"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар

“Ожмах мөйөшө” – һоҡланғыс урын

Районыбыҙҙың Күгәрсен ауылы эргәһендәге Ямашлы һыуһаҡлағысы үҙенең хозур тәбиғәтле урында урынлашыуы менән барыһының иғтибарын йәлеп итә. Күп юлаусылар уның янында туҡтамайынса үтеп китә алмайҙар: һыу инәләр, ял итәләр, матурлыҡҡа һоҡланалар.

“Ожмах мөйөшө” – һоҡланғыс урын
“Ожмах мөйөшө” – һоҡланғыс урын

Венер һәм Гүзәл Байгилдиндар булдырған “Ожмах мөйөшө” ял базаһы тап ошо һыуһаҡлағыс буйында, һыу инеү урынынан бер нисә саҡрым өҫтә урынлашҡан. Бында ял итеү өсөн барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған. Хуш еҫле сәй эсәм, тиһәң, прокатҡа самауыр алып торорға була. Теләгең булһа, эҫе мунсала парҙа ултырып, унан һуң чанда ултырыу мөмкинлеге бар. Уңайлы беседкалар, телеңде йоторлоҡ аш-һыу, милли эсемлектәр ҡымыҙ, буҙа, үлән сәйҙәре, яғымлы персонал – барыһы ла юғары кимәлдә. Төнгөлөкккә ҡалырға теләһәң, палатка ҡороп мәшәҡәтләнәһе түгел: бында ваҡытлыса өйҙәр ҡоролған. Уларҙың эсендә диван, карауаттар, вентилятор, микротулҡынлы мейес, һыуытҡыс – барлыҡ уңайлыҡтар бар.

Ә фотозоналар! Барыһы ла ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле! Һәр береһе зауыҡлы итеп эшләнгән һәм башҡа яҡтарҙа ундайҙарҙы осратмаҫһың. Бабай һыны, ат арбаһы, бәүелсәк – барыһы ла бала саҡҡа алып ҡайтҡандай... Ә яр ҡырында ултырған кресло-бәүелсәк шул тиклем уңайлы! Һыу эсендә торған Русалка һыны иһә тылсымлы йәнһүрәттәр илен хәтерләтә.

Бер һүҙ менән әйткәндә, ысынлап та ожмах мөйөшө ул был урын. Кемдәр бармаған, күрмәгән, һеҙ күп нимәне юғалттығыҙ! Барығыҙ һәм һоҡланығыҙ!

Айнә Иманғолова.

Автор фотолары.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: