Быйыл акция 26 апрелдә сәғәт 14-тә донъяның 60-ҡа яҡын илендә үтте. Унда башлыса өлкән кластар уҡыусылары, юғары уҡыу йорттары студенттары ҡатнашты.
Рәсәй буйынса 27 меңдән артыҡ майҙансыҡ, шул иҫәптән Ейәнсура районында өс майҙансыҡ эшләне. Иҫәнғолдоң 1-се, 2-се һәм Ф. Солтанов исемендәге мәктәптәрендә диктант формаһында үткән акцияла ҡатнашыусылар 45 минут эсендә 25 һорауға яуап бирҙе. Һорауҙар төрлө ҡатмарлылыҡта булды: текста төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе ҡуйырға, поэманың авторын атарға, килтерелгән өҙөккә нигеҙләнеп, ҡаланы, ваҡиғаны йәки хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыны атарға. Был һорауҙарҙың ҡайһы берҙәре Бөйөк Ватан һуғышына арналған нәфис фильмдар һәм монументтарға ҡағылышлы ине.
Айнә Иманғолова.
Автор фотоһы.