Бөтә яңылыҡтар

Ейәнсуралар Башҡортостанды данлай

Кисә илебеҙҙең баш ҡалаһында Мәскәү һабантуйы үтте.

Ейәнсуралар Башҡортостанды данлай
Ейәнсуралар Башҡортостанды данлай

Был ҙур сарала Башҡортостандан ике район - Ейәнсура һәм Ҡырмыҫҡалы райондары ҡатнашты. Улар башҡорт халҡының борондан килгән ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, милли аш-һыуын, йыр-моңон, уйын-ярыштарын юғары кимәлдә күрһәтте.

Сарала сәхнәнән көнө буйына республикабыҙҙың билдәле артистары башҡарыуында йырҙар яңғыраны.

Милли көрәш буйынса донъя чемпионаты ла тап ошо сара сиктәрендә үтте һәм унда 15 батыр ҡатнашты.

Һабантуй ҡунаҡтарын айырыуса уҡ атыу ҡыҙыҡтырҙы. Мәргәнлекте һынау өсөн бик ҙур сират теҙелде

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: