Бөтә яңылыҡтар

“Бешеренергә яратыуым –  әсәйемдән”

Күгәрсен ауылында йәшәгән Гөлназ Абдрахманованы күптәр оҫта бәлеш бешереүсе итеп белә

“Бешеренергә яратыуым –  әсәйемдән”
“Бешеренергә яратыуым –  әсәйемдән”

Бәләкәйҙән бешеренергә яратҡан ҡыҙ 9-сы класты тамамлағас Башҡорт дәүләт аграр университетының Өфө тармаҡ технологиялары колледжында белем ала. Уҡыуын тамамлағас, райпоның кондитер цехына эш башлай. Тормошҡа сығып, бәпес көткәндә, был еңел булмаған эшен ҡалдырырға мәжбүр була. Әммә бер-бер артлы улдары Динислам менән Нурислам донъяға килгәс, эшенә ҡабаттан сыға алмай. Йәш әсәй бар булмышын малайҙарҙы тәрбиәләүгә бағышлай.

Уңған хужабикә һөнәри оҫталығын өйҙә лә оҫта ҡуллана, тормош иптәше Илгиз менән уландарына төрлө тәмлекәстәр, торттар, бәлештәр бешереп ашата. Туғандары ла табындарҙа Гөлназ бешергән ҡамыр аштарын маҡтап ашай, үҙҙәре лә заказ бирә башлай. Шулай яҡындары хуплап, ҡанатландырып торғас, Гөлназ башҡаларҙан да заказ алырға йөьрәт итә.

Инде өс йыл тирәһе эргә-тирә ауылдарҙағы күп табындарҙы биҙәй уның татлы бәлештәре. Иң яратып әҙерләгәндәре иһә ҡаймаҡлы, өс ҡатлы бәлештәр, гөбәҙиә. Шулай уҡ сәк-сәк һәм рогаликтар ҙа халыҡта һорау менән ҡуллана. Бәләкәй улы Илһам донъяға килгәс ярты йыл тирәһе бешеренеүен туҡтата. Әммә һораусыларҙың күп булыуы үткән йәй тағы ла яратҡан шөғөлөнә алып килә.

-Бешеренергә яратыуым – әсәйемдән. Уның да ҡамыр ризыҡтары уңып бешә, – ти Гөлназ Ғаяз ҡыҙы һәм үҙенең бешеренеү сере менән дә уртаҡлаша. – Сере лә юҡ инде уның.  Бәлештәр өсөн ҡамырымдың теүәл рецебы юҡ. Һөт, йомортҡа, аҡ май, шәкәр, ҡоро сүпрә һәм он – барыһын да самалап һалып, ҡаты итмәй генә баҫам. Эслек өсөн яҡшы сифатлы магазин ҡаймағы, күрәгә, ҡара емеш, лимон ҡулланам. Ер еләген, сейә кеүектәрҙе емеш-еләкте миҙгелендә үҙебеҙ йыйып, туңдырып ҡуябыҙ. Тормош иптәшем Илгиз минең был эшемде хуплап, төрлө яҡлап ярҙам итеп торғас, бешеренеүе лә күңелле.

Өйҙә бәләкәй бала булғас, күбеһенсә төндә, барыһы ла йоҡлағанда бешеренергә тура килә оҫтабикәгә. Бер көндә утыҙлап бәлеш бешергән саҡтары ла була икән.  Әйткәндәй, уның ҙур мейесе лә юҡ, ябай электр плитаһының духовкаһында ғына бешеренә. Шуға ла Абдрахмановтар киләсәктә айырым бешеренеү бүлмәһе булдырып, ҙур мейес алыу хыялы менән яна икән.

Бәхет өсөн күп кәрәкмәй, йылы өйөң, терәк-таяныс булырҙай һөйгән йәрең, яратырлыҡ балаларың һәм күңел биреп эшләгән эшең генә булһын. Гөлназ Абдрахманованың һанап үтелгәндәрҙең барыһы ла бар. Тимәк, ул ысынлап та бәхетле. Ошо бәхеттән айырмаһын һеҙҙе, Хоҙай!

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: