Бөтә яңылыҡтар

"Уйлап торорға ваҡыт юҡ ине"

Трасса буйлап машинала китеп барған егеттең күҙенә өйҙәр яғынан сыҡҡан ҡуйы төтөн салына. Нимә булыуын асыҡлау ниәте менән шул урамға борола һәм бер йортто ут ялмап алыуын күрә. Килеп туҡтай ҙа, йыйыла башлаған кешеләрҙән өйҙә кеше булыуы тураһында ишетеп, ҡапҡаға ташлана.

"Уйлап торорға ваҡыт юҡ ине"
"Уйлап торорға ваҡыт юҡ ине"

Әммә уны аса алмағас, тиҙ генә ҡойма аша һикереп төшә...

20 февралдә киске сәғәт 9-ҙарҙа була был хәл. Яңы Павловканан Бикбауға юлланған Эмиль Исламов, ярҙамға можтаж кеше барлығын ишеткәс, һис икеләнеүһеҙ янған өйгә ташлана.

– Миңә өйҙәге кешенең ҡайҙалығын асыҡларға кәрәк ине, шуға бәләкәй генә тәҙрәне ватырға тура килде. Ҡысҡырып, кем барлығын һораным. Яуап булманы. Эскә күҙ ташлап, ориентир алдым да, ишек аша өйгә индем, – ти Эмиль. Ул ут ялмаған, төтөн баҫҡан өйҙә бер бүлмәнән сығып етә алмай ҡолаған кешене ҡулынан ғына күреп ҡала. Яна башлаған олатайҙы бар көсөнә һөйрәкләп, ишек аша тышҡа алып сыға.

– Алып сығыуға күпме ваҡыт киткәндер, әммә миңә ул мәл бик оҙаҡ тойолдо, сығып етеп булмаҫ һымаҡ ине, – ти Эмиль.

Янған кәүҙәне ҡар менән һүндерә башлай. Шул саҡта ғына уның янына бер ир килеп, зыян күреүсене янған өйҙән алыҫҡараҡ шылдырырға ярҙам итә. Эмилдең «Тиҙ ярҙам» саҡырырға маташыуы ни эшләптер килеп сыҡмай. Дауаханала эшләгән танышына шылтыратып ярҙам һорай. Ул иһә саҡыртыу теркәлеүен әйтә. Шундай яуап алғас, бер аҙ тынысланған егет, юлын артабан дауам итә. Ул ваҡиға урынынан ҡуҙғалыуға янғын һүндереүселәр ҙә килеп етә.

Эмилдән бындай аҙымға нимә этәреүе менән ҡыҙыҡһынам. Ул: «Әллә, әйтә алмайым, ул ваҡытта уйлап торорға ваҡыт юҡ ине», – тип яуапланы.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғында зыян күреүсенең тәненең ныҡ бешеүе сәбәпле, ғүмерен һаҡлап ҡала алмайҙар. Әммә был ваҡиға арабыҙҙа ҡыйыу, тәүәккәл йәштәрҙең булыуына ғорурлыҡ тойғоһо уята. Тирә-яҡты битарафлыҡ ялмап алғанда, Эмиль дә бик күптәр кеүек барған юлын дауам итә йәки кеҫәһенән телефонын сығарып, «хайплы контент» эшләй ала ине. Әммә намыҫы, кешелек сифаттары, ата-әсәһе тәрбиәһе уны кемделер ҡотҡарыу ниәтендә утҡа ташланырға этәрә.

Афарин, Эмиль! Уға тәрбиә биргән ата-әсәһе Луиза Әхмәтғариф ҡыҙы һәм Рәил Тимерғәле улы Исламовтарға ҙур рәхмәт! Бына кемдәрҙән үрнәк алырға кәрәк!

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: