайһы бер йолалар һәм хөрәфәттәр менән ҡатмарлаштырырға ярамай тигәнде аңлата.

Аллаһы Тәғәлә үҙенең ҡолдары тыныслыҡта һәм изге тәртиптә йәшәүен теләй. Никах — изге тәртиптәрҙең нигеҙе. Мосолмандарҙы Шәриғәт ҡанундары буйынса никахлаштырыу Ислам йәмғиәтенең изге бурысы булып тора. Изге китабыбыҙ Ҡөрьән- Кәримдә: «Буйҙаҡтарҙы, ҡолдарығыҙҙы, йәриәләрегеҙҙән (ҡатын ҡолдарығыҙҙан) булғандарҙы өйләндерегеҙ, кейәүгә бирегеҙ. Фәҡир булғандарҙы Аллаһ үҙ ниғмәттәре менән байытыр, иншаллаһ. Ниғмәттәре мул булған һәм бар нәмәне лә белеп тороусы — Аллаһ», — тип әйтелгән ("Ән-Нур, 32).

Йәштәрҙе никахлашырға саҡырып, был эштә ярҙам итеүселәрҙең баһаһы тураһында бер ғалим: «Кешеләргә бәхетле ғаиләләр ҡорошорға ярҙам итеү — саҙаҡа-джарийа. Был ғаилә ағзалары эшләгән бөтә яҡшылыҡтар уға сауап булып яҙылыр», — тигән.

Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ Әҙәм (ғәләйһиссәләм) менән Һауаның Аллаһы Тәғәлә ихтыяры менән ожмахта башланған һәм киләһе быуындарға бөтә ғаилә мөнәсәбәттәренең өлгөһө булараҡ күсә килгән ғаилә тормошо Ислам ҡанундары буйынса нығытылған була. Ислам ғаилә тормошона йәннәт ҡәнәғәтлеге һәм яҙғы күктең тыныслығын алып килә. Ә был хәлгә өлгәшеү өсөн, ата-бабаларыбыҙҙан өлгө алып, тулыһынса Аллаһы Тәғәләгә һөйөүгә һәм тәҡүәлеккә ҡойонорға кәрәк.

Ике таныш булмаған кешенең никах менән ғәжәйеп ҡушылыуында йәшерен белемдәр һәм нескә һабаҡ йәшеренгән. Аллаһы Тәғәләнең һөйөүе һәм рәхмәте менән нурландырылған ике йөрәк ҡушылыуы, ата-әсә йортонан килгәндәрҙең күңел йылыһы һәм бер-береңде аңлап йәшәүе... Аллаһы Тәғәләнең ниндәй изге күренеше! Тәрән уйланыуҙар өсөн ниндәй изге сәбәп!

Аллаһы Тәғәлә мосолмандарға никахты именлеккә юл булараҡ ебәргән, мәңгелек ожмахтың сағылышын Ҡөрьән һәм Мөхәммәт Бәйғәмбәрҙең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) сөннәте буйынса ҡоролған ғаилә мөнәсәбәттәре ярҙамында ерҙә сағылдырған.

Кешеләргә лайыҡлы йәшәү рәүеше алып барырға мөмкинлек биргән Ислам дине, ҡатын-ҡыҙға мөһим роль биргән, уны кәмһетеү ҡотолғоһоҙ ауыр эҙемтәләргә алып киләсәк. Ҡатын- ҡыҙ ғаилә бәхетенең һәм именлегенең түренә эленгән гәлсәр шәм кеүек, эргә-тирәһен никах нуры һәм мәрхәмәте менән яҡтыртып тора, сафлығын һәм ғаилә намыҫын һаҡлай, гонаһлы ғәрәсәттәрҙән һәм тулҡындарҙан һаҡлаусы йәшен ҡайтарғыс булып хеҙмәт итә. Бының булмауы киләһе быуындарҙың тулыһынса юғалыуына килтереүе мөмкин, был үҙ сиратында туғандар бәйләнеше өҙөлөүгә сәбәп булып тора һәм һөҙөмтәлә йәмғиәт ҡоролошоноң емерелеүенә һәм фетнә тыуыуына алып килә. Нескә һәм наҙлы тойғолар юғала, хурлыҡ һәм тынысһыҙлыҡ барлыҡҡа килә. Былар бөтәһе лә — цивилизация байышының һәм бөтә донъя һәләкәте билдәһе.

Ҡөрьәндә әйтелгән: «Үҙегеҙҙән ҡатындарҙы яралтыу ҙа, ул ҡатындар менән (ләззәтләнеп) бергә йәшәүегеҙ ҙә, ир менән ҡатын араһындағы мөхәббәт һәм наҙ, бер-береңдең хаталарын кисерә белеү, һис шикһеҙ, Аллаһтың ҡөҙрәтенә асыҡ дәлилдәрҙер. Хаҡтыр, был эштәрҙә фекерләй белеүсе ҡәүемдәр өсөн ғибрәттәр бар».

Шулай итеп, ғаилә именлеге өсөн төп шарт булып ир менән ҡатындың бер-береһенә мөхәббәте, ышанысы һәм шәфҡәтлелеге тора

Үкенескә күрә, ғаилә именлегенә бөтәһе лә өлгәшә алмай. Был Аллаһы Тәғәләнең бөйөк шәфҡәте. Был именлекте яулар өсөн нимәләр эшләргә кәрәк?

Бәйғәмбәребеҙ (саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм): «Ҡатынды дүрт сифат буйынса һайлайҙар: уның байлығы, йәмғиәттәге урыны, матурлығы һәм тәҡүәлеге. Тәҡүәле ҡатынды һайлағыҙ, изгелек күрерһегеҙ!» — тигән. Был хәҙистә буласаҡ кәләш ниндәй сифаттарға эйә булырға тейешлеге һүрәтләнә. Был шулай уҡ ир-егеткә лә ҡағыла, сөнки һәр бер мөьмин өсөн тәҡүәлектән һуң уның изге эштәре мөһим урын биләргә тейеш. Мөхәммәт бәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): «Кешенең бөйөклөгө — уның иманында, батырлығы һәм дәрәжәһе — аҡылында, ә матурлығы әхлағында (никах менән һаҡланған) йәшеренгән», — тигән. Шулай уҡ муллыҡ, әҙәп, тәртип кеүек сифаттар менән билдәләнгән ғаилә гармонияһына ла иғтибар итергә кәрәк. Ә ҡалғаны ихтыяр көсөнән һәм үҙ-үҙеңде камиллаштырыуҙан тора. Беренсеһе — шәриғәт ҡанундарын үтәү, ә икенсеһе — иман һәм ғәмәлдең камиллығы. Аллаһы Тәғәләнең ҡанундарын хөрмәтләгән ғаилә донъялағы бәхеттең нигеҙе һәм беҙҙең Яралтыусыбыҙҙың бөйөк ниғмәте булып тора. Бөтөнлөгө бер-береңде аңлауҙан һәм үҙ-үҙеңде ҡорбан итеүҙән ғибәрәт булған ир менән ҡатын рухи берлектә йәшәй.

Беҙҙең заманда «Ир менән ҡатындарҙың роле алмашыныуы, йәғни ҡатын-ҡыҙҙың — ир-ат, ә ир-аттың ҡатын- ҡыҙ сифатын үҙләштереүе» ғаиләләр тарҡалыуының төп сәбәпсеһе булып тора ла инде. Аллаһы Тәғәлә ир менән ҡатынға, йәмғиәттә уларҙың ниндәй урын тотоуына ҡарап, төрлө үҙенсәлектәр һәм уларҙы бер-береһенән айырып торған физик һәм рухи сифаттар биргән. Ғаиләһен тәьмин итергә тейеш булған ир-егет рух ныҡлығы, түҙемлек һәм билдәле бер кәүҙә үҙенсәлектәренә эйә. Шуға күрә лә ул ғаилә башлығы булып тора.

Ҡатын-ҡыҙ ғаиләһен тәьмин итергә бурыслы түгел, сөнки был уға физик яфалар һәм михнәттәр алып киләсәк. Уның рухи донъяһы һәм физиологик үҙенсәлектәре ундай һынауҙар өсөн тәғәйенләнмәгән. Ҡатын-ҡыҙҙың изге бурысы — балаһын ҡарынында йөрөтөү, тыуҙырыу һәм үҫтереү. Шулай ҙа, әгәр шарттар булһа, ул шәриғәт ҡанундарына ҡаршы килмәгән эштәрҙе башҡара ала, мәҫәлән, Ҡөрьән нигеҙҙәрен өйрәнеү буйынса ҡатын-ҡыҙҙар курсында уҡыта ала.

Аллаһы Тәғәлә бөтә был үҙенсәлектәрҙе ир менән ҡатын бер-береһен тулыландырып торһон өсөн булдырған, ә рөхсәт ителгән сиктәрҙе боҙоу үҙ сиратында ғаилә именлеген емереүгә алып килә.

Тағы ла шуны билдәләп үтергә кәрәк: ғаиләлә «ир — тиран, ҡатын — ҡол» кеүек мөнәсәбәттәр булырға тейеш түгел, сөнки ғаилә ағзаларының береһенең хәле хужа кеүек, ә икенсеһенеке ҡол кеүек булыуы Ислам нормаларына ҡаршы килә.

Уңышлы һәм бәхетле ғаилә булһын өсөн берҙән-бер шарт — бер-береңә булған һөйөү һәм ихтирам. Шулай ҙа ата-бабаларыбыҙҙың «Ояны инә ҡош ҡора» тигән әйтемен дә оноторға ярамай. Ошо күҙлектән ҡарағанда, ҡатын-ҡыҙға күпкә яуаплыраҡ бурыс йөкмәтелгән. Шулай итеп, ҡатын-ҡыҙ зирәклеге, тырышлығы һәм фиҙаҡәрлеге ир-егеттәге бындай сифаттарға ҡарағанда күпкә әһәмиәтлерәк, сөнки Аллаһы Тәғәлә әсәгә ата кешегә ҡарағанда күпкә юғарыраҡ тойғолар һәм дәрәжәләр биргән.

Ошо йәһәттән Исмаил Хаки Бурсеви изге Ҡөрьәндең «ат-Тарик» сүрәһенең 7-се аятында осраған «ат-тараиб» (билдән һәм ҡабырғанан сығыусы) һүҙен тәфсирләгәндә былай тип яҙа: «Әгәр сабыйы һыуға ҡолаһа, әсә кеше, ҡурҡыныс тураһында уйлап та тормай, йөрәге тетрәнеп уны ҡотҡарырға ташлана. Ә ата кеше улай эшләмәйәсәк. Балаһын ҡотҡарыуҙан өмөтөн өҙөп, ул йылға ярына ултырасаҡ һәм булып үткән хәлгә үкенеп, әсе күҙ йәштәрен түгәсәк».

Әлбиттә, бындай торош тыумыштан бирелгән бөйөк талантын юғалтмаған әсәләргә хас. Әммә балаларын урамда ташлап ҡалдырыусы ҡаты бәғерле, йәнһеҙҙәре лә бар. Улар үҙҙәренең юғары тәғәйенләнешен онотҡан һәм харап булған.

Әсә кеше физиологик үҙенсәлектәре менән түгел, ә иң беренсе үҙенең рухи сифаттары менән айырылып тора. Әгәр ҡатын-ҡыҙ был сифаттарын юғалтһа, ул әсә булыуҙан туҡтай һәм рәхимлек өлгөһөнә түгел, ә балаһын ашаған арыҫлан-һунарсыға әйләнә. Бындай осраҡта ул нисәмә яҡлаусыһыҙ балаһын үлтерергә мөмкин! Шуға күрә ҡатын- ҡыҙҙар үҙҙәренең әсәлек потенциалын бөтәһенән дә юғары ҡуйып һаҡларға тейеш. Ошо беҙҙе эшләгән ғәмәлдәре өсөн мәңгелек донъяла яуап тотмаған башҡа барлыҡтарҙан айыра ла инде. Ә балаларыбыҙ ниндәйҙер кимәлдә был донъяла беҙҙең аҙымдарыбыҙҙың күрһәткесе булып тора. Шуға күрә әсәләр, балаларына ҡарата үҙҙәренең иң яҡшы әсәлек сифаттарын күрһәтеп, үҙҙәрен мәңгелек тамуҡ утынан ҡотҡарып ҡала. Ошонан күренеүенсә, дини һәм әхлаҡи тәрбиә кешенең барлыҡҡа килеүендә төп критерий булып тора.

Нәфис затҡа яҡшы мөнәсәбәт

Ныҡлы ғаилә төҙөр өсөн йәштәр нимәгә иғтибар итергә тейеш? Милләт үҙенең ир-егеттәре менән сәскә ата, ә ҡатын-ҡыҙҙар уны камиллыҡҡа еткерә икәнен белеү мөһим. Көслө затһыҙ үҫеш булмаған кеүек, нәфис затһыҙ ҙа сәскә атыу булмаясаҡ. Шуға күрә беҙ, дәүләт ҡатын-ҡыҙҙың камиллашыуына ҡарап үҫешә, тип әйтә алабыҙ. Һәм, киреһенсә, усаҡ һаҡлаусыларҙың деградацияһы арҡаһында милләт үҙенең көсөн юғалта. Бына шуның өсөн дә ныҡлы ғаиләләр төҙөргә кәрәк. Кешелек тарихында быға миҫалдар күп.

Ғаилә именлеген булдырыу өсөн тәҡүәлек мөһим фактор булып тора. Бында: «Аллаһы Тәғәләнән ҡурҡығыҙ», — тигән әйтем бик урынлы булыр. Ҡатын-ҡыҙға яҡшы мөнәсәбәт менән ҡарағанда был ерҙең ожмахҡа, ә уларҙы ихтирам итмәһәң, тамуҡҡа әйләнеүенә Ер менән күк шаһит. Бәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) үҙенең һуңғы хөтбәһендә ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтарына ҡарата түбәндәгеләрҙе әйтә: «Эй, кешеләр! Ҡатын- ҡыҙ хоҡуҡтарын хөрмәт итегеҙ! Уларға шәфҡәтлелек һәм мәрхәмәт күрһәтегеҙ! Ҡатын-ҡыҙға ҡағылған һәр нәмәлә Аллаһы Тәғәләнән ҡурҡығыҙ! Аллаһы Тәғәлә һеҙгә һеҙҙең ҡатындарығыҙҙы ышанып тапшырҙы, һәм һеҙ уларҙың намыҫын һәм сафлығын һаҡлағыҙ!» (Сахих Әл-Бухари).

Ошоға бәйле ҡатын-ҡыҙҙарҙы үҙҙәренең бөйөк тәғәйенләнешенән — кешелек нәҫеле лайыҡлы дауам итһен өсөн балалар тәрбиәләүҙән тайпылдырыуҙы логик яҡтан да, иман күҙлегенән дә аңлап булмай. Ир ҙә, ҡатын да үҙҙәренең бөтә һәләттәрен һәм сифаттарын тәғәйенләнеше буйынса файҙаланған осраҡта ғына ғаиләлә именлек һәм тыныслыҡ буласаҡ.

Бына шуның өсөн дә Ислам ҡанундары буйынса әхлаҡ һәм матди яҡтан отошло булған никах уҡыталар ҙа инде. Шулай итеп, идеаль ғаилә төҙөр һәм уны һаҡлар өсөн бик иғтибарлы һәм етди булырға кәрәк. Юғиһә, был никах күп осраҡта айырылышыу менән тамамланған ир менән ҡатындың ғәҙәти бәйләнешенән бер нәмәһе менән дә айырылмаясаҡ. Хәҡиҡәттә, үҙҙәренә ныҡлы дини һәм әхлаҡи нигеҙ булдырмаған ғаилә союздары айырылышыу менән бөтә йәки ҡәбергә тиклем һуҙылған ғазап сынйырҙары менән бәйләнә. Әлбиттә, бер кем дә үҙенә бындай яҙмыш теләмәҫ ине. Аллаһы Тәғәләнең тәхете һелкенеүе тураһында шундай хәҙис бар, унда айырылышҡан кешеләр тураһында иҫкә алына. Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): «Өйләнегеҙ, ләкин айырылышыуҙар менән үҙегеҙҙең ғаиләгеҙҙе емермәгеҙ! Айырылышыуҙарҙан Аллаһы Тәғәләнең тәхете һелкенә...» — тигән.

Айырылышырға була ла ул...

Төптән уйланылмаған никахтарҙың ҡайғылы эҙемтәләрен һанап бөтөрөрлөк түгел. Былар бөтәһе лә иң тәү сиратта өй усағында күңел йылыһы тапмай һәм ата- әсәләре тарафынан насар мөнәсәбәттәргә дусар булып, урамдарҙа ышыҡ тапҡан, ошо арҡала алкоголь, наркотиктар һәм башҡа тәрбиәһеҙ тормоштоң тәьҫиренә бирелгән балаларҙа күренә. Былар бөтәһе лә бер ниндәй файҙа килтермәгән ерҙең ташландыҡ өлөшө кеүек йәмғиәт барлыҡҡа килеүгә алып килә.

Шулай ҙа айырылышыуға ҡарата Исламда мөһим нескәлек бар. Мосолмандарҙың никахы католик диндән, мәҫәлән, шуныһы менән айырыла: католик динендә айырылышыу ҡәтғи рәүештә тыйыла һәм ир менән ҡатын ғүмерҙәре бөткәнсә үҙҙәренең хәле менән риза булырға тейеш. Исламда ике яҡтың береһен ҡәнәғәтләндермәүсе ниндәйҙер хәлдәр килеп тыуа ҡалһа, никах килешеүе яңыһы менән дә алмаштырылыуы мөмкин. Шәриғәт ҡанундары шундай. Ҡаршы осраҡта, айырылышыуға хоҡуғы булмаған уңышһыҙ никах ир менән ҡатын өсөн ғүмерлек ғазапҡа әйләнер ине. Ҡотолғоһоҙ хәлдә ҡалған парҙар, ахыр сиктә, иреш-талаш һәм нәфрәт батҡағына батыр ине. Ошо сәбәпле Ислам айырылышыуҙы рөхсәт итә һәм был хоҡуҡҡа өҫтөнлөктө ир-егеткә бирә.

Был ҡатын-ҡыҙҙың тәбиғәте буйынса хис-тойғоло булыуы менән аңлатыла. Шулай ҙа ҡатын-ҡыҙ үҙе лә айырылышыуҙы талап итеү хоҡуғына эйә. Ислам хоҡуғында был «тәүфуид әл-талаҡ» (айырылышыуға хоҡуҡ бирелеү) тип атала. Хатта бындай шарт ҡуйылмаған осраҡта ла, ҡатын-ҡыҙҙың кәрәк булған осраҡта тейешле рәсми органдарға мөрәжәғәт итергә хоҡуғы бар.

Шулай итеп, ир менән ҡатын-ҡыҙ бер-береһен ҡәҙерләгән һәм һаҡлаған осраҡта ғына кәрәк булмаған айырылышыуҙарҙан ҡасырға була. Ир менән ҡатындың бәхетле көндәре бер-береһенә булған тоғролоҡ, ихласлыҡ һәм ныҡлы иман ярҙамында барлыҡҡа килгән күңелле хәтирәләр, аралашыу шатлығы, именлек, тыныслыҡ һәм ҡәнәғәтлек кеүек илаһи критерийҙар менән үлсәнә. Бер хәҙистә әйтелә: «Әгәр кем дә булһа төн уртаһында ике рәҡәғәт булһа ла намаҙ уҡыр өсөн ҡатынын уятһа, улар икеһе лә Аллаһы Тәғәләне маҡтаусылар булып яҙылыр».

Усман Нури ТОПБАШ.

«Киске Өфө»нән.

Читайте нас: