Бөтә яңылыҡтар

Төҙөклөк һәм таҙалыҡ һағында

Байрамығыҙ менән! 17 март – Торлаҡ-коммуналь хужалығы һәм халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү хеҙмәткәрҙәре көнөң Илдар Ҡылысбаев Иҫәнғол ауыл советына ҡараған “Торлаҡ-коммуналь, төҙөлөш кампанияһы” предприятиеһында инде егерме йыл водитель булып эшләй. Бары һөнәрен яратҡандар ғына шулай һайлаған һөнәренә тоғро ҡала ала. Илдар ағайҙың торлаҡ-коммуналь өлкәлә эшләү дәүерендә егермеләп етәксе алмашына. Водитель һәр ҡайһыһы менән уртаҡ тел табып эшләүен дауам итә. – Бер эштең дә еңеле булмай, һәр хеҙмәт үҙенсәлекле. Эшеңде яратһаң, яуаплы ҡараһаң, эш ҡарышмай, – ти Илдар Бәхтиәр улы. Әйткәндәй, ул 2021 йыл һөҙөмтәһе буйынса “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” район бәйгеһендә еңеүсе тип табылған.

Төҙөклөк һәм таҙалыҡ һағында
Төҙөклөк һәм таҙалыҡ һағында

Беҙ тормошобоҙҙо коммуналь хужалыҡ тармағы хеҙмәтенән башҡа күҙ алдына ла килтермәйбеҙ. Хатта халыҡ көнкүрешендәге именлек тап ошо өлкә хеҙмәткәрҙәре ҡулында тиһәк тә, һис арттырыу булмаҫ. Тап улар беҙҙе йылылыҡ, эсәр һыу менән тәьмин итеп кенә ҡалмай, ҡулланылған һыуҙарҙы ҡабул итеү һәм таҙартыу, һыу һәм канализация селтәрҙәрен монтажлау һәм ремонтлау кеүек үтә лә яуаплы хеҙмәттәрҙе башҡара. Коммуналь хеҙмәттәрҙең өҙөклөкһөҙ эшләүе уңайлыҡтар, таҙалыҡ, тәртиптең нигеҙе булып тора. Ә халыҡтың кәйефе тап ошоларға бәйле.

Илдар Ҡылысбаев Иҫәнғол ауыл советына ҡараған “Торлаҡ-коммуналь, төҙөлөш кампанияһы” предприятиеһында инде егерме йыл водитель булып эшләй. Бары һөнәрен яратҡандар ғына шулай һайлаған һөнәренә тоғро ҡала ала. Илдар ағайҙың торлаҡ-коммуналь өлкәлә эшләү дәүерендә егермеләп етәксе алмашына. Водитель һәр ҡайһыһы менән уртаҡ тел табып эшләүен дауам итә.

– Бер эштең дә еңеле булмай, һәр хеҙмәт үҙенсәлекле. Эшеңде яратһаң, яуаплы ҡараһаң, эш ҡарышмай, – ти Илдар Бәхтиәр улы.

Әйткәндәй, ул 2021 йыл һөҙөмтәһе буйынса “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” район бәйгеһендә еңеүсе тип табылған.

Был еңел булмаған эште башҡарыусылар артабан да һынатмаҫ, үҙҙәренең хеҙмәте менән беҙҙең проблемаларыбыҙҙы хәл итеп,  тормошобоҙҙо тағы ла йәмлерәк итер, тип ышанабыҙ. Байрамығыҙ менән!

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: