Бөтә яңылыҡтар

Күҙ нурҙарын биҙәктәргә һалып

2013 йылда бөйөрҙәре эшләмәй башлаған Айгөлгә гемодиализ процедураһына йүнәлтмә бирәләр. Дүрт бер туғаны араһынан Зиннур ағаһының ғына бөйөрө тап килә. Һәм ул һылыуына үҙенең бер бөйөрөн биреп, был хәлдән ҡотҡарып алып ҡала. Хирургтар операция ярҙамында күсереп ултыртҡан ағза Айгөлгә тулы тормош менән йәшәргә мөмкинлек биргән. 

Күҙ нурҙарын биҙәктәргә һалып
Күҙ нурҙарын биҙәктәргә һалып

Айгөл менән күптән танышбыҙ, ир-егеттәрҙе – хәрби хеҙмәт, ҡатын-ҡыҙҙарҙы бала табыу йорто дуҫлаштыра тигәндәй, беҙ ҙә шулай таныштыҡ. Һирәкләп булһа ла аралашып торабыҙ. Айгөлдөң һаулығы яҡшынан булмаһа ла, ул тормошонан бик ҡәнәғәт. Ун йыл  бер бөйөр менән генә ғүмер итеүенә ҡарамаҫтан,  һәр көнгә ҡыуанып, бер минутын да буш үткәрмәй егәрле хужабикә. Тормош иптәше Шатлыҡҡа һөйөклө ҡатын, улы Илгизәргә наҙлы әсәй, бейеме Шаһиҙә Хисам ҡыҙы өсөн яҡшы килен ул Айгөл Мөхәмәтйәнова. 

Сығышы менән Башҡорт Бармағы ауылынан булған Айгөл өс малайҙан һуң көтөп алынған ҡыҙ бала була. Игеҙәге Айнур менән татыу, берҙәм булып үҫәләр. Айгөл төпсөк булып иркәләнеп ултырмай. Улар күпләп кәзә аҫырайҙар. Почтальон булып эшләгән әсәһе буш ваҡытында ҡулына шәл тота һала. Шулай булмай ни, биш баланы кейендерергә, ашатырға кәрәк бит. Шәлдәр бәйләнеп тора, ҡабарғандары Ҡыуандыҡ баҙарында һатыла бара. Колхозда эш хаҡы түләмәгән ваҡытта шәл аҡсаһы бик ярап ҡала.

Әсәнән күргән – тун бескән тигәндәй, Айгөл дә әсәһе Гөлгизәр Низам ҡыҙынан дебет иләү, сиратыу, бәйләү серҙәрен өйрәнә. Белгәндәрен тормошта ҡулланып, файҙаһын күрергә тырышыуы ла маҡтауға лайыҡ. Тормош иптәше Шатлыҡ менән үҙҙәре лә кәзәләр аҫырап, боронғо кәсепте дауам итәләр.

Айгөл күберәк биҙәкләп палантин, өсмөйөш шәлдәр бәйләй. Дебет башлыҡтар, бейәләй-ойоҡбаштар ҙа бәйләргә ярата. Шулай уҡ аҙаҡҡы йылдар модаға ингән еңһеҙҙәре лә уның күҙ яуын алырҙай матур килеп сыға. Биҙәктәрен интернеттан да, төрлө журналдарҙан да ҡарап һала. Һәр береһенә күҙ нурҙарын да ҡушҡанғамы, уның энәһенән сыҡҡан дебет әйберҙәр тәнде генә түгел, күңелде лә йылыта. Шуға ла ҡабат-ҡабат заказ биреп бәйләтеүселәр ҙә бар.

–     Кәзәне күп аҫыраһаҡ та, йыл дауамында бөтә дебетте эшкәртеп бөтәм. Элегерәк дебетләтә һата инек, хәҙер үҙем бәйләйем. Ҡайһы берҙә үҙебеҙгә лә етмәй ҡала әле, – ти Айгөл.

Әле Мөхәмәтйәновтар кәзәләрҙең барыһын да тараған. Улар былтырғыға ҡарағанда дебет күберәк булды, тип ҡыуана. Әйткәндәй, тәкәләр килограмм тирәһе дебет бирһә, кәзәләрҙән 600-700 грамдай тарап алабыҙ, ти Айгөл.

Ваҡ мал ғына түгел, һыйыр малдары ла аҫырай Мөхәмәтйәновтар. Баҡса ла үҫтерәләр. Өйҙәренең һәр тәҙрә төбөн гөлдәр биҙәй. Улар хәстәрлекле ҡулдарҙың йылыһын тойғанғамы, йыл әйләнәһенә шау сәскәгә төрөнөп ултыра. Был эштә Айгөлгә бейеме Шаһиҙә инәй ярҙам итә. Әйткәндәй, улар инде 19 йыл бер йортта татыу ғүмер итә.

Тырыш кеше ауылда эш юҡ тимәй, һаулығына ла зарланмай, ҡулынан килгән эште башҡарып, матур йәшәй. Айгөл Мөхәмәтйәнова ла шундайҙарҙан, тормош иптәше менән бер-береһен аңлап, бар эште лә берҙәм булып донъя көтәләр. Ишембай нефть колледжында белем алған улдары Илгизәр ҙә ата-әсәһен һөйөндөрөп кенә тора.

 

 

 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: