Бөтә яңылыҡтар

Яугирҙәрҙең яҡындарына - ныҡлы иғтибар

Районыбыҙҙың "Бөркөт" хәрби хәрәкәттәр ветерандары ойошмаһы ағзалары бер ҡасан да тик ултырмай, әүҙем эш алып бара.

Яугирҙәрҙең яҡындарына - ныҡлы иғтибар
Яугирҙәрҙең яҡындарына - ныҡлы иғтибар

Улар 7 һәм 8 мартта бөтә район буйынса йөрөп, чечен һуғышында һәләк булған һәм иҫән ҡайтып та инде был донъяла булмаған батырҙарҙың иң ғәзиз кешеләрен - әсәйҙәрен Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотланы, бүләктәр тапшырҙы.

- Ошо акцияны тормошҡа ашырыуҙа барлыҡ бөркөттәр ҙә аҡса яғынан ярҙам күрһәтте. Айырыуса әүҙемдәр - Иҫәнғолдан Ирғәлиев Рәис, Каракенов Илһам, Ейәнбирҙин Алмас, Илшат Рәмов, Байыштан Ришат Ҡыуатов, Яңыбайҙан Сәғит Хөсәйенов, Күгәрсендән Радик Кәримовҡа ҙур рәхмәт! - ти ойошма рәйесе Батыр Кусербаев.

Афарин, ир-егеттәр! Изгелегегеҙ үҙегеҙгә меңләтә әйләнеп ҡайтһын!

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: